Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Үҙ еремдән уңдым...”
“Үҙ еремдән уңдым...”
Иртәнән бирле хужалыҡта эш ҡайнай. Берәүҙәре баҫыуға сығыр өсөн ҡорос атын әҙерләй, икенселәре ең һыҙғанып ҡырҙан иген ташый, өсөнсөләре уңышты елгәреү менән мәшғүл... Ауыл кешеһе өсөн тынғыһыҙ эшенең һөҙөмтәһен күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Шуға ла “Ҡаҙансы” хужалығы етәксеһе Салауат Вәлиевтең бөгөн кәйефе көр:
– Аллаға шөкөр, быйыл уңыш мул, – тип йылмайып ҡаршыланы ул. – Ике-өс көн генә аяҙ торһа, ураҡ эшен тамамларбыҙ тип уйлайым.

Әйткәндәй, “Ҡаҙансы” районда ырам­лы эшләгән хужалыҡтарҙан һанала. Ә бит үҙгәртеп ҡороу осоронда уның яҙмышы мөшкөл була. Ярай әле Салауат Таһир улы кеүек тәүәккәл ирҙәр бар.
– Элек ул гөрләп торған “Дуҫлыҡ” совхозы ине, – тип һүҙен дауам итә етәксе. – Шунда ун йыл ферма мөдире булып эшләнем. Хужалыҡ тарҡалғас, уның урынында “Мираҫ” тигәнен ойоштороп ҡаранылар. Тик ул да йүнләп эшләй алманы. Ахыры, ағайҙарҙың кәңәшен тыңлап, үҙем тотонорға булдым.
Һөйләшеп барған арала ҡеүәтле комбайн янына килеп еттек. “Тәтешле” МТС-ынан Илнур Шәмсиев килешеү буйынса ураҡ эшенә саҡырылған икән.
– Бойҙай, һоло, арпа, арыш яҡшы үҫкән, – ти баҫыу батыры. – Урып ҡына өлгөр. Яңы техника булғас, эш тә күпкә еңелерәк.
Артабан ашлыҡ таҙартыу цехына юлландыҡ. Салауат Вәлиев хужалығы менән таныштырыуҙы дауам итте:
“Үҙ еремдән уңдым...”– Фермабыҙҙа әле 46 ат, 180 баш һыйыр малы бар, – ти ул. – Һөттө төрлө тарафҡа оҙатабыҙ, итте лә алырға теләүселәр етерлек. Ә инде йыйып алған игенде үҙебеҙҙең малға ла тотонабыҙ, халыҡҡа ла һатабыҙ. Техниканы ла яңыртып торабыҙ. Яңы­раҡ ҡына ике трактор, ашлыҡ таҙартыу, сәсеү ҡорамалдарын һатып алдыҡ.
– Килем арыу сығамы һуң? – тип һорап ҡуйҙым.
– Тырышһаң, була инде...
Ашлыҡ таҙартыу цехында ла эш гөрләп тора. Баҫыуҙан килтерелгән уңышты елгәреп, келәткә һалып өлгө­рөргә кәрәк. Был йәһәттән ауылдың ир-егеттәре һынатмай.
– Бына беҙҙең иң йәш хеҙмәт­кәре­беҙ – Инвир Хәлилов, – тип таныштыр­ҙы етәксе. – Яңыраҡ ҡына һөнәрселек училищеһын тамамланы. Хәҙер ошо цехта ул иң дәү кеше...
Әгәр тормош юлыңда терәк булырҙай яҡын кешең булмаһа, бындай ҙур эште атҡарыу ҙа мөмкин түгел. Хәйер, Салауат Вәлиев был йәһәттән бәхетле. Хәләл ефете Светланала кәңәшсеһен дә, теләктәшен дә күрә. Ҡыҙҙары ла ата-әсәһен шатландырып тора. Миләүшә – иҡтисадсы, ә Лилиә эколог һөнәрен үҙләштерә.
– Бер заман эш булмағанда Себергә китергә лә уйлағайным, – ти Салауат Таһир улы. – Ярай әле ауылымда ҡал­ғанмын. Сит яҡта бил бөккәнсе, үҙ еремдә кинәнеп йәшәйем.
Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Ошондай сәмсел, тырыш, илһөйәр ирҙәр үҙ иңендә ил йөгөн тарта ла.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә