Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдар — тормошобоҙ көҙгөһө
Юлдар — тормошобоҙ көҙгөһө
Көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарҙан замана техникаһында һәм автомобилдә бәүелеп кенә елдергәндә юлсыларҙың хеҙмәтен күрәбеҙме, тейешенсә баһалап еткерәбеҙме икән? Юҡтыр, моғайын. Ә юл хеҙмәте эшселәренең сәфәр сыҡҡан һәр кемдең кәйефе ҡырылмаһын өсөн тәүлек әйләнәһенә тир түгеүенә, һаҡта тороуына иғтибар ҙа итмәйбеҙ.
Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Ринат ЙӘНБӘТОВ менән осрашҡас, һүҙҙе ошо юҫыҡта ла алып барҙыҡ.


— Ринат Фәрих улы, иң элек предприятиеның эшмәкәрлеге менән таныштырһағыҙ ине...
– Беҙҙең хеҙмәт менән яҡындан таныш булмаған кеше юлсыларҙың эше асфальт, ҡом йәки таш түшәү тип кенә иҫәпләй торғандыр, бәлки. Ә бит уларҙың иңендә иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ, сөнки юл-транспорт фажиғәләренә тарымау юлдарҙың торошона ла бәйле.
Коллектив йыл һайын ҙур күләмле эш атҡара. Мәҫәлән, автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, асфальт-бетон менән ҡапланғандарын ремонтлау, юл ситтәрен нығытыу, һыу торбаларын таҙартыу, күперҙәрҙең, нығытмаларҙың төҙөклөгөн тикшереп тороу кеүек әллә күпме бурыс йөкмәтелгән. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ райондағы ауыл биләмәләре юлдарын төҙөкләндереүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Юлдар — тормошобоҙ көҙгөһө— Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре нисә саҡрым юлға күҙ ҙә ҡаш инде?
– Беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылған юлдарҙың оҙонлоғо 650 километрҙан ашыу, уның 400 километрҙан күберәге республика әһәмиәтендә, ҡалғаны — район биләмәһендәге саҡрымдар. Күреүегеҙсә, аҙ түгел. Хеҙмәтләндергән юл оҙонлоғо буйынса Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығы республикала өсөнсө урынды биләй. Иң оҙоно тип Магнитогорск—Ира юлы һанала, ул 105,4 километр тәшкил итә.
— Юл хеҙмәте эшселәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Ғөмүмән, коллективығыҙ хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине...
— Юлсы хеҙмәте тынғыһыҙ, һәр саҡ уяу һәм етеҙ булыуҙы талап итә. Тейешле сәғәтте эшләнем тип ҡайтып китә ал­май­һың. Иркенләп байрам итеү ха­ҡында хыялланырға ғына ҡала. Йәй — айырыуса көсөргәнешле мәл, сөнки йылы һәм ҡоро саҡта күберәк күләмдә эш атҡарырға тырышабыҙ. Шуға ла беҙҙә ошо хеҙмәттең нескәлектәрен аңлаған, заманса техниканы яҡшы үҙләштергән, яуаплылыҡ тоя белгән, квалификацияһын камил­лаштырырға ынтылған һөнәрмәндәр генә эшләй. Мул аҡса тип өмөтләнеп килгәндәр оҙаҡҡа ҡалмай.
Юлдар — тормошобоҙ көҙгөһөТехникум һәм училищеларҙан практикаға ебәрелгән йәштәр, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ҡалырға атлығып тормай. Уларҙы тәү сиратта юғары хеҙмәт хаҡы ҡыҙыҡһындыра. Ғөмүмән, коллектив тотороҡло, уртаҡ маҡсатлы 100-ҙән ашыу кеше тупланған. Байрамдарға, кисәләргә ғаилә ағзаларын да саҡырабыҙ. Балалары тәүге тапҡыр мәктәпкә барған, ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтелә. Буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнәләр, спартакиадаларҙа ҡатнашалар. Нигеҙҙә, ир-ат эшләй беҙҙә, шуға ҡарамаҫтан, эсеү, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр юғалып бара. Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр араһында сәләмәт тормош модаға инде. Инициативалы, бурысын яҡшы аңлаған, ышаныслы йәштәр күп, хеҙмәткәрҙәребеҙ араһында юғары награда алыусылар байтаҡ.
— Ринат Фәрих улы, оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендәге күҙәтеүҙәрегеҙҙән сығып әйтегеҙ әле, юлаусылар тарафынан хеҙмәтегеҙ тейешенсә баһаланамы? Әллә таң һарыһынан ҡеүәтле техникала эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе күрмәмеш булып үтеүҙе уңайлыраҡ һанайҙармы?
– Халыҡтың төрлөһө бар. Рәхмәт йөҙөнән ҡауын-ҡарбуз менән һыйлаусылар, тәмәке тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Туҡтап ҡыҙыҡһыныусылар, дәртләндереүселәр ҙә осрай. Шул уҡ ваҡытта эшләп йөрөүҙе күрә тороп та тиҙлеген кәметмәй, тапай яҙып үтеүселәр ҙә юҡ түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә юлда йөрөүҙә лә мәҙәнилек етешмәй әле.
— Юлдарыбыҙ, нигеҙҙә, тап-таҙа, бер ниндәй сүп-сар күренмәй. Ундай урындарҙан үтеүе лә күңелле. Был матур күренеш сәфәр сығыусыларҙың мәҙәнилегенән түгелме ни?
– Көҙгөләй ялтырап ятыуы ла, кәйефте ҡырырлыҡ ҡыйҙың булмауы ла – идаралыҡ эшселәренең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Үкенескә ҡаршы, үтеп барышлай ғына автомобиль тәҙрәһенән сүп-сар ырғытыу­сылар бар. Шулай уҡ һуңғы мәлдә юл буйҙарында ҡый-һайҙы тоҡлап ҡалдырып китеү осраҡтары йышайҙы. Биләмә буйлап йөрөгәндә, ҡош-ҡорт йәки бесәй үләкһәһе күрһәм, түҙә алмайым, сығып юлдан ситкә алып ҡуям. Башҡалар өсөн дә имәнес булып ята бит ул. Юл билдәләрен ҡыйшайтып йәки емереп тә китәләр, уларҙы ла шунда уҡ йүнәтәбеҙ.
— Ринат Фәрих улы, юлдарығыҙ буйлап үткәндә ниндәй тойғо кисерәһегеҙ?
– Аҙна һайын үҙебеҙ яуаплы биләмәне урап сығам. Тиҙлекте арттырмай ғына ентекләп күҙәтеп, ҡайҙа нимә эшләргә кәрәклеген күңел дәфтәренә теркәй барам. Эшләйһе нәмәләр байтаҡ әле, әммә атҡарылғандары ла аҙ түгел. Күҙ алдында яҡшыра юлдарыбыҙ, шуға күрә ҡәнәғәтлек кисерәм. Былтыр, мәҫәлән, Ира—Магнитогорск трассаһындағы туғыҙ километр араға заманса технология буйынса асфальт түшәнек. Ә ул юл үткән быуаттың 80-се йылдарында 10-12 тон­налыҡ йөк машиналарына һәм сәғәтенә 70-90 километр тиҙлеккә иҫәпләнгән булған. Етмәһә, үҙебеҙҙең заводта етештерелгән сеймал файҙаланылды.
Яҙмышымды юл хеҙмәте менән бәйләгән 30 йылда ниҙәр генә кисерел­мәне! Буран ваҡыттарында тәүлекләп ҡайта алмаған саҡтар ҙа, республика етәкселәренең автомобилдәрен этеп сығарған мәлдәр ҙә булды. Төбәк әһәмиә­тендәге юлдар ғына түгел, район биләмә­һендәгеләре лә яҡшыра, төҙөкләндерелә. Ашаған белмәй, тураған белә, тиҙәр бит. Кемдәрҙер, бәлки, юлдарҙың торошонан ҡәнәғәт түгелдер. Әммә күрә белгән кеше өсөн ыңғай үҙгәрештәр ғәйәт ҙур.
Юлдар — тормошобоҙ көҙгөһө— Эш күләмен тулыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн һандарға мөрәжәғәт итергә тура килә инде...
– Быйыл һигеҙ айҙа 167 миллион һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре атҡарылды, ошоноң 150 миллион һумын үҙебеҙҙең көс менән башҡарҙыҡ. Эш күләмен йыл аҙағына тиклем 200 миллион һумға еткермәксебеҙ. Ете айҙа саф табыш туғыҙ миллион һум тәшкил итте. Әйткәндәй, башҡарылған эш күләме буйынса “Башкиравтодор”ҙа иң яҡшылар­ҙың береһе һаналабыҙ.
— Киләсәктә юлдарығыҙҙы ниндә­йерәк итеп күрергә хыялланаһығыҙ?
– Заман талаптарына ярашлы итеп. Асфальтты өр-яңы технологиялар буйынса түшәгәндә саң борҡомаҫ ине. Томан төшөп йөҙәткән урындарҙан ҡотолғанда ла авариялар кәмер ине.
Ғөмүмән, республика әһәмиәтендәге юлдар соҡор-саҡырлы булырға тейеш түгел. Сит илдәрҙә юл яҡшы, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Әммә сағыш­ты­рыу­сылар төбәгебеҙ тәбиғәтенең үҙен­сә­ле­ген иҫәпкә алмай. Беҙҙә юлдар айырыуса яҙ һәм көҙ насарлана. Европа илдәрендә ҡулланылған технологияны тулыһынса ҡуллана алмайбыҙ, беҙҙә шарттар ҙа икенсерәк, финанс яғы ла наҡыҫыраҡ.
Йәнә юл-транспорт фажиғәләренең кәмеүен теләр инем. Һәр һәләкәт эргәһенә барған һайын йөрәк өҙөлә, авария ҡорбандары күҙ алдынан китмәй йөҙәтә. Кемдеңдер юл йөрөү ҡағиҙәһен яҡшылап белмәүе йәки тупаҫ боҙоуы арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр һәләк була, ҡайғы-хәсрәткә һала.
— Ринат Фәрих улы, яҙмышығыҙҙы Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү ида­ралығы менән бәйләүегеҙгә — 35 йыл, шуның 10 йылы — етәксе вази­фаһында. Етмәһә, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәмәғәтсе лә. Ә һәр саҡ юлда, эшем уң булһын тип тырышҡан ир-уҙаман ниндәйерәк ғаилә башлығы икән?
– Ғөмүмән, хеҙмәттән йәм табам, шәхси тормошомда ла бик бәхетле кешемен. Идаралыҡта слесарь булып эш башланым, аҙаҡ механик, мастер, баш механик, баш инженер баҫҡыстарын үттем. Шуға ла юлға бәйле мәсьәләләрҙе биш бармағымдай яҡшы беләм, тип әйтә алам. Башҡа урындарға саҡырып ҡара­нылар, әммә баш тарттым. Күрәһең, ысын ир-ат эше тип һаналғаны яҡыныраҡтыр.
Ә ғаиләмә килгәндә, һис икеләнмәй әйтәм: мине һәр ваҡыт аңланылар. Ҡатыным Рая Ғәли ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Азат та, Айрат та юғары белем алып, тормошта үҙ юлдарын тапты, донъя ҡорҙолар, балалар үҫтерәләр. Кеше өсөн иң мөһиме, моғайын, йән тыныслығылыр. Ейән-ейәнсәрҙәремдең, улдарымдың талпынып тыуған йортҡа ҡайтыуын да бәхетле миҙгелем тип ҡабул итәм. Ҡул аҫтындағыларҙың һинән риза булыуы ла мөһим. Был йәһәттән дә күңелемде тынғыһыҙлаған, өйкәгән нәмәләр юҡ, яҡындарым да минән ҡәнәғәт.
— Ринат Фәрих улы, ошо көндәрҙә күркәм юбилейығыҙҙы билдәләргә йыйынаһығыҙ, ил ағаһы йәшенә аяҡ баҫаһығыҙ. Күркәм ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Артабан да маҡсатығыҙға өлгәшергә яҙһын, юлдарығыҙ һәр кемде саҡырып торһон!

Әңгәмәне Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА алып барҙы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873