Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дәрестәре спектаклгә тиң ине
Оло йәшкә етһәм дә, мәктәп йылдарында белем биргән яратҡан уҡытыусыларымды һағынып иҫкә алам. Бөгөн уларҙың береһе – урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Сафиева тураһында һөйләп үтмәксемен.


Рәйсә Юныс ҡыҙы тәжрибәле уҡытыусы – уның хеҙмәт стажы алтмыш йылға яҡын. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан ғына атаһы вафат була, шуға күрә ҡыҙға уҡыуын туҡтатып, туғандарын ҡарар өсөн мәктәпкә эшкә төшөргә тура килә. Уны Таймаҫ урта мәктәбенә урыҫ теле уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Унда ике йыл эшләп алғас, Рәйсә институтҡа уҡырға инә. Әммә тырыш ҡыҙ белем эстәүен бының менән генә туҡтатмай, Башҡорт дәүләт университетын да ситтән тороп уңышлы тамамлай. Артабан йәш белгес Күмертауға күсеп бара һәм бөтә ғүмерен ошо ҡала менән бәйләй.
– Үҙ предметымды шул тиклем хөрмәт итәм, яратам, хатта һүҙ менән дә аңлатып бирерлек түгел, – тип һөйләй ине ул беҙгә. Рәйсә Юныс ҡыҙының байтаҡ уҡыусыһы, остазынан өлгө алып, уҡытыусы һөнәрен һайланы, шуларҙың береһе – Рәшит Солтангәрәев – танылған яҙыусы булып китте.
Уҡыусыларының береһе Венера Зарипова былай тип хәтерләй:
– Рәйсә Юныс ҡыҙы балаларҙы юмор тойғоһо менән үҙенә буйһондорҙо. Ғәмһеҙ уҡыусыны намыҫына теймәй генә “сәнсеп” ала торғайны, бынан һуң уҡытыусының тура һүҙенә башҡа эләкмәҫ өсөн ул үҙен өлгөлө тоторға тырышты. Апайҙың беҙгә биргән һәр дәресе бәләкәй спектаклгә әйләнә ине, бындай алым беҙгә ифрат оҡшаны. Уның уҡыусылары юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә имтихандарҙы гел “бишле”, “дүртле” билдәләренә генә тапшырҙы.
Рәйсә Сафиеваның тормошо мәктәп һәм ғаилә менән генә сикләнмәне, күп йылдар ул йорт комитеты рәйесе булып эшләне. Тырыш, намыҫлы хеҙмәте, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бер нисә тапҡыр ҡала хакимиәтенең маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Уның телефоны 1 сентябрҙә генә түгел, иртәгәһенә лә бихисап ҡотлау ҡабул итә. Яңы уҡыу йылы башланып киткәс тә, уҡытыусыбыҙ үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Ошо ике матур байрам уңайынан Рәйсә Юныс ҡыҙына бөтә уҡыусылары исеменән гәзит аша тәбрикләү һүҙҙәрен еткерәм, уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Рауил ЯЛСИН,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә