Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибарлы бул, ашыҡма!йәки Мин нисек машина йөрөтөргә өйрәндем
Иғтибарлы бул, ашыҡма!йәки Мин нисек машина йөрөтөргә өйрәндем
Бер ҡасан да рулгә тотонорға теләгем булманы. Пассажир рәүешендә ултырып йөрөргә яраттым. Таныш-тонош, дуҫ-иш автомәктәпкә уҡырға ингәндә иптәш булырға өгөтләп ҡараны – ҡыҙыҡманым. Хатта әхирәттәр машина алып, уларға ултырып елдергәндә лә көнсөллөк хистәре тыуманы. Ә быйыл яҙ күңелем кинәт кенә, халыҡ әйтмешләй, “праваға уҡырға” тартты.



Әмәлгә ҡалғандай, юлым­да бер автомәктәп директоры осраны. Ул тимерҙе ҡыҙыуында һуҡты:
– Элекке ябайлаштырылған ҡағиҙәләр буйынса һуңғы төркөмдө йыйҙыҡ. Бер дәрес уҙҙы ла инде. Эләкһәң, ошоға эләгеп китәһең, артабан яңы закон буйынса уҡыу ҙа оҙағыраҡ, имтиханды биреү ҙә ҡатмарлыраҡ буласаҡ.
Йә – хәҙер, йә бөтөнләй был шөғөлгә тотонмаясаҡмын!.. Иртәгәһенә дәрестә ултыра инем инде. Мине иң аптыратҡаны ҡағиҙәләрҙең, юл билдәләренең, юл тамғаларының күплеге, төрлөлөгө һәм ҡатмарлылығы ине. Көн дә юлда йөрөйөм бит, уларҙы күрмәгәнменме, иғтибарға алмағанмынмы? Хатта уҡытыусының аңлатҡанында буталып, ниңә генә башымды бында алып килеп тыҡтым, тип үкенә биреберәк тә алдым. Өйгә бирелгән эштәрҙе уҡып-ятлап та, ҡайһы бер темалар еңелерәк тойолманы. Бары Андрей Витальевич үҙләштергәнде экранда практик һорау-яуап менән нығыттырғас, бер аҙ аңлашыла башланы. Унда ла бер-береһенә оҡшашыраҡ осраҡтар тап килеп, баш әйләнеп киткеләне.
Документтар тиҙ тултырылды, медицина тикшереүе лә тотҡарлыҡһыҙ ғына уҙҙы. Иң хәтәре алда көтөп торған икән – машина йөрөтөү күнекмәләре. Теләк буйынса өс инструкторҙың береһенә беркетелдек. Мин тәжрибәле өлкән йәштәге Фәғит Мәхмүт улын һайланым. Теләүселәр күп булып сыҡты. Ярай әле эшемә зыян килтермәҫлек графикка – төшкө аш мәленә – яҙылып өлгөрҙөм. “Тимер ат”ы – “ВАЗ-2115”, ябайыраҡ итеп әйтһәк, “пятнашка” икән.
Тәүге дәресем булманы. Инструкторымдың ашығыс эше килеп сыҡҡан, имеш. Хәйерһеҙ, байрамдар күп тура килеү сәбәпле, былай ҙа имтиханғаса фарыз 15 дәресте алып өлгөрөүебеҙ икеле.
Ниһайәт, сиратым етте. Туҡталҡала Фәғит Мәхмүт улы машина кабинаһындағы теге-был деталгә төртөп күрһәтеп, һәр береһенең ни өсөн кәрәклеген аңлатты. Әһә, рулде беләм, быныһы – боролош утын яндыра торған таяҡса, тегеһе – ҡул тормозы, анауы – тиҙлек рычагы. Аҫта – “сцепление”, “тормоз”, “газ”. Ҡыйын түгел һымаҡ. Тик моторҙы ҡабыҙғанда нимә артынан нимә эшләргә кәрәклеге генә иҫтән сыға ла ҡуя.
Ҡуҙғалып китеп, күпер аша сығып, оло юл ситенә барып туҡтаныҡ. Инструкторым машинанан төштө лә:
– Хәҙер һин йөрөтөүсе урынына ултыр, – тине. Мин аптыраштан күҙемде упайтып, ауыҙымды асып уға тексәйҙем:
– Нисек мин? Хәҙер үкме? Ҡурҡа-а-ам!
Яуап йомшаҡ, әммә ҡәтғи булды:
– Ҡурҡма, ултыр.
Алдан белешеп, ошо инструкторға беркетелгәнемә һуңынан мең ҡыуандым. Иптәш ҡыҙҙарым, етәкселәренең сығырынан-сығып, нисек әрләүҙәрен, шул арҡала ирешеп-талашып, хеҙмәттәшлекте өҙөүгә барып еткәндәрен аҙ һөйләмәне. Ә Фәғит Мәхмүт улы ай ярым эсендә бер генә тапҡыр ҙа һүгенмәне, хатта екеренмәне лә. Күрәһең, тәжрибәле кеше булараҡ, “автомобиль” менән “ҡатын-ҡыҙ” төшөнсәләренең бер-береһенән алыҫ торғанын аңлап ҡабул итә белә. Иң ауыр саҡтарҙа, йыуатып-шаяртып, Ольганы миҫалға килтерә:
– Ана ул, машинаны зоопаркта ғына күргәнем бар, ти ине әле...
Ғәжәп, оло юлда еңел генә йөрөтөп алып киттем. Әлбиттә, ҡуҙғалыуы ауырыраҡ, бер аҙ газ өҫтәмәйенсә, “пятнашка”ны урынынан һелкетермен тимә. Ә мин йә педалгә етерлек баҫмайым, йә “сцепление”ны күтәрмәйенсә артыҡ көс һалам. Һөҙөмтәлә машинам үкерепме-үкерә. Уның ҡарауы, йөҙҙөрөп кенә алып барып туҡтатам.
Аппетит ашаған саҡта асыла тигәндәй, тәүге рулгә ултырыуҙан уҡ был шөғөл миңә оҡшап ҡалды. Хатта ҡайһы бер урындарҙа инструкторым: “Туҡтат, шумахер! Аварияға эләккәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Яңы йөрөтә башлағандарға тәжрибә генә түгел, һаҡланыу инстинкты ла етешмәй”, – тип тиҙлекте кәметергә ҡуша. Бер генә нәмәгә һаман өйрәнә алманым: нисек итеп бер юлы үҙеңдең машинаңды ла контролдә тотмаҡ, яҡын-тирәләге техниканы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҡ, светофорға һәм юл билдәләренә лә иғтибар итмәк, көҙгөләрҙән ян-яҡты, артты ла ҡарап алмаҡ кәрәк икән! Бер башҡа күпме мәшәҡәт!
Өс дәрестән һуң автодромға юлландыҡ. Баҡтиһәң, махсус күнекмәләр яһап оҫтарырға кәрәк. Улар бишәү, шуларҙың өсәүһе имтиханда буласаҡ. “Змейка” тигәне, “разворот” – бер урындан боролоп кире сығыу – еңел тойола. Ә бына “гараж”ға, “парковка”ға кәртәләрҙе ҡолатмай ғына нисек инергә һуң? Бер-бер артлы яһаласаҡ хәрәкәттәр хәтерҙән сыға ла ҡуя! Аптырап, схема-һүрәткә нимә артынан нимә килгәнен тәфсирләп яҙып алам. Барыбер еңеләймәй: рулгә тотондоң иһә, бөтәһе лә онотола.
…Атай ауырып китте. Уны Өфөгә алып килеп, дауаханаға урынлаштырып, янында тәрбиәләп ултыра торғас, байтаҡ теоретик һәм практик дәресем ҡалды. Шулай ҙа үҙаллы уҡып, ял көндәрендә машина йөрөтөү күнекмәләре үткәреп, ҡыуып етергә тырыштым. Әммә яҙмыш тағы бер һынау әҙерләп торған: атай мәрхүм булып ҡалды. Дауахананан алып ҡайтыу, ерләү мәшәҡәттәре менән йәнә бер аҙна уҙҙы. Автомәктәптә бер аҙна күренмәнем. Былай булғас, һынауҙы бирә алмаҫмын инде...
