Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ваҡыт даръяһын айҡап
Республикабыҙҙың мәртәбәле премияһына тәҡдим ителгән “Аҡтамыр”, “Өн һәм һан” романдарының авторы Ғәлим Афзал улы Хисамов әҙәбиәт мөхитенә үҙенсәлекле хикәйәләре һәм күләмле повестары менән килеп инде. Тәүге һөйләменән үк уҡыусының бар зиһенен ялмап алған сюжет линияһы, образдар теҙмәһенең камиллығы менән башҡа әҙәби әҫәрҙәрҙән айырылып торҙо улар. Шуға ла сағыштырмаса ҙур булмаған ваҡыт арауығында Ғәлим Хисамов уҡыусы тарафынан көтөп алынған, яратып уҡылған прозаик булып танылды.


Яҙыусы, ваҡыт, заман даръяларын бик еңел­лек менән кисеп сығып, беҙҙең уй-кисереш­тәребеҙҙе милләтебеҙҙең әлмисаҡтағы көн­ит­ме­шенә алып инә һәм һиҫкәндерерлек, шул уҡ ваҡытта тет­рәндерерлек мажараларға юлыҡтыра. Был алым­ды беҙ бигерәк тә “Аһура-Мазда” һәм “Өн һәм һан” романдарында күрәбеҙ.
“Аҡтамыр” романында иһә китап уҡыусы үҙенә таныш мөхиткә эләгә. Ярым документаль был әҫәр ХХ быуат ваҡиғаларына алып ҡайта һәм тағы ла бер тапҡыр халҡыбыҙ үҙе шаһит булған мажа­раларға юлыҡтыра. Шәхес һәм заман, ябай кеше һәм тарих төшөнсәләренең ни тиклем бер-бере­һенә бәйле булыуын ғәҙәти тормошо­боҙ­ҙағы ваҡиғалар аша һүрәтләй. “Халҡым”, “илем” тип йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер кешеләрҙең беҙҙең менән йәнәшә йәшәүен иҫбат итә, шулар­ҙан үрнәк алырға өндәгәндәй.
“Өн һәм һан” романын тәрән фәлсәфәүи сөң­гөл­дәрҙе байҡаған әҫәр тип атарға мөмкин. Ге­рой­ҙарына Урал, Сәсән, Сәскә, Ирек кеүек сим­волик мәғәнәле исемдәр бирелеүе әҫәрҙең кешелектең тәүтормош сағынан бөгөнгө көнөнә тиклемге тарихын үҙ эсенә аласағына ишара. Башҡорт миллә­тенең формалашыу юлдары, милләт этногенезы кеүек темаларға асыҡлыҡ индереү юлында эшлә­гән ғалимдарыбыҙҙың асыштары ла романда иғти­барҙан ситтә ҡалмай. Сюжет линияһына Рәхимов, Ельцин кеүек тарихи шәхестәрҙең гармоник рә­үештә үрелеүе кисә­гебеҙҙең ниндәйлеген һәм ысын­барлыҡтың нисек булыуын күрһәтә.
Дөйөм алғанда, Ғәлим Хисамов – халҡы ме­нән бер ҡатарҙан атлаусы әҙип. Мил­ләтебеҙҙең үт­­кәне, кисәгеһе һәм бөгөнгө ысынбарлыҡ – ав­торҙың йөрәгендә ут булып дөрләүсе тере ҡуҙ.
Башҡортостандың әҙәби мөхитен үҙенсәлекле повестары, романдары менән байытҡан, ваҡыт даръяларында “йөҙә” алған, үткән менән бөгөн­гөнө оҫта бәйләй белгән прозаик Ғәлим Хиса­мовтың романдары Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡлы.


Автор: Хаят ЙОСОПОВА, Разия АБДРАХМАНОВА. Район: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә