Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Путевканы ла үҙләштерәләр...
Миәкә районы хакимиәтендә бәлиғ булмағандарҙың ялын ойоштороуға бәйле ҡануниәттең үтәлешен тикшереү барышында прокуратура ташламалы путевкаларҙы бүлеүҙәге етешһеҙлекте асыҡланы.

Опека һәм бағыусылыҡ бүлеге урындағы балалар лагерында етемдәрҙең йәйге ялын ойоштороуға путевканы район ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алған. Быйыл майҙа бүлек хеҙмәткәрҙәре социаль приютта тәрбиәләнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән ике ял документын үҙҙәренең таныштарына бушлай тапшырған.
Район хакимиәте башлығына ғәйепле кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу, эштән бушатыу тураһында күрһәтмә ебәрелде. Әле белгестәрҙең береһенә шелтә бирелгән.

Ялған протокол бәләһе

Белоретта суд Федераль миграция хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. 32 йәшлек ҡатын законһыҙ миграцияны ойоштороуҙа, ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Тәфтиш органдары һәм суд тарафынан билдәләнеүенсә, 2012 йылдың ноябренән 2013 йылдың июленә тиклем миграция хеҙмәтенең ҡала бүлеге инспекторы Үзбәкстан, Тажикстан һәм Азербайжандан килгән 138 гражданды законһыҙ теркәгән. Мигранттарҙың күбеһе Белорет районынан ситтә йәшәгән. Тикшереү барышында инспекторҙың урындағы халыҡтан 5-9 мең һум күләмендә ришүәт алыуы асыҡланған.
Эш күрһәткесен яҡшыртыу теләге менән ул былтыр майҙа сит ил гражданын ойошма директоры итеп эшкә урынлаштырыу тураһында ялған документ төҙөгән. Рәсми ҡағыҙҙағы мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәү сәбәпле, прокурор тикшереүе башланған. Суд инспекторҙы биш йылға иркенән мәхрүм итеү һәм 560 мең һум штраф һалыу тураһында ҡарар сығарған.

Дары һаҡлаған

Иглин районы полицияһына Урман ҡасабаһында йәшәгән 25 йәшлек ир-егеттең өйөндә шартлатҡыс һаҡлауы тураһында хәбәр итәләр.

Тәртип һаҡсылары, ысынлап та, йорт ҡыйығында 1,3 килограмм дары таба. Ир уны 2011 йылдың майында артиллерия арсеналындағы янғындан һуң урманда табып алыуы хаҡында һөйләп бирә. Әле ул боеприпасты законһыҙ һаҡлауҙа ғәйепләнә. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, егеттең дүрт йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Үҫмерҙәргә ни етмәй?

Сибайҙа 17 йәшлек өс үҫмергә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Улар сит торлаҡҡа баҫып инеүҙә ғәйепләнә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел ярайһы уҡ һалмыш егеттәр, битлек кейеп, бәлиғ булмаған ете үҫмер йыйылған фатирҙың ишеген емереп ингән. Уларҙы туҡмап, енәйәтселәр банк картаһын, өс кеҫә телефонын, көмөш сылбыр һәм 50 һум аҡса талап алған. Әммә алыҫ китә алмайҙар, полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулына эләгәләр.

Ришүәтсе “ҡапҡанға эләккән”

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы Күмертау ҡалаһындағы “Кинопарк” предприятиеһы директоры урынбаҫарының ришүәтселек менән шөғөлләнеүенә бәйле енәйәт эшен тикшерҙе.

Былтыр декабрҙә 33 йәшлек ир кафены ҡуртымға алыу хаҡында килешеү төҙөгән өсөн эшҡыуарҙан башта 100 мең һум аҡса талап иткән, һуңыраҡ был сумманы 50 мең һумға төшөргән. Директор урынбаҫары бер үк ваҡытта кино комплексын биләгән бүтән йүнселдәрҙән дә аҡса таптырған. Улар полицияға мөрәжәғәт иткәс, енәйәтсе 345 һум ришүәтте үҙләштергәндә ҡулға алынған.

Наркомандан игелек көтмә

Белоретта 33 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул баланы үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә.

Тәфтишселәр әйтеүенсә, наркотиктан күҙе томаланған әҙәм аҡтығы үҙе менән бергә йәшәгән ҡатындың алты йәшлек малайына сүкеш менән һуҡҡан. Әсә балаһын дауаханаға илткән, әммә имгәнеүҙең сәбәбен аңлатыуҙан баш тартҡан. Табиптар кескәй пациент хаҡында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Енәйәтсе ҡулға алынған. Әйткәндәй, ҡатын менән ир әүәлерәк тә наркотик һатҡан өсөн суд хөкөмөнә тарттырылған булған.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә