Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тамыры татлы. Эше ҡатлы-ҡатлы...
Тамыры татлы.  Эше ҡатлы-ҡатлы...
Шәкәр сөгөлдөрө алыуҙың ни тиклем ауыр икәнен дә, әсе тиргә һуғарылғанын да үҫтереүселәр генә белә. Эйе, заман башҡа, заң башҡа. Ҡатын-ҡыҙҙар йәйге селләлә үҫентеләрҙе берәмләп һирәкләгән, утаған ваҡыттар үтте, көҙгө үҙәк өҙгөс елдә, ҡар ҡатыш ямғыр аҫтында япраҡтарын ҡырыуҙар ҙа бөттө — барыһын техника алыштырҙы. Ана бит, эҫкерттәй һалынған оҙон кагатты әрһеҙләнеп “ашай-ашай”, тейәгес сөгөлдөрҙө машиналарға тейәй. Уға тиклем транспортер аша үткәреп, тупрағын ҡоя, вағыраҡ япраҡтарын осора, сорттарға айыра. Ә ары, йәшел диңгеҙҙәй баҫыуҙа ҡара һыҙаттарҙы киңәйтеп, бер-бер артлы ике комбайн төшкән...


– Беҙҙең бар хужалыҡтар ҙа эште үҙ техникаһы менән башҡара, — ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Баранов. — Иң күп үҫтергәндәренән “Ергән” МТС-ы, Мәләүез фәнни-етеш­тереү берекмәһе, Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы иҫәпләнә.
Беҙ булған Салауат исемендәге хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө 500 гектарҙа үҫтерелгән. Гектар көсө 400 центнерға яҡын тарта. Алда әйткәнемсә, техника етә. Голландиянан алынған ике комбайнды Рим Мөслимов менән Валера Романов “эйәрләгән”. Егеттәр әйтеүенсә, ҡаҙып алыу эше тотҡарланмай, баҫыу өҫтө көнө-төнө тынмай. Эш ике сменала ойошторолған. Баҫыуҙан ташыр өсөн машиналар ҙа етә. Бар проблема шәкәр заводының ҡабул итеүенә барып төртөлә. Водителдәр әйтеүенсә, сират ҙур. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, Салауат исемендәге хужалыҡтан ғына ла көнөнә 20-нән ашыу машина “татлы тамыр” оҙатыла. Районда ул барлығы 2980 гектарҙа сәселгән булһа, бөгөнгә яртыһынан күбеһе ҡаҙып алынған да инде.
Тамыры татлы.  Эше ҡатлы-ҡатлы...– Колхоздың мөмкинлеге ҙур. Егеттәр, ҡыҙҙар яҡшы эшләй. Иң мөһиме шул, сөнки яңғыҙың ғына бер ни ҡырып булмай. Һөҙөмтәләр бар икән, улар барыбыҙҙыҡы ла, — ти хужалыҡ етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин.
Мөмкинлектең ҙурлығына килгәндә, “салауат”тар республикала тәүгеләр­ҙән булып голланд ысулы менән картуф үҫтерә башлаған. Шәкәр сөгөлдөрө буйынса ла, игенселектә лә һыр бирмәйҙәр. Сәселгән кукуруздың яртыһын силосҡа һалһалар, ҡалғанын, орлоғон өлгөртөп, фуражға алалар. Мал аҙығы әҙерләүгә килгәндә, 3500 тонна һалырлыҡ яңы силос соҡоро сафҡа ингән. Быйыл барлығы 8 мең тонна йәшел масса һалынған. Әлеге көндә малдарға үткән йылғыһын бирәләр. Яҡшы һаҡланған. Әйткәндәй, аҙыҡ һыйырҙарға ла, һимертеүгә ҡуйылған­дарға ла ташып ашатыла. “Премикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Улар малдарға рационын да төҙөй, силос, сенаж һаҡланышын махсус технологиялар аша тәьмин итә. Малсылыҡҡа ҡағылғас, шуны әйтмәү мөмкин түгел: һуңғы осорҙа ғына ла заманса йыһазлан­дырылған ике һауын залы, 170 баш һыйырға яңы һөтсөлөк фермаһы бинаһы төҙөлгән.
Тамыры татлы.  Эше ҡатлы-ҡатлы...Хужалыҡ көслө булғас, халыҡҡа эш тә бар. Бөгөн 230 кеше даими эш менән тәьмин ителеп, айына уртаса 15-17 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Бынан тыш, уларға шәхси хужалыҡтарын алып барыуҙа ярҙам күрһәтелә.
Бына бит, “татлы тамыр”ҙан башланған һүҙ башҡа тармаҡҡа ла алып китте, сөнки ауыл хужалығында береһен генә айырып ҡарау мөмкин түгел. Әлегә бар көс шәкәр сөгөлдөрө баҫыуына йүнәлтелһә, көнбағышҡа ла сират еткән...





Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә