Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр ҡайҙа ихлас ҡатнаштылар
Туймазы
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рәшит Хәйруллин Туймазы ҡалаһының 3-сө мәктәбендәге 2964-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
– Халыҡ һайлауҙа әүҙем ҡатнашты. Айырыуса өлкәндәр ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Туймазыла 100 меңгә яҡын һайлаусы йәшәй, шуларҙың күпселеге тауыш бирҙе, — тине ул. – Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандырыр тигән өмөттәмен.

Учалы

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Учалы районында 65 һайлау участкаһы эшләне. Шуларҙың 44-е — ауылда, 21-е Учалы ҡалаһында урынлашҡан. Бөтә участкаларҙа ла тауыш биреү өсөн үтә күренмәле йәшниктәр файҙаланылды.
Һайлаусылар исемлегенә 58 587 кеше индерелгәйне. Физик мөмкинлектәре сикләнгән, оло йәштәге граждандарға айырым иғтибар бирелде. Уларҙың күптәре өйҙә тауыш бирҙе.
Учалы районында, республика башлығынан тыш, 20-се һайлау округы буйынса Учалы ҡала Советы депутатын өҫтәмә һайлау уҙғарылды. Бер мандатҡа биш кандидат дәғүә итте.
Сибай
Ҡалала һайлауҙа ҡатнашасаҡ 45 мең 547 кеше теркәлгән, шуларҙың 921-е – тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр. Балалар ижады йортонда урынлашҡан 620-се һайлау участкаһы рәйесе Элиза Киреева әйтеүенсә, төшкә тиклем һайлаусыларҙың 50 проценты тауыш биреп өлгөргән. Яҙған ғаризаларға ярашлы, 22 һайлаусы үҙ йорттарында тауыш бирһә, берәү дауаханала гражданлыҡ бурысын үтәгән. Тауыш биреүселәрҙең иң олоһо Мария Гордееваға һәм ун һигеҙен тултырып, мөһим кампанияла ҡатнашҡан һигеҙ кешегә рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырылған.
Ҡаланың һәр һайлау участкаһында дәртле йыр-моң яңғыраны, сауҙа нөктәләре эшләне. Өс участкала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы булдырылғайны.

Хәйбулла

Райондың 60 һайлау участкаһына 24 мең 294 кеше килде, шуның 473-ө тәүге тапҡыр тауыш бирҙе. Барыһына ла Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 101 йәшен тултырған иң оло һайлаусы Мәрхәбә Йәнтүрина Иҫәнгилде ауылында йәшәй. Быуат ағинәйе үҙ дәүерендә бер һайлауҙы ла ҡалдырмауы хаҡында белдерҙе, йортона килгән комиссия ағзаларын да байрамса кейенеп, йор һүҙ менән ҡаршы алды.

Әбйәлил
Районда 66 һайлау участкаһы ойошторолдо. Берҙәм тауыш биреү көнөндә 33 мең тирәһе кеше ҡатнашты. Тәүге тапҡыр һайлаусыларҙың һаны – 468.
Таһир Кусимов исемендәге участка Асҡар гимназияһында ойошторолдо. Әбйәлилдәр ҡаһарман яҡташтары хаҡында махсус стенд та эшләгән ине.
Ағиҙел
Берҙәм тауыш биреү көнөндә ҡалала йәшәүселәр Республика Президентын һәм бер мандатлы 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат һайланы. Был эште ете участка һайлау комиссияһы юғары ойошҡанлыҡ менән үткәрҙе. Тәүге тапҡыр тауыш биргән йәш һайлаусылар бар ерҙә лә иғтибар үҙәгендә булды. Матур йолаға әйләнеп, ололар өсөн быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән “Һабантуй-55 плюс” байрамы барышында ҡаланың үҙәк майҙанында ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе эшләне, “Иҙел” мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары бай концерт күрһәтте, төрлө халыҡ һәм спорт уйындары, бәйге һәм ярыштар ойошторолдо.

Ҡалтасы
43-сө Красный Холм округына ҡараған район халҡы төбәк етәксеһе менән бергә үҙенең яңы вәкиле өсөн дә тауыш бирҙе. Был мөһим сараны үткәреү буйынса республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тулы кимәлдә йөкмәткән вәкәләттәрҙе райондың территориаль һәм уға ҡараған 35 һайлау комиссияһы участкаһы уңышлы атҡарып сыҡты. Район халҡы үҙенең гражданлыҡ бурысын тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтте. Һәр ваҡыттағыса оло йәштәгеләр барыһына ла үрнәк булды. Һайлау участкаларында тәүгеләрҙән булып тауыш биргәндәргә бүләктәр тапшырылды.

Краснокама
Райондың Арлан, Мүзәк һәм Николо-Березовка ауылдарында йәшәүселәр республика башлығын һайлауҙа ғына ҡатнашһа, райондың ҡалған 11 ауыл Советы биләмәһе халҡы Ҡоролтай депутаты өсөн дә тауыш бирҙе. Һуңғылар иҫәбендә август аҙағында дауыл үткән ауылдар ҙа бар. Ҡарый ауылындағы 2350-се участка һайлау комиссияһы урынлашҡан мәктәптең емерелгән ҡыйығы тиҙ арала йүнәтелде, бындағы 400-ҙән артыҡ һайлаусы үҙенең гражданлыҡ хоҡуғын ҡәҙимге шарттарҙа тормошҡа ашырҙы. Янаҡтай ауылындағы 2352-се һайлау участкаһы, өлөшләтә емерелгән клуб бинаһынан күршеләге фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсерелеп, билдәләнгән ваҡытта һайлаусыларҙы ҡабул итте. Район буйынса бөтәһе 37 участка һайлау комиссияһы үҙ бурысын уңышлы үтәне, уларҙа исемлектәргә индерелгән һайлаусыларҙың 86 проценттан күберәге тауыш бирҙе.

Нефтекама
Ҡалала берҙәм тауыш биреү көнөндә матур сара ойошторолдо: үҙәк майҙанда быйыл беренсе көҙгө йәрминкә үткәрелде. Нефтекаманың үҙендә һәм ҡала округына ҡараған ауылдарҙа барлығы 50 һайлау участкаһы эшләне. Уларҙың өсәүһендә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡуйылғайны, һайлау­сы­лар­ҙың да, комиссия ағзаларының да автоматтарға дәғүәһе булманы. Сара барышында шулай уҡ һайлау ҡанундарын һәм йәмәғәт тәртибен боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.
Яңауыл
Районда 48 һайлау участкаһының 33-ө район ауылдарында, ҡалған 15-е Яңауыл ҡалаһында эшләне. Исемлектәргә индерелгән 38,5 меңгә яҡын һайлаусының 88 проценттан күберәге үҙенең гражданлыҡ хоҡуғы менән файҙаланды. Ике аҙна алдан тәбиғәт ғәрәсәтенән төрлө кимәлдә зыян күргән Яңауылдың Көнсығыш һәм Истәк биҫтәләрендә, райондың Кониг, Иҫке Көйөк, Истәк һәм Ураҡай ауылдарында йәшәүселәр ҙә республика етәксеһен һайлауҙа күтәренке күңел менән ҡатнашты.

Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ла һайлауға ентекле әҙерләнгәндәр. Башҡортостан Республикаһының киләсәк яҙмышын хәл итеүгә йүнәлтелгән мөһим сара һөҙөмтәләре буйынса Баҡалы районындағы 55 һайлау участкаһында һайлаусыларҙың – 97,68, Саҡмағошта 89,03 проценты тауыш бирҙе. Дүртөйлө районында 81 һайлау участкаһы ойошторолдо, республика Президенты, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм район Советы депутаты өсөн тауыш бирҙеләр.
Сәйәси ваҡиғала һәр һайлаусы үҙ хоҡуғы менән файҙаланып, әүҙем тауыш бирергә ашыҡты. Беренселәрҙән булып ветерандар, йәштәр республикабыҙҙың тыныслығы, сәскә атыуы өсөн һайлауға килеүҙәрен белдерҙе. Был — муниципаль район хакимиәте һәм уның бүлектәренең, ауыл хакимиәттәре, хужалыҡтар, предприятие һәм учреждениелар етәкселәренең, йәмәғәт ойошмаларының, территориаль, участка һайлау комиссияларының, киң мәғлүмәт сараларының, агитаторҙарҙың берҙәм, көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Республика башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында атап үтелгән райондарҙа иң күп тауыш йыйған кандидат Рөстәм Хәмитов булды. Ишембайҙар һәм стәрлетамаҡтар өҫтәмә рәүештә район Советы депутаттары өсөн тауыш бирҙе. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: һәр ерҙә лә һайлау тыныс, тәртипле үтте, көнө буйы йыр-моң яңғырап торҙо. Йола буйынса тәүге тапҡыр һайлауға килеүселәр бүләкһеҙ, дипломһыҙ ҡалманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә