Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Санкцияға — санкция!..
Был яҙмам менән мин яңылыҡ асырға йыйынмайым, тик һуңғы осор хәл-ваҡиғаларына ҡарата фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын. Эйе, һуңғы йылдар, бигерәк тә быйылғыһы, төрлө ваҡиғаларға бай, хатта ҡатмарлы ла, көсөргәнешле лә. Йә тегендә, йә бында һуғыш, ер тетрәү, ҡоролоҡ, һыу баҫыу кеүек күренештәр бер-бер артлы фажиғәләрен еткереп тора, дәүләттәр араһында тыныслыҡ юҡҡа сыға, беҙ оҙаҡ йылдар баш эйеп, уларға эйәреп һәм уларса йәшәргә маташҡан Европа илдәре хәҙер килеп беҙгә ҡаршы йоҙроҡ төйнәй, йөй эҙләй, башҡа һыймаған ғәйеп таға.


Әлбиттә, санкцияның сәйәсәт өлкәһенә ҡағылмайынса, иҡти­садҡа туҡталһаҡ, ғәйептең үҙе­беҙҙә лә булыуын танымау мөм­кин түгел. Шулай булмайынса, ниндәй ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа ат, һыйыр егеп эшкәртелгән ерҙәр ҡеүәтле техника заманында үгәйһетелеп, етемһерәп, ағас һәм ҡый үлән­дәре баҫып ята, колхоз-совхоз­дарҙың байлығы күҙ асып йом­ған арала әллә ҡайҙа осто ла бөттө. Һөҙөмтәлә халыҡты туй­ҙырыусы ауыл эшсәндәре эш­һеҙ-ниһеҙ ауыҙ асып торҙо ла ҡалды. Аптырайһы ла түгел шул, дилбегә ҡулдарында саҡта беҙҙең чиновниктар элеккене тәнҡитләргә, кәмһетергә һәм үҙҙәренән себен осорорға ярата.
Ысынында иһә элеккеләр, хә­ҙерге депутаттар һәм чиновниктар кеүек, үҙҙәренә эш хаҡы һәм ниндәйҙер ташламалар алыу ту­ра­һында баш ватмаған, ә ха­лыҡ­ты ҡайғыртҡан. Хатта В.И. Ле­­­нин­дың үҙенә иғәнәлек кенә аҡса өҫтәүгә лә ҡаршы төшөүе, 800 һум эш хаҡы алған Л. И. Брежневтың үҙенән 50 һумға күберәк алған министр Ю. Чурбановтың эш хаҡын тикшертеүе кеүек ми­ҫал­дар етерлек бит, ә бөгөнгө чи­нов­никтарҙың деклара­ция­ла­рына күҙ һалһаң, күбеһенең айлыҡ килеме миллионлап, ҡатындары ла уларҙан ҡалышмай. Бына шуларҙыҡын айына 3-5 мең һум алып эшләүсе ауылдыҡылар­ҙыҡына ҡушып бүлһәң, уртаса ҡолаҡҡа ятмаған эш хаҡы килә лә сыға инде.
Эшһеҙлек, дауаханаларҙың ябылыуы кеүек күренештәр бер ни тиклем тәүтормош община ҡоролошо дәүерен хәтерләтә. Мәғариф реформаһы нигеҙҙә ауыл мәктәптәрен юҡҡа сыға­рыуға йүнәлтелһә, әллә ниндәй өҫтөнлөклө программа­ларға та­янған һаулыҡ һаҡлау өлкәһен­дәге үҙгәрештәрҙең ғәмәлдә ауылдарҙы бөтөрөүгә алып барғаны һәр кемгә асыҡ. Ә ауылдар бөтһә, аҙыҡ-түлек өлкә­һендә кем санкцияға ҡаршы көрә­шә алыр?
Бөгөн килеп Рәсәй ауыл ху­жа­лығы министры Николай Федо­ровтың, “Рәсәй аҙыҡ-түлек ме­нән үҙен тулыһынса тәьмин итә ала”, тип ышаныслы асыш яһа­уы үҙгәртеп ҡороуҙан һуңғы яңы­лыҡ булып яңғыраған һымаҡ. Европа беҙҙең өсөн өлгөгә әй­ләнеп, күптәр уларса ҡылана башланы: шулар тәҡдиме менән йәшәргә күнектек, телмәребеҙ ят һүҙҙәр менән сыбарланды, магазиндар сит илдәрҙең аҙыҡ-түле­ге менән тулды, түрәләр үҙҙәре башлап иномаркаларға ултыр­ҙы, милли валютабыҙҙы доллар алмаш­тырҙы, эш хаҡтары ара­һында ҙур айырма булһа ла, шу­ларға ҡарап әйберҙәргә хаҡ­тар­ҙы арттырырға тотондолар. Мәктәп­тәрҙә сит телдәргә иғтибар арт­ты, ә ҡаланыҡыларҙа үҙебеҙҙең дәүләт телен уҡытыу әле тулы­һынса хәл ителгән, тип әйтеп булмай. Ни өсөндөр сит телдәр­ҙе, әйтәйек, шул уҡ донъяны бу­тап ятҡан немец телен уҡы­тыу­ға бер ҙә ата-әсәләр риза­лығы кә­рәкмәй, ә үҙебеҙҙең мил­ли телгә кәрәк. Бына һиңә мә! Ә инде баш ҡалабыҙға килгәндә, милли рух бөтөнләй һиҙелмәгәндәй, магазин исемдә­ренең ниндәй телдә һәм ни өсөн шулай яҙылыуын да аңламаҫ­һың.
Санкцияға ҡаршы санкция иғлан итеү бик отошло сара бул­ды шикелле, тик бер тотонғас, ҡатыраҡ аҙымдар кә­рәк ине, кем менән шаяр­ған­да­рын белһен­дәр. Ир­тә­гә­ме-һуңмы, мәсхәрәгә ҡалған ауыл хужа­лығын элекке хәленә ҡайта­рырға тура киләсәк. Элек бит үҙебеҙ сит илдәргә күп­ләп һата инек, бөгөн килеп, үҙе­беҙҙе үҙебеҙҙекеләр төп башы­на ултыртҡан хатаны оно­тор­ға ярамай. Шулай уҡ Өфө урам­да­рын­дағы мәғәнәһеҙ, телә­һә нин­дәй ят, сит телдәге ата­маларҙы алмаштырыу мотлаҡ, был сара милләтебеҙгә абруй ҙа өҫтәр.
Санкция булғас, санкция бул­һын: халыҡ байлығын урлап, сереп байыған олигархтарҙы ла, коррупционерҙарҙы ла, ришүәт­се­ләрҙе лә ауыҙлыҡларға ваҡыт. Халыҡтыҡы халыҡҡа булырға тейеш тигән хәҡиҡәтте лә тура мәғәнәһендә ҡулланырға кәрәк. Уларҙың эш хаҡын да ҡыҫ­ҡартҡанда, күп һөйләргә күнек­кән депутаттыҡын да ике-өс мәртәбә кәметкәндә, бәлки, улары ла һайлаусыларын иҫенә төшөрөр ине. Ҡыҫҡаһы, ғәҙел­һеҙлеккә сик ҡуйырға, артҡанын осон-осҡа ялғап йәшәгән ха­лыҡҡа бүлергә һәм миллион һумлап урлағандарҙың мөлкә­тен тулыһынса конфис­кация­ларға ваҡыт етте.





Автор: Фәрит РӘМОВ. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә