Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берәү, әммә берәгәйле!
Берәү, әммә берәгәйле!
“Баймаҡтар маҡтанырға ярата, шуға күрә уларҙың күкрәгенән күк китмәй, имеш”, тигән шаяртыуҙы ишеткәнегеҙ барҙыр. Ләкин уңайы сыҡҡан һайын һәр кем үҙенең тыуған яғы, яҡташтары, тарихы менән ғорурланмай булмайҙыр. Хатта иң баҫалҡы кеше лә, эстән генә булһа ла, беҙҙеке бит ул, тип маһайып ҡуялыр, моғайын. Бер ҙә юҡҡа күкрәк һуғып йөрөмәһәк тә, райондың “Салауаттар” яҡташтар осрашыуында “танауҙар күтәрелә” башлаһа, “Бармы бында лағырҙар?” тип һорау оран кеүек тәьҫир итә, һәм барыһы ла: “Тик Лағыр түгел!” — ти башлай. Шул саҡта инде ысынлап та, үҙең дә һиҙмәҫтән, ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең.


Эйе, ауылдаштарым араһында элек тә, хәҙер ҙә республика кимәлендә лайыҡлы урын биләү-селәр һәм уның үҫешенә үҙ өлөшөн индереү­селәр булған, әле лә бар. Шуларҙың береһе — бөгөнгө геройым Мөҙәрис Кәримов.
Сәмсикамал менән Рәсүл Кәримовтар ғаи­ләһендә ул тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы киткәндә туғыҙ айлыҡ ҡына булып ҡалған малай дүрт йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡан ғәзиз кешеһен йорт хужаһы булып ҡаршылай. Бәләкәйҙән шаян, күңелсәк, шул уҡ ваҡытта ихлас, яуаплы булып үҫә Мөҙәрис. Шулай булмай ни, үҙенән һуң донъяға килгән туғандарына ағай – өлгө күрһәтеүсе, атаһы менән әсәһенә терәк-кәңәшсе бит ул. Ошо тойғо уны ғаиләһендә генә түгел, ғүмер юлы дауамында ла оҙата йөрөй.
Мәктәптә уҡыған йылдарында тиҫтерҙәренән зиһенлелеге, зирәклеге, әүҙемлеге менән айырылып тора ул. Лағыр мәктәбендә VIII класты тамамлағас, урта белемде Нәсибаш ауылында ала. Мәктәп йылдарында уҡ үҙенә һөнәр ҙә һайлап ҡуя – бухгалтер-иҡтисадсы булырға! Ошо хыялы уны Йоматау ауыл хужалығы техникумына алып килә лә инде. Кеше бәхетенең бер өлөшө яратып башҡарған эшенә бәйле тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Ә Мөҙәрис Рәсүл улына лайыҡлы һәм яуаплы хеҙмәт юлы үтергә тура килә, әммә ул бер ерҙә лә һынатмай.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтыу менән Ҡыйғы ра­йонының “Коммунизмға” колхозында баш бухгалтер урынбаҫары булып эшләй башлай. Ошо осорҙа ситтән тороп Бөтә Союз финанс-иҡтисад институтын тамамларға өлгөрә. 1977 йылда иһә СССР Дәүләт банкының Ҡыйғы бүлексәһе ида­расыһы итеп тәғәйенләнә. Ләкин бер йыл үтеүгә, уға тағы ла яуаплыраҡ вазифа йөкмәтәләр: Ленин исемендәге колхозға етәкселек “дилбегә”һен тотторалар. Ошо вазифала биш йыл эшләгән осорҙа колхоз өс тапҡыр республиканың иң яҡшы хужалығы тип билдәләнә, КПСС Үҙәк Коми­тетының, СССР Министрҙар Советының һәм ВЦСПС-тың күсмә байрағын ала, ә тынғыһыҙ етәксе “Почет Билдәһе” орденына һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағы­ҙына лайыҡ була.
Бөгөн, әлбиттә, йылдар аша үткәнгә күҙ ташлап, ошо юлдарҙы яҙыуы ғына еңел, ә еңеү яулау өсөн күпме йоҡоһоҙ төн үткәрергә, күпме таңды яланда ҡаршыларға тура килгән. Шулай ҙа әңгәмәсем эшмәкәрлегенең тап ошо йылдарын һағынып иҫкә ала, бөгөнгө һабантуйҙар мәлендә: “Туйы бар ҙа, һабандары юҡ”, — тип әсенә. Ә бит күптән түгел генә тир түгеп ҡара икмәк үҫтергән игенсенән дә абруйлыраҡ һөнәр юҡ, һәм был һөнәр быуаттарҙан быуаттарға изге булып ҡалыр һымаҡ ине!
Үҙен намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәткәр итеп күрһәткән Мө­ҙәрис Рәсүл улын КПСС-тың кадрҙар резервына индерәләр, Свердловскиҙа Юға­ры партия мәктәбен яҡшы билдәләргә та­мамлағандан һуң, төрлө вазифалы урындар­ға тәғәйенләйҙәр.
Уның финанс һәм банк өлкә­һендәге эшмәкәрлеге Баш­ҡорт­остан өсөн ҙур файҙа кил­те­рә, һөҙөмтәле була. Иҡ­ти­сади реформалар осоронда, 1990 йыл­да, ул БАССР буйынса РСФСР Үҙәк банкы менән идара итеүҙе ҡабул итеп ала, тағы ике йылдан һуң Башҡортостан Милли банкы рәйесе вазифаһына тә­ғәйен­ләнә. Республиканың ике ки­мәлле банк системаһын фор­малаштырыуҙа һәм бар­лыҡҡа килтереүҙә, һуңынан уны то­тош Рәсәйгә таратыуҙа, шулай уҡ иҫәп-хисап үҙәктәре ойош­тороуҙа Мөҙәрис Рәсүл улы­ның әһәмиәте баһалап бөт­кө­һөҙ.
Республика банк йәмәғәт­селегенең ихлас һәм тәрән ихтирамын ул үҙенең юғары профессионаллеге, алдан күҙаллай белеүе, идара итеүҙә тактик һәм стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын табыу һәләте менән яулай. Ниндәй генә вазифала эшләмәһен, тәү сиратта ул хужалыҡ итеүе, матди-техник базаны нығытыу һәм үҙенең ҡул аҫтында эшләү­селәргә иғтибарлы булыуы, йәш кадрҙарҙы тәрбиәләүе менән айырылып тора.
Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе ул етәкселек иткән осорҙа ҡеүәтле банк структураһына әүерелә. Шул уҡ ваҡытта Мөҙәрис Рәсүл улы милли матбуғат баҫмалары менән ныҡлы бәйләнеш булдыра, һәм ул Һаҡлыҡ банкы рәйесе булып эшләгән осорҙа “Пионер” (хәҙерге “Аманат”) журналының даими бағыу­сыһы булып сығыш яһай. Йәш ҡәләм тирбә­теүселәр өсөн ойошторолған төрлө конкурстарға матди яҡтан ярҙам итә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, хеҙмәт ветераны Мөҙәрис Рәсүл улы өйҙә генә ултырыуҙы хуп күрмәй. “Промтрансбанк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Черниковка бүлексәһе” өҫтәмә офисына етәкселекте тәҡдим иткәстәр, шатланып ризалаша һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытта эшлекле коллектив туплауға өлгәшә. Бүлексәне табышлы эшләрлек кимәлгә сығара, кредит һәм депозит портфеленең тотороҡло үҫешенә өлгәшә, кредит эшмәкәрлеген көсәйтә.
Башҡорт банкиры, Башҡортостандың атҡаҙан­ған иҡтисадсыһы Мөҙәрис Кәримов — Сәнәғәт-транспорт банкының “Ирәмәл бүлексәһе” өҫтәмә офисы директоры. Йәштәр өсөн абруйлы остаз бай һөнәри һәм тормош тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша.
Ниндәй генә вазифа биләһә лә, үҙен намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән ир-уҙамандың иң ҙур ҡаҙанышы – илһөйәрлеге, ихласлығы, туған йәнле булыуы һәм йыр-моңға ғашиҡлығы. Саҡ ҡына ваҡыты булыу менән ул ғаиләһе – тормош иптәше, ике ҡыҙы, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре — менән тыуған яғына, йәмле Әй йылғаһы ярында урынлашҡан Лағырына, һөйөклө әсәһенә, туғандарына ашҡына. Атай урынына ҡалған оло ағайҙың ҡайтыуы башҡа туғандары өсөн дә саҡырыу кеүек тәьҫир итә – ҡайҙа ғына бул­маһындар, юҡ ваҡыттарын бар итеп, төп йортҡа ашығалар, Кәримовтарҙың ихатаһы уйын-көлкөгә, шат тауышҡа, йыр-моңға күмелә...
Һүҙемде кинәйәләп кенә баймаҡтарҙан баш­лағайным. Төптән уйлап ҡараһаң, улар үҙҙә­ренең араһынан сыҡҡан шәхестәрен ҙурлай, күтәрә белә. Салауаттан шәхестәр берәү сыға – берәгәй сыға. Шуға ла райондаштар араһында ла: “Тик Лағыр түгел!” —тиҙәр икән, ошо ауылдың бер вәкиле булған Мөҙәрис Рәсүл улы Кәримов хаҡында ла артығын яҙып тороу кәрәкмәйҙер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872