Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һис тә юҡҡа түгелдер
Һис тә юҡҡа түгелдер
Институтта уҡыған егет дуҫлашып йөрөгән һабаҡташ ҡыҙын ата-әсәһе һәм туғандары менән танышты­рырға алып ҡайта. Теләктәре береккәненә баҫым яһап, өйләнешергә уйлауҙарын да әйтеп һала. Буласаҡ килендең урыҫ милләтенән булыуы егеттең өләсәһенә бигүк оҡшап етмәй. Яратҡан ейәненең яҙмышын ят бауыр менән бәйләргә йыйынғанын өнәмәгән әбей тураһын әйтә. Быға тиклем һүҙгә артыҡ ҡыҫылмаған ҡунаҡ ҡыҙының: “Мин башҡортса ла беләм”, – тип белдереүе оло кешегә аяҙ күктә йәшен атҡандай тәьҫир итә.


Элек совхоз бүлексәһе булған, башҡорттар менән урыҫтар татыулыҡта һәм дуҫлыҡта ут күрше йәшәгән Атарша ауылында оҙаҡ йылдар балалар уҡытҡан Дулли Исрафил ҡыҙы ошо тормош сәхифәһен беҙгә лә бәйән итте. Ул ата-әсәләрҙең һорауы буйынса үҙе етәкселек иткән класта башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан. Мәҡәлә башында телгә алынған ҡыҙ нәҡ ошо класта уҡыған.
Башҡорт телен “һыу кеүек эскән” урыҫтар Атаршала бөгөн дә бар. Бына ошо түгелме ни ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы өсөн ысын бәхет?! Дулли апайҙың хеҙмәте ниндәй уңышлы булған! Дан-шөһрәт артынан ҡыумай, маҡтаулы исем дауламай, етәкселәрҙән ара-тирә байрамдарҙа ишеткән бер аҙ йылы һүҙгә әүрәп, йәшлегендә һайлаған һөнәренә тиҫтәләрсә йыл тоғро булып йәшәгән дә йәшәгән. Уҡыусыларҙың, ата-әсәнең ихтирам-хөрмәтенә, ысын күңелдән әйтелгән рәхмәтенә шатланып, илһам алып эшләүҙең һөҙөмтәһелер был.
Әле 75 йәшлек юбилейына төрлө тарафтан йылы ҡотлауҙар ҡабул иткән уҡытыусы-ветеран Дулли Исрафил ҡыҙы Ғарипова хозур тәбиғәтле Салауат районында, йәмле Йүрүҙәнде һыулаған 2-се Иҙелбай ауылында буй еткергән. Үҙ теләге менән беренселәрҙән булып фронтҡа киткән, Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышып, яу яланында батырҙарса һәләк булған атаһын аҙ ғына төҫмөрләгән ҡыҙҙың бала сағы ауыр йыл­дарға тура килә. Әсәһе Зәкиә Хафиз ҡыҙы, барлыҡ тыл хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, бөтә михнәттәрҙе башынан үткәрә, колхоз эшендә ҡатнаша, өс ҡыҙын аяҡҡа баҫтыра.
VII класты тыуған ауылында тамамлап, Арҡа­уылда урта белем алғас, ҡыҙ әсәһе бешергән түтәрәм икмәк һалынған тоҡсайын артмаҡлап, ҡырҡ саҡрымда ятҡан Мәсәғүт педагогия учи­лищеһына юллана.
— Башҡа һөнәр һайлау уйы башҡа ла килмәне, — ти ветеран, йәшлек хәтирәләренә бирелеп. – Апайымдың уҡытыусы булғаны ла, мөғәллим­дәремдең үҙ эшенә мөкиббән бирелгәнлеге лә быға булышлыҡ иткәндер.
1958 йылда 19 йәше лә тулмаған ҡыҙҙы Балаҡатай районының Красный Муравей ауылына бәләкәй комплектлы мәктәпкә тәғәйенләйҙәр. Биш йылдан белем усағының етәксеһе итеп ҡуялар. Ун өс йыл буйы ошо йөктө уңышлы тартҡан уҡытыусыны артабан Атарша һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә күсерәләр. Ветерандың дөйөм эш стажы — 40 йылдан ашыу, хеҙмәт кенәгәһендә берҙән-бер яҙыу бар.
Республиканың төньяҡ-көнсығышында урын­лаш­һалар ҙа, Балаҡатай менән Салауат райондары сиктәш түгел. Дулли апайҙың тыуған ауылына ла алыҫ ҡына. Яҙмышы шулай булғандыр инде: ошо төйәктә үҙ яртыһын таба Йүрүҙән һылыуы. Совхоздың алдынғы механизаторы Фәйзулла Мәүлит улы менән бөгөн үҙаллы тормош юлынан ныҡлы атлаған ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ололары Фаил атаһы өлгөһөндә игенсе һөнәрен үҙ иткән. Комбайнсылар араһында бер нисә тапҡыр район чемпионы ла булған. Наил иһә Яңы Балаҡатай балалар-үҫмерҙәр мәктәбендә йәш шахматсылар тәрбиәләй, төпсөктәре Гүзәл – сауҙа эшендә. Үкенескә ҡаршы, ире иртә гүр эйәһе була, Дулли апай бөгөн донъяны бер үҙе көтә.
– Яҙмышымдан уңдым, — ти ул ҙур ғорурлыҡ менән. – Ғүмеремде яратҡан эшемә арнаным. Элекке уҡыусыларым әле лә рәхмәт әйтә. Атарша мәктәбе коллективының яртыһынан ашыуы, шул иҫәптән уның етәксеһе – минең тәрбиәлә­неү­селәрем. Мәсәғүт педагогия училищеһын ғына ла апайымдың ике улы, үҙемдең ике ейәнсәрем тамамланы. Әле яңыраҡ һанап ултырҙым: беҙҙең нәҫелдә был ауыр, әммә изге хеҙмәт вәкилдәре 250-нән ашыу!
Эйе, ерҙә яҡты эҙ ҡалдырып, күптәрҙе үҙ һөнәренә ылыҡтырып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ветеран. Уның йәмәғәт эштәренең урта­һында ҡайнағанын, тиҫтә йыл халыҡ судында заседатель булғанын, район кимәлендәге фес­ти­валдәрҙә әүҙем ҡатнашҡанын да өҫтәһәң, ысынлап та, таң ҡалырлыҡ шул. Шуға ла Дулли Исрафил ҡыҙының, популяр йырҙа әйтелгәнсә, “Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер” тиергә тулы хоҡуғы бар.





Автор: Айсар ҮҘӘНБАЕВ. Район: Балаҡатай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә