Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Мәләүездә илһөйәрҙәр тәрбиәләнә

Район мәктәптәрендә һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусылар араһында “Мәләүез илһөйәрҙәре” ижади эштәр конкурсы башланды. Ул 23 февралгә тиклем дауам итәсәк.
Рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, ҡораллы бәрелештәрҙә һәм Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәттең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар өлгөһөндә балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү – конкурстың төп маҡсаты. Еңеүселәр һүрәт, архив фотоһы, ҡул эштәре, шиғыр, проза әҫәре номинацияларында билдәләнәсәк.
“Көнгәк”, Мәләүез районы.


Егәрлегә эш табыла

Октябрьский ҡалаһында хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү өсөн байтаҡ саралар тормошҡа ашырыла. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә әйтеүҙәренсә, былтыр эшһеҙ ҡалған 207 кеше икенсе һөнәр алыу мөмкинлеге менән файҙаланған. Уларға дөйөм алғанда 637 мең һумлыҡ стипендия түләнгән.
Федераль программаға ярашлы, үҙ эшен асырға теләгән 15 кешегә финанс ярҙамы күрһәтелгән. Шәхси эшҡыуар булып теркәлеүселәр тағы 15 эш урыны булдырған. Бынан тыш, мөмкинлектәре сикләнгән алты кеше эшләй башлаған. Әлеге көндә үҙәктә 683 эшһеҙ иҫәптә тора. Ҡалала эшһеҙлек кимәле 1,19 проценттан артмай.
“Октябрьский нефтяник”.


Күмертауҙар һайлауға әҙер

Күмертауҙа урындағы үҙидара органдарына һайланасаҡ депутатлыҡҡа кандидаттарҙың исемлеге төҙөлдө. Һайлау округтары буйынса 49 кандидат теркәлгән, шуларҙың 17-һе — үҙен үҙе күрһәтеүселәр, ҡалғандары — сәйәси партиялар вәкилдәре. “Берҙәм Рәсәй”, “Ғәҙел Рәсәй” һәм Рәсәйҙең либераль-демократик партияларынан 30 кандидат теркәлгән.
4 мартта үтәсәк һайлауға ҡалала 27 участка һайлау комиссияһын ойоштороу ҡарала. Рәсәй Президентын һайлауҙа икенсе урында тауыш биреү өсөн таныҡлыҡтар бирелә башлаған. Был мөмкинлектән әлегә биш кеше файҙаланған.
“Юшатыр”, Күмертау ҡалаһы.

Дәүләт наградаһы тапшырылды

Чернобыль атом станцияһындағы һәләкәткә байтаҡ ваҡыт үтте. Фажиғәнән һуң уның эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында унда меңәрләгән кеше ебәрелде. Улар араһында Ҡомъяҙы ауылынан Рауил Вәлиев тә булған.
Ил алдында гражданлыҡ бурысын үтәүҙә фиҙакәрлек күрһәткән яҡташыбыҙ Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Указына ярашлы “Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләт тарафынан хеҙмәте юғары баһаланған шәхес ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ.
“Балтас таңдары”.


Кескәйҙәргә ҙур бүләк

Хәйбулла районының Аҡъяр һәм Садовый ауылдары балалары өсөн Садовый ауылы мәктәбе бинаһында 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы үҙ ишеген асты. Һәр көн иртән ата-әсәләр кескәйҙәрҙе район үҙәгенән махсус автобус менән Садовыйға илтә. Кискеһен балаларҙы ошо уҡ автобус кире алып ҡайта. Йөрөтөүе бер аҙ мәшәҡәтле тойолһа ла, ата-әсәләрҙең ҡыуанысының иге-сиге юҡ.
Хәйбулла районы мәғариф идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, балалар баҡсаһына сиратта 470 сабый тора. Шуға мәғариф идаралығының был аҙымы хуплауға ғына лайыҡ. Берҙән, мәктәп бинаһы һаҡланып ҡала, икенсенән, күпме ата-әсәнең мәшәҡәте кәмей. Шулай уҡ биш кешегә эш урыны табылған. Йыһаздарҙы шәхси эшҡыуар Илшат Игебаевтың оҫтаханаһында эшләгәндәр. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин балалар баҡсаһын асыу тантанаһында, 2012 йылда район үҙәге Аҡъярҙа 240 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк, тип белдерҙе. Тимәк, районда был тәңгәлдә хәлдәр яҡшыра.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”.


Етемдәр фатирлы булды

Нефтекама ҡалаһының энергетик һәм Әмзә биҫтәләрендә йәшәүсе алты етем үҫмергә күп ҡатлы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды.
Бындай сара ҡалала икенсе тапҡыр үтә. Бәлиғ булған 14 етемгә 13 миллион һумлыҡ 12 фатир асҡысы бирелгән. Сығымдар федераль, республика ҡаҙнаһынан ҡапланған.
“Красное знамя”, Нефтекама ҡалаһы.


Кеше бөйөклөгө – ябайлыҡта

Ғәлиәхмәт Ҡотошов – Ҡыйғы районының Кандаковка ауылынан. “Әйлестан” гәзитен тәүге һандан уҡ алдыра һәм үҙе лә редакция менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Уның мәҡәләләре йышыраҡ ауыл хужалығы темаһына арнала. Автор “Новый мир” колхозында 15 йыл рәйес вазифаһын башҡарған, хужалыҡты алдынғылар рәтенә күтәргән. Ағай күптән хаҡлы ялда булһа ла, райондың киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгән аҡһаҡалдарҙың береһе. Быйыл гәзит, үҙенең иң әүҙем авторҙарын билдәләп, ун биш кешегә премия тапшырҙы, шул иҫәптән Ғәлиәхмәт Мөхәммәт улына ла. Был аҡсаны ул Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе лейкоз менән ауырыған балаға күсереүҙе хуп күргән.
“Әйлестан”, Дыуан районы.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә