Тельман Камал улы Кәримов 1934 йылда Учалы районының Ахун ауылында тыуған. Атаһы сығышы менән Кәрим ауылы кешеһе булған. Ул граждандар һуғышында бер туған Кашириндарҙың партизан отрядында Колчак ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, батырлыҡтары өсөн командование тарафынан ат, исемле маузер менән бүләкләнгән.
Тельман биш-алты йәшендә генә ярты етем ҡалған. Атаһын Ахун ауылы зыяратына хөрмәтләп ерләйҙәр. Малайға уның хәрби кейемен кейҙереп, биленә ҡылысын тағып, эйәрле атына ултыртып, зыяратҡа тиклем алып баралар. Ошо ҡыҫҡа ғына мәл бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалған сабыйҙың күңелендә үҙе бер онотолмаҫлыҡ хәтирә булып уйылып ҡала.
Тельман олатаһы Фәтҡулла Абдулла улы Абдрахмановтың ун бер кешелек ишле ғаиләһендә тәрбиәләнә. Йәшәгән йорттарының артында колхоздың пар ярҙамында эшләгән агрегаттары урынлашҡан була. Улар ярҙамында тирмән, пилорама эшләй, кистәрен йорттарға ут бирәләр.
Иптәштәре менән йылға аръяғына мәктәпкә уҡырға барғанда малай ошо агрегаттар эргәһенән үтеп йөрөй, уларҙың нисегерәк эшләүе менән ҡыҙыҡһына. Сәғиҙулла ағай Тельманға эштең айышын төшөндөрә. Һәр нәмәне осҡанында эләктереп алған зирәк, сос малайҙы ҡайһы саҡтарҙа үҙе урынына ҡалдырып киткеләй. Ошо осорҙа колхоз ярты тонналыҡ “ГАЗ” машинаһы һатып ала. Уның менән бергә Магнитогорск ҡалаһынан бер шофер килә. Тельман уның менән дуҫлаша, тиҙҙән машина йөрөтөргә өйрәнә.
Тельмандың бала сағы бик ауыр осорға — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына — тура килә. Әсәһе Хәйрикамал Фәтҡулла ҡыҙы Ахун ауылының Лашбай тауы эргәһендә урынлашҡан һарыҡ фермаһында мөдир булып эшләй. Был ферманың даны заманында бөтә илгә тарала, сөнки унда хәрби госпиталдәрҙә ятҡан ауыр яралы һалдаттар өсөн ҡуйы һарыҡ һөтөнән брынза эшләйҙәр. Әсәһе Тельманды шул фермаға һарыҡ көтөүсе итеп эшкә ала. Әйткәндәй, 1985 йылда “Ҡыҙыл партизан” колхозы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияға күрһәткән ярҙамы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Әлбиттә, ауыр һуғыш йылдарында ашау яғы бик наҡыҫ була. Учалы ҡалаһы эргәһендә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә башлағас, Фәтҡулла Абдрахмановты ат менән бүрәнә ташыу эшенә йәлеп итәләр. Мобилизацияға эләккән кешеләр Иманғол ауылы аша төҙөлөш өсөн дәү ҡарағайҙар ташый. Юл насар, эш ауыр булғас, ашау нормаһын һәйбәт биргәндәр. Ауылда алабута менән туҡланып йөрөгәнсе, исмаһам, тамағы туҡ булыр, тип олатаһы Тельманды үҙе эргәһенә ат ҡыуыусы итеп эшкә алдырта. Аҙаҡ шул уҡ тарафтарҙа торф сығаралар. Үҙенең тиҫтерҙәре араһында уңған, тырыш егет әллә нисә тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе була.
...Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Тельман Өфө ҡалаһына барып, үҙ көсө менән ауыл хужалығы институтының механизация бүлегенә уҡырға инә. Улар йәшәгән дөйөм ятаҡ Ағиҙел йылғаһының текә ярында урынлашҡан була. Буш ваҡытында студент егеттәр менән йылға пароходствоһының баржаһына йөрөй. Цемент, күмер, он бушаталар. “Цемент сәстәргә йәбешеп, ҡатып бөтә ине, мунсаға барып йыуынып, саҡ-саҡ таҙарынып сыға инек. Шулай ҙа йәштән ыҙалап эшләгәс, алынған аҡсаның ҡәҙерен белеп үҫтек”, — тип хәтерләй Тельман Камал улы.
Бер ваҡытта баржала пресланған бесән килтерәләр, уны оҙаҡ бушата алмай ҡаңғыралар, сөнки пневматик үҙбушатҡыс боҙолған. Буласаҡ инженер Тельман Камал улы оҙаҡ уйламай, бушатҡысты ентекләп тикшереп сыға, уның ниңә эшләмәүенең сәбәбен таба, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарып, сафҡа индерә. Бесән ваҡытында бушатыла. Бының өсөн баржа етәкселеге Тельманды рәхмәт йөҙөнән байтаҡ ҡына аҡса менән дәртләндерә.
Йәйге каникулын студент үҙенең тыуған яҡтарында уҙғара. Ике йыл рәттән “Ҡыҙыл партизан” колхозында “Сталинец-6” комбайнында ярҙамсы булып эшләй, урып йыйыу эштәрендә ҡатнаша. Ул саҡта “Учалы” МТС-ы директоры булып П.Д. Дураков эшләй. Бер саҡ Ахунға ҡайтҡанда Тельман ырҙын табағы янында боҙолоп ултырған “ГАЗ-67”, ике “СК-3” комбайнын күреп:
— Әйҙәгеҙ, мин ошо техниканы ремонтлап ҡарайым! — тип Петр Дмитриевичҡа мөрәжәғәт итә.
— Улай дәртең булғас, самала! — тип ризалыҡ бирәләр сәмле, тырыш егеткә. Тельман үҙенең ауылдашы Сәғиҙулла Зөлҡәрнәев менән көҙгө уңыш йыйыу осорона ошо техниканы йүнәтеп тә ҡуя.
1957 йылда ауыл хужалығы институтын уңышлы тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Алыҫ Көнсығышҡа эшкә ебәрергә булалар. Был хаҡта ишетеп ҡалған “Учалы” МТС-ы директоры П. Дураков, ул саҡтағы ауыл хужалығы министрының үҙенә барып һөйләшеп, йәш белгесте эргәһендә, “Учалы” МТС-ына эшкә ҡалдырыуға өлгәшә.
Тельман Кәримов 1957 йылдың авгусынан “Учалы” МТС-ында ауыл хужалығы машиналары буйынса механик булып эш башлай. 1959 йылда Гостехнадзорҙың баш инженеры итеп тәғәйенләнә. 1961 йылда уны “Сельхозтехника» етештереү берекмәһенең генераль директоры итеп ҡуялар.
Үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәргә иғтибарлы, ихтирамлы була йәш директор. Эшселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе килеп тыуа, сөнки производствола күберәген йәштәр, ситтән килгән кешеләр эшләй. Ҡала комитетында уға:
— Һин был эште үҙ елкәңә ал, берәүҙән дә ярҙам көтмә! — тип кәңәш бирәләр.
Нимәлер төҙөү өсөн тәү сиратта төҙөлөш материалдары кәрәк. Был эште яйға һалыу өсөн Өфөгә барып сертификат алып ҡайта Тельман Камал улы. Ҙур бригада туплап, нигеҙ, бүлмәләрҙе бүлеү блоктары, башҡа төрлө төҙөлөш материалдары етештерә башлайҙар. Ташсылар бригадаһы ең һыҙғанып йорттар төҙөү эшенә тотона. Бер нисә йыл эсендә ҡаҡ яланда бынамын тигән эшселәр ҡасабаһы, комбайндар ремонтлау цехы, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһы биналары һәм башҡа кәрәкле объекттар ҡалҡып сыға. РТС ҡасабаһында 16 фатирлы өс, 24 фатирлы ике йөрт төҙөлә. Шулай уҡ ике ғаилә өсөн тәғәйенләнгән бер ҡатлы кирбес йорттар сафҡа индерелә.
Йортһоҙ интеккән эшселәрҙең күңеле күтәрелә, хеҙмәткә дәрте арта. Улар араһында ҡайнап йөрөгән Тельман Камал улының халыҡ араһында абруйы күтәрелә, уны хөрмәт итәләр, ышаныс белдереп, ҡала һәм район Советының ун беренсе саҡырылышына депутат итеп һайлайҙар. Скважина ҡаҙытып, йорттарға һыу, үҙәк йылылыҡ биреү селтәре үткәреү, канализация эшләтеү, ҡасаба урамдарына асфальт түшәү мәсьәләләрен яйға һала тәжрибәле директор. Райондағы колхоз-совхоздарҙа машиналарҙы техник хеҙмәтләндереү пункттары төҙөлә. Шулай уҡ бер нисә бригада малсылыҡ фермаларын механизациялау эшенә йәлеп ителә. Шул осорҙа төҙөүселәр бригадаһы Кесе Ҡаҙаҡҡол ауылында башланғыс мәктәп, Илсеғол ауылында дауахана төҙөүгә өлгәшә. Ошо төҙөлөш эштәре “Сельхозтехника”ның ныҡлап аяҡҡа баҫыуына, көслө, ҙур предприятиеға әйләнеүенә булышлыҡ итә лә инде.
Тельман Камал улының кәңәше буйынса 1960 йылда тракторсы-машинистар әҙерләү курсы асыла. Ике йыл ярым ваҡыт эсендә район өсөн өс йөҙҙән ашыу тракторсы әҙерләп сығаралар.
...Халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған Тельман Камал улын үҙ эсенә Ишмәкәй, Ҡолош, Ҡотой, Ураҙ ауылдарын алған, малсылыҡ, игенселек буйынса районда иң артта ҡалған “Урал” колхозына рәйес итеп эшкә ебәрәләр. Ошо яуаплы вазифала алты йыл эшләп, ул колхозды алдынғылар рәтенә сығара. Уның кәңәше буйынса яңы технология үҙләштереп, иген баҫыуҙарын торф-минераль комплексы менән байыҡтырыу эшен йәнләндерәләр. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: көҙгө уңыш икеләтә-өсләтә арта. “Урал” колхозы алдынғылар рәтенә сыға, республикала танылыу ала. “Урал” колхозы КПСС Үҙәк Комитетының Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә.
1978 йылда Тельман Камал улын ҡайтанан “Сельхозтехника” ойошмаһына идарасы итеп күсерәләр. 1986 йылда оҫта ойоштороусыны Учалы район агросәнәғәт берекмәһе етәксеһенең ауыл хужалығын техник хеҙмәтләндереү буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1993 йылда уны районда тәүге тапҡыр альтернатив ысул менән Учалы район Советына рәйес итеп һайлайҙар. Аҙаҡ, 1998 — 2000 йылдарҙа, Тельман Кәримов “Учалыагросервис”тың директоры була.
Үҙ заманында районыбыҙҙың ауыл хужалығын, шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын күтәрешеүҙә ныҡ ярҙам күрһәтә Тельман Камал улы. Комбинаттың ул саҡтағы генераль директоры М.А. Беляев уға йөк машиналарын техник хеҙмәтләндереү буйынса ярҙам итеүен һорағас, “БелАЗ”-дарға запас частар булмау сәбәпле, Телман Кәримов үҙенең яҡташы, элек Өфөлә партияның Өлкә комитетында эшләгән Б. Касимовскийға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Борис Андреевич был саҡта “Россельхозтехника”ға эшкә күсерелгән була. Касимовский алыҫ Башҡортостанда йәшәгән яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙа. Килешеү наряды буйынса Ярославль һәм Минск моторҙар эшләү заводтары Учалы комбинатына “БелАЗ” үҙбушатҡыстары өсөн двигателдәр, запас частар ебәрә башлай.
Изге эш ерҙә ятып ҡалмай. Тельман Кәримовҡа БАССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. 1976 йылда Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә лә ҡатнаша.
Тельман Камал улы Альбина Ниғәм ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡатыны Бөрө пединститутын тамамлағас, оҙаҡ йылдар Учалы урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Пушкин менән Лермонтовтың шиғырҙарын әле лә шартлатып яттан һөйләй. Хәтеренең шәплегенә иҫең китерлек. Ҡыҙҙары Вилора Тельман ҡыҙы атаһының юлын һайлаған. Ул Учалылағы “Гостехнадзор”ға етәкселек итә. Ҡыҙҙары Лира Учалы ҡалаһының 5-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Тельман Камал улы менән Альбина Ниғәм ҡыҙы олоғайған көндәрендә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибарына, һөйөүенә сорналып, ҡыуанып йәшәй.
Учалы районында Тельман Камал улын белмәгән кеше юҡтыр. Бигерәк тә РТС ҡасабаһы халҡы рәхмәтле уға. Элекке “Сельхозтехника”ның контораһы урынлашҡан өс ҡатлы бина хәҙер — ҡасабаның үҙәк урыны. Унда почта бүлексәһе, китапхана, сауҙа нөктәләре урынлашҡан. Халыҡ яҡты, иркен йорттарҙа донъя күрә.
Был фани донъяла берәү ҙә мәңгелек түгел. Хатта ҡаялар, таштар емерелә, бер килеп туҙанға әйләнә. Тик кеше исемдәре мәңгелек – халыҡ хәтерендә йәшәй!
Райондаштарым араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған Тельман Кәримов – Учалы районы тарихына үҙенең алтын бағанаһын ултыртҡан кеше. Халыҡ уның изге эштәрен онотмай. Оло кешенең күңелен күреү өсөн күп тә кәрәкмәй. Уға Учалы ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы исемен биреү бик сауаплы, изге эш булыр ине. Ул — хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ шәхес.
Рамай ҠАҺИР,
шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы.