Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөхтәрәм милләттәштәр, диндәштәр, туғандар!
Һеҙҙе Башҡортостандың әүлиәләр зыяраттары, изге шишмәләре, иң күркәм мәсеттәре буйлап дини сәфәргә саҡырабыҙ. Иншаллаһ, байрамға Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың һәм бөтөн донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мәхмәт хәҙрәттең килеүе көтөлә. Улар 15 – 21 сентябрҙә Баш­ҡортос­тандың бер нисә райо­нында мосол­мандар менән осраша. Әү­лиә­ләре­беҙ­гә зыя­рат ҡы­лына­саҡ, милләтебеҙ иманға ҡайтһын, илебеҙҙә тыныс­лыҡ, именлек булһын өсөн доға­лар уҡыласаҡ.

Программа түбәндәгесә:
15 сентябрь

Сәғәт көндөҙгө 1-ҙә Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мәхмәт хәҙрәт Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән Туҡай урамындағы Беренсе Йәмиғ мәсетендә осраша; унан – намаҙ, мосолмандар менән аралашыу.

16 сентябрь

Иртәнге сәғәт 9-ҙа Салауат Юлаев музейында халыҡ менән осрашыу (Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа); көндөҙгө сәғәт 4-тә суфый шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға (Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһындағы мосолман зыяраты), 5-тә Әүештауҙа Мөхәммәт Ризуан әл-Әүеши әүлиәгә (Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы) зыярат ҡылыу; киске 9-сы яртыла – Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсеттә намаҙ, мосолмандар менән осрашыу (Учалы ҡалаһы).

17 сентябрь

Төш мәлендә Урал баты­рыбыҙға зыярат ҡылыу (Белорет районы Үрге Әүжән аша Исмаҡай ауылы яғына үтеп, Йәндек шишмәһе янында һулға боро­лорға), киске 9-сы яртыла – Иҫке Собханғолдағы мәсеттә намаҙ, халыҡ менән осрашыу (Бөрйән районы).

19 сентябрь

Иртәнге 9-ҙа – Ғабдулла Сә­йеди ишанға (Баймаҡ районының Муллаҡай ауылы), унан Байым ишанға (Баймаҡ районының Байым ауылы), 11-ҙә – Мөжәүир хәҙрәткә (Баймаҡ районының Манһыр ауылы) зыярат ҡылыу; көндөҙгө 3-сө яртыла – Сибай ҡалаһы мәсетендә (Чайковский урамы, 9) йома намаҙында ҡатнашыу.

20 сентябрь

Иртәнсәк Ғиләжетдин ишанға зыярат ҡылыу (Илкәнәй ауылы, Көйөргәҙе районы); төшкө 1-ҙә – сәхәбәләр Абдрахман ибн Зөбәйер һәм Зөбәйер ибн Зәйеткә зыярат ҡылыу, сәхәбәләр мәсетендә намаҙ уҡыу, халыҡ менән осрашыу (Нарыҫтауҙа, Миәкә районы); көндөҙгө 4-тә – Ярыштауҙағы Әүлиәгә (Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылы), киске 6-ла – Йәғәфәр ишанға (Ауырғазы районының Собханғол ауылы янында) зыярат ҡылыу; киске 7-лә – Усман ауылында мәсет асыу (Ауырғазы районы).

21 сентябрь

Өйлә намаҙынан алда Шаран ауылында мәсет асыу (Шаран районы).

Тулыраҡ мәғлүмәтте www.sufirb.ru сайтынан алырға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә