Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кем “ҡоймаҡ”ты оҫта ҡоя?
Кем “ҡоймаҡ”ты оҫта ҡоя?
Район үҙәгенең бер яҡ осонан күңелле көй-моң ағыла, халыҡтың шау-гөр килгәне ҡолаҡҡа салынып ҡала, уны ваҡыты-ваҡыты менән техника тауышы баҫа. Әбейҙәр сыуағы тантана иткәндә ниндәй байрам бара икән? Ҡыҙыҡһынып, беҙ ҙә шул тарафҡа юл тоттоҡ.

– Әллә һеҙҙә һабантуй көҙгә күсерелдеме? – тип һорайым беҙҙе уҙып киткән бер ағайҙан.
– Юҡ, сентябрҙә урман хеҙмәткәрҙәре көнө бит, шунда ашығам, – тине ул.
Ысынлап та, Бағаҙы буйы һабантуйҙы хәтерләтә: яр буйында автомашиналар теҙелгән, халыҡ мыжғып тора. Бәй, бында урмансыларҙың байрамы айҡанлы бәйге ойошторолған да баһа!
Район хакимиәте вәкиле Наил Ғиндуллин егеттәрҙе “Ҡоймаҡ” конкурсында ҡатнашырға саҡырыуға, унлаған ир-уҙаман әҙерлек һыҙығына килеп тә баҫты.
Наил Ғәйфулла улы аңлатыуынса, бүрәнәнән ҡоймаҡ йоҡалығындай ғына әйбер бысырға кәрәк. Тимәк, конкурсант уны мөмкин тиклем нәҙегерәк итергә тейеш. Бына бысҡылар шажларға тотондо, “ҡоймаҡтар табанан төшә” башланы. Жюри ағзалары билдәләүенсә, иң йоҡаһын Линар Мостафин “ҡойҙо”.
– Бәләкәйҙән бысҡы, балта менән дуҫ инем, урмандан сыҡманым, – ти электр бырауы менән бүләкләнгән Линар Мәрүән улы. – Күпме йәрәхәт алғанымды атайым ғына белә. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлап, ауылға эшкә ҡайттым. Яңы Бәрҙәштә әле донъя көтәм, шәхси эшҡыуар Хисамовта эшләйем.
Линар кәләше Рәфилә менән (ул – уҡытыусы) Линара, Нәркәс һәм Ранис исемле балалар үҫтерә.
Бынан тыш, тиҙлеккә утын бысыу, бысҡыны һүтеп йыйыу, белемде тикшереү буйынса ла көс һынашты урмансылар.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илдус Мусин билдәләүенсә, бындай сара районда йыл да тиерлек уҙғарыла, конкурс урмансы һөнәренең абруйын күтәрә.
Бай тәьҫораттар менән Бағаҙы буйынан ҡайтырға сыҡҡанда бер төркөм малай күҙгә салынды. Хәбәрҙәренә ҡарағанда, барыһы ла киләсәктә яҙмышын урман менән бәйләмәксе.
– Минең исемем Мансур, лесникка уҡыясаҡмын!
– Искәндәр булам, ә миңә техник һөнәре оҡшай!
Вадим, Марат һәм башҡалар ҙа ағас эшенә мөкиббән бирелгән. Баҡтиһәң, дуҫтарҙы бында берәү ҙә саҡырмаған, һәр кем үҙ теләге менән килгән. Тимәк, урмансылар байрамының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Йәш быуында ошо һөнәргә ҡарата һөйөү уятыуға, улай ғына ла түгел, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә лә этәргес бирҙе ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә