Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Татлы” сирҙән дауа табылырмы?
“Татлы” сирҙән дауа табылырмы?
Был һорауға билдәле эндокринолог Фәтих Әлибаев ғүмере буйы яуап эҙләй. Әсәһе уны сауҙа өлкәһендә күрергә теләһә, өләсәһе: “Минең улым киләсәктә уҡытыусы, мәктәп директоры була­саҡ!” – тип хыяллана. Әммә нәҫелендәге тиҫтәнән ашыу табиптың эшенә ғашиҡ булған үҫмер медицина юлын һайлай. Шулай итеп, көтмәгәндә, хәҙер инде ҡалала ғына түгел, бар төбәккә даны таралған абруйлы шәхес, Стәрлетамаҡ­тағы 3-сө дауахана эндокринология бүлексәһенең алыштырғыһыҙ етәксеһе, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың иң яҡшы табип-эндокринологы Фәтих Әлибаев ябай булмаған тормош юлын һайлай. Ни генә тимә, кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡтан да ҙурыраҡ бурыс бармы ни?!


Табиптар ҙа заводтарҙы һағына

Тыуған төйәген — Ғафури районы­ның Юлыҡ ауылын — ҡалдырып, Башҡортостан дәүләт медицина университетына (ул саҡтағы ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәү­ләт медицина институтына) йүнәлә Фәтих. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ дауалау факультетына инеп китә, шуға тәүге көндән үк уға уҡытыусылары ла, курс­таштары ла хөрмәт менән ҡарауына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Ҡулында – диплом, иңендә “әрме һурпаһы”нан ҡойолған тормош тәжрибәһе булған егетте ҡалабыҙҙың гөрләп торған “Со­да” предприятиеһына, моғайын, йү­нәлт­мәһеҙ ҙә ҡуш ҡуллап алырҙар ине. Нисек кенә булмаһын, йәш белгескә эшселәрҙең һаулығын, хеҙмәт урынын контролдә тотоуҙы ышанып тапшыралар.
— Завод, әйтерһең дә, үҙе бер ҙур ҡала ине. Шуға күрә медицина буйынса ла көслө булды. Стационарҙағы 80 койка-урын тураһында хәҙер ҡайһы бер район дауаханалары ла хыяллана алмай. Яҡшы шарттары булғас, халыҡ та үҙенең һәм башҡаларҙың һаулыҡ торошона яуаплы ҡараны. Эшкә барыуы үҙе бер кинәнес ине, — ти Фәтих Әхмәт улы, хеҙмәт юлдарын иҫләп.
Ниндәй генә өлкәне, ҡайһы ғына бел­гесте алма, уның яҡшы хеҙмәткәр булып китеүенә остаздары тәьҫир ит­мәй ҡалмай. Табип Әлибаев иһә ғүмере буйы ике уҡытыусыһына рәхмәтле.
— Республиканың төп эндокринологы, профессор Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллин һәм Людмила Андреевна Матвеева тормошомда осраҡлы тап булмағандыр. Бөгөн әгәр шәкәр диабеты сиренән яфаланыусыларға саҡ ҡына булһа ла файҙам тейә икән, шул дауаның нигеҙендә, һис шикһеҙ, атап киткән шәхестәрҙең фиҙакәр хеҙмәте ята, — тигән ғорурлыҡ һүҙҙәре менән иҫкә ала остаздарын Фәтих Әхмәт улы. Хәйер, был табиптарҙың исеменә Әлибаевтың эндокринолог булып китеү генә түгел, ғөмүмән, медицинаның әлеге йүнәлеше буйынса үҫеше лә туранан-тура бәйле.

Сәләмәтлеккә шундай мөнәсәбәт…
Эйе, әллә нисәмә йыллыҡ тарихлы эндокринологиябыҙ бар. Барлыҡҡа-бар, әммә ҡасандыр билдәле сәбәптәр арҡаһында “булмау” хәүефе лә йәшәй ине бит. Бынан бер нисә йыл элек ҡалала эндокринология бүлеге ябылыу ҡурҡынысы аҫтында торғанда Фәтих Әхмәт улына Өфө — Стәрлетамаҡ юлын аҙ тапарға тура килмәгәнен ха­лыҡ яҡшы белә. Әммә 12 районды һәм өс ҡаланы хеҙмәтләндергән бүлек, күп­тәрҙең бәхетенә, койка-урын, дауалау курсы ҡыҫҡартылыуға ҡарамаҫтан, һаман уңышлы эшләп килә. Тотош ил­дең медицинаһы ҡулайлаштырылғанда бындай күренешкә шөкөр итмәү яҙыҡ булыр ине.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Әлибаев­тар ғаиләһендә — биш табип! Ҡатыны ла, ҡыҙы ла, килене менән кейәүе лә ғү­ме­рен кеше һаулығын һаҡлауға арнаған.
Оҙаҡ эшләү генә баһа түгел, әлбит­тә. Табиптың абруйы пациенттарының баһаһына таянып үҫә. Был йәһәттән эндокринология бүлексәһенең ҡайһы па­ла­таһына инмә, эскерһеҙлеге, иғти­бар­­­лылығы менән алдырған табип хаҡында “Фәтих Әхмәт улы мең йә­шә­һен!” тигән һүҙҙәр яңғырай, ҡалғанын, мөхтәрәм уҡыусы, үҙегеҙ ҙә самалай алаһығыҙҙыр…

Әлеге лә баяғы
насар тормош

Табип менән әңгәмәләшкән арала, ауырыуҙар, ҡурҡыныс сирҙең сере ха­ҡында ла һүҙ ҡуҙғатылмай ҡалманы. “Татлы” сирҙең сүп үләнеләй тарал­ғанына беҙ, ситтән күҙәтеүселәр, генә түгел, шул өлкәгә ғүмерен арнаған табип та ғәжәп ҡыла, өҙлөкһөҙ яуап эҙләй: сит илдәргә (Дания, Германия, Италия) барып тәжрибә туп­лай, билдәле коллегалары менән фекер алыша, һынау үткәрә.
— Мин эшләй башлағанда ҡалала диабет менән 973 кеше сирләй ине, бөгөн иһә уларҙың һаны 7 меңгә яҡын. Шуныһы асыҡ: ауырыу 90-сы йыл­дар­ҙан һуң бигерәк тә ныҡ ҡоторҙо. Шуға күрә һимереүҙе, быуындан күсәгилеш­лелекте иҫәпкә алмағанда, сирҙең төп сәбәбе эске көсөргәнешкә бәйле. Тик ни ҡылаһың, бөгөнгө тормош тотош стрестан торған һымаҡ. Был йәһәттән уй­ланырға урын бар йәмғиәткә. Хатта 3-4 йәшлек кенә сабыйҙар ҙа диабет менән сирләй. Ҡайҙа бара һуң был донъя?!
Үкенескә ҡаршы, шәкәр диабетынан ҡотолоу бөгөн мөмкин түгел, шулай ҙа уны булдырмау, сирҙе тәрәнәйтмәү йәһәтенән табип бер нисә кәңәшен дә еткерҙе.
— Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ваҡытында һәм аҙ ғына итеп ашаһаң, күберәк хәрәкәт итһәң (был осраҡта организмда глюкоза яна), тормоштан йәм табып йәшәһәң, “татлы” сир менән көрәшергә өмөт бар, — ти Фәтих Әхмәт улы.
…Шуныһы ҡыҙыҡ: ниндәй генә табипҡа мөрәжәғәт итмә, уларҙың кәңәштәре ошо уҡ һүҙҙәргә ҡайтып ҡала. Ысынлап та, хәрәкәттә – бәрәкәт, ти бит халыҡ та. Тормоштан йәм табып, бер-береңдең ҡәҙерен белеп, хөрмәтләп йәшәүгә ни етә?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21