Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ир ҡанаты ат булыр...
Ир ҡанаты ат булыр...
Өфөнән иртә ҡуҙғалғандай булһаҡ та, Яңы Яппарға килеп ингәндә, ауыл халҡы мал-тыуарын көтөүгә ҡыуып, ҡош-ҡортон тәрбиәләп бөтөрөп, урамда бер аҙға һиллек урынлашҡайны инде. “Һеҙҙең төбәккә юл төшөргә тора, район үҙәгенә килешләй үк һуғылып, күреп китербеҙ әле”,— тип Филүс Ғәлиуллинға алдан хәбәр иткәйнек. Шунлыҡтан, ят автомобилде шәйләп, ҡапҡа алдына сығып уҡ ҡаршы алды ул беҙҙе.


“Башҡорттоң көнитмешен
белеп-күреп китһендәр...”


Тәүге тапҡыр танышып-күрешһәк тә, һүҙ тиҙ ялғанды. Хәйер, алсаҡ, йылы ҡарашлы, йүнселлектәре йөҙҙәренә сығып торған кешеләр менән осрашҡанда һәр саҡ шулай була. Иң элек республика гәзите хәбәрселәренең үҙҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы сәбәбен белгеһе килде Филүс Исмәғил улының.
— Ауылыбыҙҙа шәхси хужалығында күпләп мал аҫраған, йылҡы тотҡан, ҡымыҙ бешкән эшҡыуарҙар беҙҙән башҡа ла байтаҡ, — тип ныҡышҡандай булды тәүҙә.
— Күптер ҙә бит, әммә ҡыйыулыҡ күрһәтеп, тә­үәк­кәлләп йылҡысылыҡҡа иң элек һеҙ тотонғанһығыҙ түгелме ни? — тигәс, әңгәмәләшергә ризалашҡандай итте.
Эйе, үҙҙәре әйтмешләй, ҡәҙимге ғаиләләрҙең береһе Ғәлиуллиндар. Зифа Наил ҡыҙы ла ошо ауылдыҡы. Ике бөтмөр йән ҡауышып, матур итеп донъя ҡорған. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары һәм улдары етеш тормошта, иркен йортта, хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫеп килә. Тәү ҡарауға, ысынлап та, барыһы ла ауылдарҙа көн иткән ҡара­тырыш, егәрле, заманға яраҡлашып йәшәй белгән ғаиләләрҙәге кеүек. Шулай ҙа Филүс Исмәғил улының башҡаларҙан айырылып торған ҡайһы бер күркәм сифаттарын күрмәү мөмкин түгел.
Оло йортҡа аяҡ баҫыу менән, моғайын, стеналағы фотостендҡа һәр кемдең күҙе төшәлер. Беҙҙең дә иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итте ундағы фотолар. Яҡыныраҡ килеп ҡарағас, ғәжәпләнеп хужаға төбәлдек.
— Эйе, эйе, билдәле космонавтар улар. Аптыра­мағыҙ, беҙҙә йыш ҡунаҡ булалар. Ауыл малайҙары менән төшкәне — Александр Баландин. Былары — космонавт-һынаусылар Сергей Ревин, Юрий Ващук, Анатолий Сафронов.
Ишетеп беләһегеҙҙер, Калиновка ауылында Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы, яҡташыбыҙ Урал Солтанов исемендәге аэрокосмик мәктәп эшләй. Унда рес­публикабыҙҙан, Рәсәй төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңгән үҫмерҙәр килә. Ә мин уларҙы ҡымыҙ менән тәьмин итеп торам. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә экскурсияға ла саҡырам. Ҡымыҙ бешеүҙе, башҡорт балын нисек алыуҙы, ҡа­ҙылыҡ кеүек милли ризыҡтарҙы әҙерләүҙе үҙ күҙҙәре менән күрәләр. Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының көн­итмеше менән таныштырам. Билдәле космонавтар, летчик-һынаусылар Дәүләкән еренә аяҡ баҫҡан мәлдән файҙаланып ҡалырға тырышам. Ауыл үҫмерҙәрен аэрокосмик мәктәп лагерына алып барып, спорттың төрлө төрө буйынса ярыштарҙа ҡатнаштыртам. Сит төбәк­тәрҙәге тиҫтерҙәренән ҡалышмаһындар тип, һәр бере­һенә спорт кейеме алып бирҙем. Малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа теләп бара шахмат, теннис, футбол, волейбол буйынса көс һынашырға, – тип аңлатты ул, үҫмерҙәрҙең космонавт янында төшкән фотоһы менән ҡыҙыҡ­һы­ныуыбыҙҙы күреп.
Ауыл балалары хаҡында хәстәрлек күреүен ябай ғына аңлата Филүс. Киләсәктә уларға күҙ төбәйәсәкбеҙ бит. Аҡса тип табынып йәшәү дөрөҫ түгел, ошо ерҙә төпләнеп ҡалғанбыҙ икән, ауыл яҙмышы хаҡында ла уйланырға, ҡулыбыҙҙан килгән ҡәҙәр өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ, тип иҫәпләй ул. Ауыл ма­лайҙарының ҡурайҙа уйнай белеүен дә һөйөнөп еткерҙе.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй..

Ир ҡанаты ат булыр...Филүс Исмәғил улы тураһында һүҙ алып барғанда нәҡ шулай тип әйтергә мөмкин. Заманында олатаһы Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барған. Хатта ике тапҡыр булған алдынғы колхозсы илдең баш ҡалаһында. Әсәһе Фатима Нурислам ҡыҙы ла, атаһы Исмәғил Ғәлиуллин да — колхозда тир түгеп, ауылдаштарының ихтирамын яулаған хөрмәтле кешеләр. Фатима инәйҙе күреп китә алманыҡ, тынғыһыҙ йән өйҙә тора тиме һуң! Баланға киткән, тинеләр. Ә Исмәғил ағай, үкенескә ҡаршы, мәрхүм икән инде. Икеһе лә “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Шуға Филүстең генә түгел, тағы дүрт бала­һының тыуған ерендә ең һыҙғанып эшләп, матур итеп йәшәүҙәренә һис аптырайһы түгел.
—Туғандар менән бергә тартабыҙ донъя йөгөн, — тип көлөмһөрәп әйтһә лә, ысынлап та, шулай. Һәр ҡайһы­һының ихатаһында техника. Мал аҙығы әҙерләгәндә лә, башҡа эштәрҙе атҡарғанда ла ярҙамлашып, терәк булып йәшәйҙәр.
Филүс Исмәғил улының йылҡы үрсетеү буйынса тәжрибәһе ярайһы ҙур, тиҫтә йыл шөғөлләнә. Әле ихатаһындағы ат һаны 50-гә еткән. Хәҙер ҡымыҙҙы йәй айҙарында ғына түгел, йыл әйләнәһенә бешмәкселәр. Ихтыяж булғас, ҡыш та ял итергә иҫәптәре юҡ. Яңы Яппар ҡымыҙының тәмен силәбеләр ҙә белеп алған, шифалы эсемлекте аҙнаһына ике тапҡыр уларға ла оҙаталар.
— Ҡымыҙ бешеү һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Зифаның маһирлығы ҡайҙан? — тип ҡыҙыҡ­һынабыҙ.
— Эйе, бейәне һауып, һөтөн шифалы эсемлек иткәнсе апаруҡ тир түгергә кәрәк. Колхозда ла был эш оҫталарҙың да оҫталарына ғына ышанып тапшырыла торғайны. Әсәйем элек-электән ҡымыҙ яһаны. Тәү сиратта ҡулланылған барлыҡ нәмәнең таҙа булыуы мотлаҡ. Тәме билдәле температура һаҡланыуға ла, әсеткегә лә бәйле. Хәйер, һәр кем үҙ ысулын ҡулланып яһай, — тип эш үҙенсәлеге менән таныштырҙы Филүс Ғәлиуллин.
— Ҡәйнәм өйрәткәнсә бешәм. Килен булып төшкәндә бейә эргәһенә яҡын барырға ла ҡурҡа инем. Хәҙер көнөнә дүрт тапҡыр 10-15 бейә һауам. Малҡайҙарҙы яратырға, иркә һүҙҙәр генә әйтергә кәрәк. Һауған саҡта тауышланырға ярамай. Исемдәре менән яғымлы өндәшкәс, тиҙ өйрәнеп китәләр, — тип һүҙҙе ялғаны Зифа.
— Ә исемде нисек табып бөтөрәһегеҙ, бергәләп эҙләйһегеҙме?
— Уныһын балалар үҙ өҫтөнә алған. Ҡолон тыуған һайын төҫөнә, холҡона, матурлығына ҡарап ҡушалар. Мәҫәлән, шәкәр яратҡанын — Шәкәрбикә, тояғында аҡ булғанын — Аҡтояҡ һәм башҡалар. Хәҙер, шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ ҡул араһына инде, шуға еңелерәк. Бәләкәйҙән ат күреп үҫкәс, холоҡ-фиғелдәрен яҡшы беләләр, — тине хужабикә.
Филүс Исмәғил улына ат “ене” бәләкәйҙән ҡағылған. Атай йортонда ла аҫралған, колхозда аттар ҡараған сағы ла булған. Колхоз тарҡалып, уларҙы бөтөрә башлағас, һигеҙ баш йылҡы һатып ала. Шунан алып үҙе үрсетә башлай. Ошо төбәк тәбиғәте шарттарына яраҡлашҡандарына ғына бирә өҫтөнлөктө, башҡа тоҡом менән ҡушмай, сөнки Дим буйы аттары ла элек-электән сыҙамлылығы менән һынатмағанын яҡшы белә.

Тыуған ер яҙмышы һәр кемде уйландырырға тейеш

Филүс Ғәлиуллинды, ҡымыҙ етештереү менән бер рәттән, ауылға бәйле мәсьәләләр ҙә борсой. Мәҫәлән, киләһе йыл Яңы Яппар ауылына нигеҙ һалыныуға 145 йыл тула. Шуға ҡәҙәр урамға асфальт түшәттереүгә өлгәшергә хыяллана. Проекты бар икән инде, депутат ярҙамында ошо мәсьәләне күтәрмәкселәр. Ситкә һи­белгән барлыҡ ауылдаштарын йыйып, ҙур итеп уҙғар­маҡсылар был сараны. Ауыл һабантуйын да тергеҙергә иҫәптәре. Ҡунаҡтар йыйылыуға ҡымыҙҙы Яңы Яппарҙың бренды итеп, йәғни ауылға ингән урында һүрәтен эшләп ҡуйырға тигән теләге лә бар.
— Беҙҙә элек-электән эшсән, тырыш кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем “Яңы таң” колхозының Башҡортостанда беренсе урынды яулаған сағы ла булған. Әле шәхси хужалыҡтарҙа 40-лап трактор бар, һыйыр малы бер меңгә етһә, ат — 400 баш. Тиҫтәләгән ғаилә ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Халыҡ, нигеҙҙә, мал-тыуар аҫрап донъя көтә, — тип тыуған төбәге халҡы менән ғорурланып та ҡуйҙы.
Күңелен өйкәгән мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәҫә­лән, шәхси хужалыҡтар етештергән һөттө арзан хаҡҡа йыйыуҙары менән килешкеһе килмәй.
— Аралашсылар ни бары 6-7 һумға ала, ә 15 һумға тапшырған осраҡта ла ауыл кешеһе мал үрсетергә тырышыр ине. Әле мал аҫраған кеше уны арзанға биреп, һатып алыусы ҡиммәт хаҡҡа алып зыян күрә. Был сылбырҙа бары тик аралашсы ғына ота. Хәҙер мал аҙығы әҙерләү өсөн дә, мал аҫраһаң да мөмкинлек бар. Шуға күрә урта хәлле ғаиләләр ҙә унлап һыйыр тота ала. Хөкүмәт ауыл халҡына йөҙ менән боролһа, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә алабыҙ. Етештергән тауарыңды тапшырып булһа, шәхси хужалығында эшләп, илдең аҙыҡ-түлек базаһын нығытыуға өлөш индереп торған ауыл кешеһенә лә лайыҡлы пенсия билдәләнһә, йәштәр ҙә сығып китмәҫ, ауылдар ҡартая тип тә борсолмаҫ инек. Беҙ һәр баш малға һалым түләргә риза, тик лайыҡлы пенсияға гарантия булһын. Фермер аяғына ныҡлап баҫып киткәнсе кредит та процентһыҙ бирелһен ине. Әгәр Хөкүмәт яғынан шундайыраҡ ярҙам булһа, бер ниндәй санкцияның да ҡурҡынысы юҡ, илдә аҙыҡ-түлек наҡыҫлығы тыумаҫ тип ышандыра алабыҙ, — ти Филүс Ғәлиуллин.



Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Дәүләкән районы, Яңы Яппар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә