Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр ҡалаға китә
Йәмле йәйҙән һуң яңы уҡыу йылына аяҡ баҫҡанды һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ата-әсәләр, ҡаймаҡлы-йыуасалы төйөнсөктәр тултырып, хәйерле юл теләп, ситтә белем аласаҡ балаларын ҡул болғап оҙатып ҡалды. Ғәзиз йәнкиҫәккәйеңде ҙур ҡалаға ебәреү – һәр яҡлап та еңел түгел.


Беренсенән, ошоғаса гел эргәңдә йәшәгән балаңды алыҫ тарафҡа оҙатҡас, һис шикһеҙ, һағыныу хистәре лә урап үтмәҫ. Быныһына яйлап күнергә була. Шөкөр, заманса элемтә саралары тәҡдим иткән мөмкинлектәр етерлек.
Икенсенән, матди ярҙам мәсьәләһе. Алып киткән аҡсаһы күпмегә етер, кейеменә, кәрәк-ярағына ҡалырмы, тип борсола ололар. Ҡала тормошо ауылдыҡынан ҡырҡа айырыла, аҙым һайын аҡса кәрәк. Беренсе курсҡа килгән студенттарға һәр юҫыҡта һаҡсыл, ипле булырға кәңәш итәбеҙ.
Өсөнсөнән, ҡәҙимге ауыл тормошонан айырылып, “студент донъяһына” сумған кисәге мәктәп уҡыусыһын төрлө мәшәҡәттәр көтә. Дөйөм ятаҡҡа яраҡлашыу, холоҡ-фиғеле төрлө кеше менән танышыу, аралашыу, йәшәйешеңде тотош үҙ ҡулыңа алыу ябай ауыл егет-ҡыҙҙары өсөн көтөлмәгән яңылыҡ һанала. Геүләп торған донъяның бөтә “әүрәткестәрен” дә күреп-татып булмай, хәйер, ҡайһы берҙәренән йырағыраҡ тороу ҙа мөһим. Ҡалала йәшәй башлаған осорҙа йәштәр кис күңел асыу маҡсаты менән төнгө клубтарға, кафеларға йөрөргә әүәҫләнә. Аңғармаҫтан бик күп аҡсаһын тап шундай ерҙә елгә осора ла инде улар. Аҡсаһын ғына түгел, йәшлегенең сәскә атҡан мәлен аяуһыҙ көнитмешкә әйләндереп тә ҡуя бәғзеләр. Шуның өсөн студент йылдарының тәүге көнөнән үк абай булып, уҡыуҙы ла, ялды ла төплө уйлап ойоштороу мөһим. Йәш саҡта уҡ аҡты ҡаранан айырырға өйрәнһәң, киләсәк тормошоңдо ҡороу еңелерәк булыр.
“Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәй, донъяла һәр нәмәнең дә альтернативаһы бар. Төнгө клубтар урынына башҡорт йәштәре өсөн ойошторолған мәҙәни сараларға, осрашыуҙарға йөрөп, милләттәштәрең менән аралаш, күңел ас. Урамда эт һуғарып йөрөгәнсе, китапхана, театрҙарға бар, фекер тупла. Баш ҡала халҡы өсөн шуныһы һөйөнөслө: билдәле әҙиптәр, шәхестәр менән осрашыуҙар, ижади күргәҙмәләр, әҙәби кисәләр йыш үткәрелә. Яңы белемгә, мәғлүмәткә сарсаған зиһенеңде тап шундай ерҙә сафландырыу, тулыландырыу мөмкинлеге күп. Кешенең яҙмышы үҙ ҡулында, бында дөрөҫ йүнәлеште һайларға ғына кәрәк.
Тормошомдо яңыса ҡорам тип яңылыша күрмәгеҙ. Һеҙҙе ылыҡтырып, үҙенә әйҙәп торған эскелек, енси бәйһеҙлек, наркомания кеүек “замана тәтәйҙәре” һәр мөйөштә осрар, әммә бик һаҡ һәм аҡыллы булығыҙ. Бөгөн бер яңылыш аҙым яһап, тотош киләсәгегеҙгә ҡара мөһөр һуғып ҡуймағыҙ. Тәүҙә тейешле белем туп­лап, ныҡлы аяҡҡа баҫығыҙ, рухи яҡтан сынығығыҙ, унан инде күңел асыуҙың да бөтөнләй икенсе, ғәжәйеп күренеш икәненә инанырһығыҙ. Ул саҡта инде төнгө мажаралар эҙләп, кәйеф-сафа ҡороп ултырырға ваҡытығыҙ ҙа ҡалмаҫ, сөнки һеҙ иртәгәһе көнгә айыҡ аҡыл менән баҡҡан, халҡыбыҙҙың ышаныслы, төплө фекерле, әхлаҡлы егет һәм ҡыҙҙары буласаҡһығыҙ!


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә