Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заман һулышын тойоп
Заман һулышын тойоп
Хәйҙәр Тапаҡовты күптән белһәм дә, яҡындан танышыуым ул Сибайға килеп “Ирәндек” лицейында уҡыта башлағас булды. Күп яҙыша, хикәйәләре, повестары әленән-әле донъя күреп тора. Тулы һыулы йылға шым аға тигәндәй, Хәйҙәр шапырынмай ғына яҙа ла яҙа. Әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемалар, уның геройҙары беҙҙең төбәк ауылдары һулышын сағылдыра. Күренеп тора: әҙип ауыл тормошон яҡшы белә, уға бөтә күңелен һалған, уның хәсрәте менән яна. Борсолған-уйланғандарын төбәгебеҙҙең “Атайсал”, “Ауыл уттары” гәзиттәре аша әйтеп бара.


Яҙғандары төплө, дәлилле, “барҙым-күрҙем”гә ҡоролмаған. Быға мин, Хәйҙәрҙең “Утоли мои печали...” (“Тарат әле моңһоу уйҙарым­ды...”) тигән мәҡәләләр туплан­маһын уҡып сыҡҡас, тағы ла нығыраҡ инандым. Йы­йынтыҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендә төҙөлгән. Яҙыусының тел, стиль сараларына оҫта мөрәжәғәт итеүе, һәр һүҙенең күтәрелгән мәсьәләне сисеүгә йүнәлтелеүе асыҡ ярылып ята.
Бына, мәҫәлән, “Нигеҙ ташы” исемле мәҡәләһенән башлайыҡ һүҙҙе. Автор тыуған ауылы Һабырҙан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Шәмсетдин хаҡында хәтер ебен һүтә. Бынан дүрт-биш тиҫтә йыл элек мөрйә­ләренән төтөн борҡотоп ултырған ауыл һүнгән, әрем-кесерткән баҫҡан, урыны-урыны менән нигеҙ таштары ғына элекке тормош тарихын күңел һыҙлатып күрһәтеп ята... “Киләсәкһеҙ” мөһөрөн алған Ҡәрйән, Ҡырым утары, Ураҙғол, Әлмөхәмәт... Һанай китһәң, ундайҙар бихисап.
Минең тыуған районым Хәйбуллала 30-лап ауыл юҡҡа сыҡты, нигеҙҙәре ҡәбер ташы һымаҡ һерәйеп ятып ҡалды. Хәйҙәрҙең мәҡәләһен уҡығас, күптәр: “Ниңә шуларҙы ил Президентына яҙып ебәрмәйһең?” – ти. “Башҡортостан” телевидениеһы тапшырыуында алып ба­рыу­сы ла шундайыраҡ һорау биргәйне. “Былай барһаҡ телһеҙ, әҙәбиәтһеҙ, мәҙә­ниәтһеҙ тороп ҡалырбыҙ әле”, – тип яуап бирҙем уға”. Әрнеп-әсенеп әйтте Хәйҙәр был һүҙҙәрен.
Көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләре менән әленән-әле сығыш яһай “Атайсал” гәзите­нең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов. Йыйынтыҡҡа ингән яҙмалары ла, бөгөн яҙа барғандары ла ижадсының оҫта ҡәләмле булыуы тура­һында һөйләй. Әйтәйек, “Кеше тыу­ҙырыуға” тигән һүрәтләмәһендә Хәй­ҙәр Тапаҡов үҙе фельдшер булып эшләп йөрөгән саҡтағы ваҡиғаны тәфсирләй, фельдшер-акушер­лыҡ пункттарының проблемаларын, әсәлек­те-балалыҡты яҡлауҙың мөһим­леген, яуаплылығын күрһәтә. Был мәҡә­лә, әлбит­тә, ваҡы­тында тәьҫирһеҙ ҡалмағандыр, сиселешен тапҡандыр, тимәксемен.
“Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире булараҡ та, журналист булараҡ та яҙған­дары уҡыусы күңеленә үтеп инә, йәмә­ғәт­селекте үҙенә ылыҡтыра, уйланырға мәжбүр итә. “Ҡыҙ баланы ҡыҙғанам...” мәҡә­ләһендә, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ проб­лемаһын күтәрә, уларҙы яҡларға, һаҡ­ларға, бөйөк­лөккә күтәрергә саҡыра. Сөнки ҡыҙ бала – илдең киләсәге, буласаҡ әсә... Йыйынтыҡҡа исем биргән “Тарат әле моңһоу уйҙа­рымды...” тап шул юғары фекерҙе ҡеүәтләй. Китапҡа ингән 39 мәҡәләнең һәр береһенең үҙ тауышы, маҡсаты бар.
Һүҙҙе йомғаҡлап, Хәйҙәр Тапаҡовтың “Утоли мои печали...” мәҡәләләр йыйын­тығын Шәһит Хоҙай­бирҙин премияһына тәҡдим итеү бик ваҡытлы, тип әйтке килә. “Атайсал” гәзите­нең баш мөхәррире, талантлы журналист һәм яҙыусы уға лайыҡ.

Шәйхелислам Айсыуаҡов,
журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә