Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырҙарҙың тартыуы
Тамырҙарҙың тартыуы
Тәүге һүҙем – тамырҙар тураһында, ерлек хаҡында. Ғәзим Шафиҡовтың һәр әҫәрен уҡыған һайын, мин бер нәмә хаҡында нығыраҡ уйланам. Уның ижадында тыуған ер тойғоһо шул тиклем көслө, һәм ошо сифат китаптан китапҡа һаман нығына һәм тәрәнәйә барҙы. Ғәҙәттә бит башҡасараҡ була: йәшерәк саҡтарҙағы һоҡланыуҙарға, ил алдындағы ярһыу анттарға ғүмер үтеү менән һағышлы кисерештәр күберәк өҫтәлә, шағир йышыраҡ тормоштоң фәлсәфәүи асылы тураһында уйлана, мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй.


Был үҙгәрештәр Ғәзим Шафиҡовты ла урап үтмәне, әлбиттә. Етмешенсе йылдар башында “Рожденные в седле” китабын­да күҙ алдына баҫҡан ярһыу Ғәзимде артабанғы шиғри йыйын­тыҡтарында уйса­ныраҡ, һалмағыраҡ итеп күрҙек, йыш ҡына уның ирониялы, әсе һүҙҙәрен ишеттек. Ләкин шағирҙың тамыры, үҙәге, йә­шәү һутын алған ерлеге шул уҡ булып ҡалды, бәйләнеш нығына барҙы. Уның барлыҡ йы­йынтыҡтары Башҡортостан хаҡындағы бөйөк бер поэманың айырым бүлектәре кеүек уҡыла. Ысынлап та, беҙҙең әҙәбиәттә Башҡортостандың тарихын шул тиклем ныҡ байҡаған, уның ер-һыуына, йыр-моңона шул тиклем үлеп ғашиҡ булған, әҫәрҙәрендә туған хал­ҡының ғорур һәм фажиғәле һынын, данлы һәм ҡатмарлы юлын төрлө яҡлап асҡан бындай әҙиптәр бик аҙ.
Әле тәүге китабында уҡ халҡыбыҙҙың Ибн-Фаҙландарҙан алып хәҙергегә тиклемге меңәр йыллыҡ юлын йөрәгенән кисереп үткәргән шағир шул тарихтың тере шаһиты булған ҡурай тураһында былай тип яҙғайны:
Народ – певец!
Народ – художник!
Твоя душа – как тот тростник.
Ее насквозь увидеть можно,
Но как ее постигнуть сложно,
И до нее мне дорасти!
Ғәзим Шафиҡовтың ижад юлы бына шул ҡатмарлы донъяны – халыҡ күңелен мөмкин тиклем тулыраҡ аңларға ынтылыу юлы булды. Уның беренсе китабын асып ебәргән шиғырҙа “Мы совмещаем все эпохи” тигән һүҙҙәр бар. Был йыйын­тыҡтың “День предстоящий” һәм “Родос­ловная” тигән бүлектәрҙән тороуы ла бик ҡыҙыҡлы. Шағир бөгөнгө менән йәшәне, уҙғандарҙан фәһем алып, аҡыл туплап киләсәккә ҡараш ташланы, иртәгәһе яҙмыштар тураһында уйланды. “Водораздел” китабының да тәүге бүлеге “Шәжәрә” тип атала һәм ошондай дүрт юллыҡ менән башлана:
Открыть бы солнечные корни
Своих истоков и надежд.
И, притяженью их покорный,
Времен преодолеть рубеж…
Тыуған ерҙәге боронғо тамырҙарға, халыҡ күңелендә быуаттар буйы туплана килгән рухи хазинаға Ғәзимдең шул тиклем инанып йәшәүенә, минеңсә, уның үҙ биографияһы, үҙ яҙмышы бик ныҡ йоғон­то яһаған. Ул Ҡырғыҙстан ерендә тыуған. Ләкин Башҡортостандан бик алыҫта ла бәләкәстән үк халыҡ моңон күңеленә йыйып үҫкән. Был моңдоң сит яҡтарҙа ни тиклем ҡәҙерле булғанын, бигерәк тә сабый күңелен, үҫмер хыялдарын ни тиклем ярһытҡанын быларҙың барыһын үҙе һыҙланып кисергән кеше генә тулыһынса аңлай ала. Буласаҡ шағирҙы бәләкәстән үк яндырып торған төп хис, моғайын, әле үҙе бер ҡасан да күрмәгән сал Уралды, атаһы һөйләгән ҡылғанлы далаларҙы, олатайҙар төйәген һағыныу — изге ностальгия тойғоһо булғандыр. Халҡының йырҙарына, ҡурай моңона, туған телдең яңғырашына сабый сағынан килгән һыуһау-сарсауҙарын Ғәзим ғүмере буйы ҡандыра алманы һымаҡ. Шуға ла ул тыуған ерҙең һәр ташына, һәр һуҡмағы­на, һәр шишмәһенә ғашиҡ ине, уларҙың ҡәҙерен белде. Мин ҡайһы саҡта, Ғәзим Шафиҡовтың шиғырҙарын һәм поэмаларын, проза китаптарын, публицистикаһын уҡығанда, уның ниндәй телдә яҙғанын оно­топ та китәм кеүек. Рус телендә яҙыусы был башҡорт шағирының, баш­ҡорт әҙибенең әҫәрҙәрендә халыҡ рухы, ошо еребеҙҙең биҙәк-ауаздары башҡорт­са ижад иткән байтаҡ шағирҙарыбыҙ­ҙыҡынан, яҙыусыларыбыҙҙыҡынан көслө­рәк һәм сағыуыраҡ булды. Әҙәбиәтебеҙҙә ярты быуат буйы бергә хеҙмәт иткән ҡәләмдәшемдең ижады тураһында уйла­ғанда, Ғәзим менән университетта бергә уҡыған йылдар, шиғриәт донъяһына тәүге аҙымдарҙы атлаған саҡтарыбыҙ хәтергә килә.
Егерменсе съездан һуң илдә офоҡ­тарҙың ниндәй асылып киткән ваҡыты, күп нәмәләрҙе беҙҙең хайран ҡалып тәү ҡат ишеткән замандар, дәртле, илһамлы дәүер ине ул! Беҙ ун етенсе йылдан ғына башлана тип ышанып үҫкән тарих күпкә байыраҡ та, ҡатмарлыраҡ та булып сыҡты. Асылда беҙ күпме хазина­ларҙан мәхрүм булып, тарихи эҙмә-эҙле­лектән таш ҡоймалар менән кәртәләп алынған тар ваҡыт эсендә үҫкәнбеҙ. Күп­ме тарихи тамырҙарға балта сабылған, күпме изге традициялар быуылған. Ул таш ҡоймаларҙың ҡолатылыуы, Бабич­тар­ҙың, Юлтыйҙарҙың, Дәүләтшина­лар­ҙың яңынан халыҡҡа ҡайтарылыуы, быға тиклем тыйылып килгән әллә күпме исемдәрҙең, хатта кеше күңелендәге мил­ли ғорурлыҡ, туған телгә мөхәббәт, шулай уҡ һағыш, икеләнеү кеүек тойғо­ларҙың әҙәбиәттә яңынан гражданлыҡ хоҡуғы алыуы — былар барыһы ла беҙҙең йәш күңелдәргә шифалы ямғыр булып бөркөлдө, күп нәмәләрҙе яңыса баһаларға өйрәтте. Ғәзим Шафиҡовтың баштан уҡ оло мәсьәләләр күтәреүенең, кеше яҙмышы хаҡында һәр саҡ халыҡ яҙмышы менән бәйләнештә уйланы­уы­ның мөһим бер сәбәбен мин бына ошо тарихи ерлектә күрәм. Ләкин илдәге “йы­лы­ныу” миҙгеле (“оттепель”) күп тә үтмәй боҙоҡ көндәр менән алмашынды. Юлдар тайғаҡланды, офоҡтарҙы ҡара томан быуҙы. Үҙ ҡарашы булған, үҙ принциптарын юғалтмаған һәр кеше кеүек, Ғәзим Шафиҡовҡа ла был торғонлоҡ йылдарында күпте кисерергә, заман һауаһы­нан күп тапҡырҙар сәсәргә, тонсоғорға тура килде. Һирәк-һаяҡ сыҡҡан китап­тары­ның һәр береһе ниндәй ҙур ҡыйын­лыҡтар менән донъя күрҙе. Аҡмулла тураһындағы, Бабич хаҡындағы повестарын уҡыусыға еткереү өсөн дә күпме көс һалырға тура килде. Пьесаларының яҙмышы ла шуға оҡшаш булды: һәр береһенең алдында әллә күпме кәртәләр ҡалҡып сыҡты. Ғәзим Шафиҡов ауырлыҡ­тар алдында ебеп төшә торған егеттәрҙән түгел ине. Был кешенең беләгенә лә, йөрәгенә лә ышаныслы таянып була ине. Ләкин ил таяныр ирҙәр ҙә илдән көс алып йәшәй бит. Ғәзим өсөн тормошондағы ҡыйын саҡтарҙа шундай көс ала торған бер изге сығанаҡ булды. Ул – башҡорт халыҡ ижады. Ҡулъ­яҙмаһын бер сәбәп­һеҙ кире ҡайтаралар­мы, уңыш менән барған пьесаһын алып ташлайҙармы йәки башҡа хаҡһыҙлыҡҡа дусар буламы – Ғәзим Шафиҡовтың ошо изге сығанаҡҡа эйелгәнен, башҡорт эпостарын баш күтәрмәй руссаға тәржемә иткәнен, ошонан күңел яраларына дауа тапҡанын ҡат-ҡат күргәнем булды.
Башҡорт фольклорын рус теле аша башҡа халыҡтарға еткереү эшендә етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа Ғәзим Ша­фиҡов бик ҙур хеҙмәттәр күрһәтте. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһы­лыу”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” кеүек эпостарҙы, күпме әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе ул рус теле аша донъя күләменә алып сыҡты. Халҡыбыҙ­ҙың ғәйәт бай рухи хазинаһы үҙебеҙҙә генә бикләнеп ятырға тейешме ни? Улай ғына ла түгел, оҙаҡ йылдар буйы беҙ үҙебеҙҙә булғанды үҙебеҙ белә алманыҡ. Бәхеткә күрә, был тәңгәлдә бик һәйбәт эштәр эшләнде. Башҡорт халыҡ ижады­ның ун һигеҙ томлыҡ китапханаһы донъя күргәндән һуң, уның айырым томдары русса ла баҫылды. Ғәзим Шафиҡов эш тамамланды тип тынысланманы, халыҡ ижады менән бәйләнешен туҡтатырға уйламаны. Ул тағы ла бер ҙур хеҙмәт тамамланы – оҙаҡ йылдар тыйылып килгән оло ҡомартҡыбыҙ “Иҙеүкәй менән Мора­ҙым” эпосын руссаға тәржемә итте. Бына ошондай бәйләнештәр булғанға ла, Ғәзим Шафиҡов ижадында тарихи тәрәнлек, тормошсанлыҡ арта барҙы. Ләкин ул уҙғандағы дан менән уйһыҙ-ниһеҙ ғорур­лан­маны, халыҡ тип ерле юҡтан кәпәрен­мәне. “Шүлгәнташ йыры” поэмаһындағы ошо юлдарға иғтибар итегеҙ: “Скошено небо, как лик паралитика: справа – ненастье, слева – свечение…”, “Скошено небо народной судьбы”. Ул халыҡтың күп китаптарҙағы ялтырауыҡ образын емер­ҙе, уның ҡыуаныстарын да, аяныстарын да асты. Ғәзим Шафиҡовтың үҙ Башҡорт­останы, үҙ Өфөһө, үҙ Ағиҙеле булды, үҙ далаһы, үҙ көҙө, үҙ яҙы булды. Уның үҙ тарихы бар ине, үҙ бөгөнгөһө бар ине. Шул уҡ ваҡытта улар – минеке лә, һинеке лә. Уларҙы шағир миңә яңыса асты. Улар минең ҡараштарыма ҡаршы килмәне, киреһенсә, донъямды киңәйтте, күңелем­де үҫтерҙе.
Тәүге һүҙемде тамырҙар, ерлек ха­ҡында башлағайным. Икенсе һүҙем – ирлек тураһында. Йәмғиәт бер урында тапанғанда ла, шағирҙың гражданлыҡ ҡы­йыулығы тураһында урынлы-урынһыҙға тел сарлау сәбәпле, һөрән һалыусы һу­ҡырҙы юл ярыусы батыр менән бутау сәбәпле, күп кенә изге төшөнсәләр бөтөн­ләй арзанайтып ташланылды. Үҙгәртеп ҡороу, дөрөҫөрәге, ҡырыу-емереү осо­рон­да ла лозунгтар менән һатыу итеүсе­ләр етерлек ине. Ошо буталсыҡ йыл­дар­ҙа – ике мең йыллыҡ тоташҡан осорҙағы башҡорт әҙәбиәтендә бының иң тулы сағылыштарының береһе – Ғәзим Шафи­ҡов ижады. Уның үткер публицистик сығыштарын уҡыусылар көтөп ҡаршы алды, ул сығыштар оло ваҡиғаға әйләнде.
Тарихыбыҙҙың яңы ҡатламдарын аҡ­тарып, Ғәзим Шафиҡов заманында шәхес культы ҡорбаны булған күпме яҙмыштар хаҡында үҙенең ҡыйыу, ғәҙел һүҙен әйтте. Бындай ҡыйралыштар ҡабатлан­маһын өсөн был яман сирҙең серен, сәбәптәрен белергә кәрәк. Әлбиттә, оҙаҡ йылдар йыйылып ятҡан ҡағыҙҙарҙы аҡтарыу, яраларға яңынан ҡағылыу бер генә яҙыусыға ла еңел түгел. Бында талант өҫтөнә ҡыйыулыҡ, ирлек тә кәрәк.
Үҙ яҙмышында урынһыҙ ғәйепләү­ҙәрҙе, ғәҙелһеҙлекте байтаҡ татыған атаһы тураһында шағир: “Мой родитель не вел дневники, жизнь прошел, точно минное поле”, – тип яҙғайны. Атаһынан мираҫҡа уға ни бары Бәләкәй совет энциклопе­дияһы тороп ҡала. Уларҙың һәр битендә тиерлек имгәтелгән ғүмер­ҙәр, һыҙып таш­ланған исемдәр. Шуға ла бит: “Словно совесть мою сторожат эти книги в от­метинах алых”, – тине шағир. Китаптар ҙа, яҙмыштар ҙа, тарих та ҡанға буялған.
Ғәзим Шафиҡовтың һикһәненсе йылдар аҙағындағы – туҡһанынсы йылдар башындағы ҡыйыу һәм ярһыу публи­цисти­­каһы уның шиғриәтен нисектер күләгәләй биреберәк ҡуйҙы һымаҡ. Ә бит ошо уҡ ваҡытта Ғәзим заман рухлы үткер-үткер шиғырҙар ҙа яҙҙы. Уның “Культура” исемлеһе бына ниндәй тапҡыр юлдарҙан башлана:
Неделимое слово – “культура”,
И разъять нам его не дано.
Если ж кто-то свершит это сдуру,
Станет тотчас двужалым оно.
“Культ” – одно кровянистое жало,
Подпевало другое – “Ура”.
От обоих Отчизна устала,
И пора отдохнуть ей, пора.
Ғәзим Шафиҡов – драматург, Ғәзим Шафиҡов – прозаик. Был тармаҡтар үҙҙәре махсус бер һөйләшеүҙе талап итә. Башҡорт академия драма театры уның байтаҡ пьесаһын сәхнәгә ҡуйҙы. Мостай Кәрим, Азат Абдуллин әҫәрҙәре беҙҙең драматургияны донъя күләменә алып сыҡҡан осорҙа Башҡорт ҡурсаҡ театры Ғәзим Шафиҡов исеме менән ил сиктәренән үтеп, башҡа милләт тамаша­сыһына барып етте. Уның “Урал батыр” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде Чехословакия, Югославия, Польша тамашасылары ҡараны.
Ерлек һәм ирлек. Тыуған еренән көс алған ир яҙмышы – Ғәзим Шафиҡовтың ижады тураһында уйлағанда ошо бәйлә­неш күҙ алдына килә.
Ғәзим Шафиҡов онотҡанда бер ҡулы­на ҡәләм ала торған әҙиптәрҙән булманы. Уның егәрлелеге, башлаған эшен тау аҡтарырлыҡ ғәйрәт менән атҡарып сығыу һәләте хайран ҡалырлыҡ ине. Ғәзим ижад тип, эш тип, илһамланып, янып, ҡанат­ланып йәшәгән ҡаһарман шәхес булды һәм ошо тынғыһыҙ хеҙмәттә янды тиергә мөмкин.
Ғәзим Шафиҡов ғәзиз Баш­ҡорт­оста­нын яратты, бөтә көсөн халҡына бирҙе. Уның был инанғанлығы яуапһыҙ ҡалма­ны. Уның исемен бик күптәр оло ихтирам менән телгә алалар һәм аласаҡтар. Арҙаҡлы шәхес ил күңелендә һаҡлана­саҡ. Ғәзим Шафиҡовтың бай ижады, ҡаһарман эшмәкәрлеге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Был мәҡәләмде Ғәзим Шафиҡовҡа арналған ошо шиғырым менән тамам­лағым килә:

ЭЙӘР

Уҙған юлға ҡайырылып ҡарап,
Моңаймаҫ та тимә ир кеше.
Ыласындар төҫлө батырҙар ҙа
Бер төшмәһә, аттан бер төшөр.

Ғүмер уҙа, йөрәк майын һыҙа…
Елә йылдар… Күҙ ҙә эйәрмәй!
Йылдар беҙҙе аңдып тора кеүек
Бәреп төшөрөргә эйәрҙән.

Иҫкән елдән генә ҡалтырарға
Ебек түгел беҙҙең електәр…
Эйәрҙәрҙән улай бик тиҙ осмаҫ
Ат һыртында үҫкән егеттәр.

Ғүмер буйы ҡанды ҡайнатырҙай
Һыуҙар менән уттар уртланыҡ.
Һәр таң һайын йөрәкһетә беҙҙе
Уралтауҙың эйәр-һырттары.

Рауил Бикбаев,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Тоғролоҡ
Ғәзим Шафиҡовҡа

Һин үҙеңә,
Һин һүҙеңә тоғро,
Һин тоғроһоң хатта үсеңә.
Тотҡан үсеңдәге ярһыулығың
Ҡеүәт өҫтәй һаман көсөңә.

Һин дуҫлыҡҡа,
Мөхәббәткә тоғро,
Анттарһыҙ ҙа тоғро хаҡлыҡҡа.
Хаҡлыҡ, тиеп, күпме һүҙ күтәрҙең
Һүҙ тейҙермәҫ өсөн халыҡҡа.

Тәүәккәллек,
Саялыҡҡа тоғро.
Тәүәккәлдәр ҡаны ҡаныңда.
Һәр аҙымың, һүҙең көндәй асыҡ,
Дөрөҫ ҡылғандарың, аңың да.

Олатайҙар ҡыуған юлға тоғро,
Бөтә булмышыңдан башланып.
Халыҡ өсөн бер ни тормай һиңә
Һыуҙар кисеү, утҡа ташланыу.

Боронғоңа мәңге тоғроһоң һин
Тәрән тамырҙарға тартылып.
Тарих һабағына таянаһың,
Уйың киләсәккә артылып.

Көрәш дауам итә,
Яуызлыҡ күп,
Көс бөтмәгән ҡаршы торорлоҡ.
Һинең көсөң — илгә инаныуҙа,
Халыҡ иманына тоғролоҡ.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Мәҙинә
    Мәҙинә от 03.10.2014, 09:05
    Шәп ағай хаҡында бик шәп хәтирә! Рәхмәт!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872