Фәғит Мәхмүт улы был һүҙҙәремде ишетеп, беренсегә ысынлап асыуланды:
– Ниндәй “бирә алмам” ул?! Башҡаса ундайҙы әйтәһе булма! Төшөмдә һин һынауҙы тапшырғанһың тип күрҙем. Бирәсәкһең!
Әллә ысынлап шундай төш күргән, әллә мине тынысландырыр, үҙ-үҙемә ышаныс тыу­ҙырыр өсөн әйтте – белмәҫһең. Әммә һүҙҙәре һуңынан раҫҡа сыҡты.
Автомәктәптәге эске имтиханды уңышлы тапшырҙым. Бер тапҡыр хаталандым. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында имтихан тотҡанда ла бер генә яңылышлыҡ ебәрҙем. Хәҙер – автодромға, икенсе-өсөнсө этапҡа. Бына улары ҡурҡыта, инспекторҙар уҫал, тиҙәр. Батып барғанда һаламға йәбешкәндәй, юл буйына “Фатиха” сүрәһен уҡып барҙым.
Көн боҙолоп тора. Һыуыҡ. Ҡала ситендәге һынау майҙансығында Фәғит Мәхмүт улы ҡаршы алды. Башта уҡ үҙемде маҙаһыҙлаған һорауҙы бирҙем:
– Беҙ өйрәнгән биш күнекмәнең ҡайһылары була?
– “Эстакада”, “гараж”, “змейка”...
Был яуаптан кәйефем төшә. Әсенеп:
– Йә, Хоҙай, ниңә “эстакада”, “парковка”, “разворот” түгел? – тим, ҡысҡырып. Миңә шулары еңелерәк бирелә шул...
Биш минут та уҙманы, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Кемдәрҙең сираты аҙаҡтараҡ ышыҡҡа – кафе бинаһына ҡарай йүгерҙек. Уның тәҙрәләренән һынау майҙансығы ус төбөндәгеләй күренә. Автодромда эш бер аҙға ғына туҡтап ҡалды ла дауам итте. Миңә ниндәйҙер бер үҙгәреш булғандай тойолдо, тик ҡапыл ғына аңлай алманым. Бер-бер артлы килгән машиналар эстакаданан төшә лә гаражға инеп тормайынса артабан китә.
– Нимә булды ул? – Аптырап янымдағыларға ҡарайым.
– Һин бит “гараж” урынына “парковка” һораның. Хоҙай үтенесеңде ишетте, – тип көлдө ҡыҙҙар.
Бәй, ысынлап та, күнекмә төрҙәрен алмаштырғадар бит! Гаражға инер өсөн машинаның артҡы ишеге форточкаһында уның ситке бағанаһын күрергә кәрәк, ә ҡойма ямғырҙа был мөмкин түгел. Шөкөр, йырлап бирҙем беренсе этап һынауын. Эстакадала ғына бер аҙ юғалып ҡалдым, унда ла Фәғит Мәхмүт улы аша Хоҙай Тәғәлә ярҙамды үҙе ебәрҙе.
Икенсе этапта ла Юғары көс мине ташлап китмәне. Өс сәғәт ярым көттөрөп килгән инспектор ниңәлер бик асыулы ине. Рулгә ултырған һәр беребеҙгә тауыш күтәреп, албырғатып-хаталандырып, “имтиханды бирмәнең” тип төшөрөп ҡалдыра барҙы. Хатта үҙен бығаса бик ышаныслы тотҡан Роберт та яңылышты.
Ҡотом осоп эстән генә: “Теге бер ниндәй билдәһеҙ урау юл ғына эләкһен инде миңә”, – тип теләп ултырҙым. Тәүҙә “тимер юл”, унан “урам саты” аша уҙып, баяғы урау юлға сығыу бурысы төштө иңемә. Урам сатында был мәлдә бер ниндәй ҙә машина булмауы эште еңелләштерҙе. Ә урау юлда тиҙлекте сәғәтенә 30 саҡрымдан кәм тотмаһаң, шул етә. Ошолай елдереп китеп барғанда инспектор киҫкен генә: “Туҡтат машинаны!” – тигәс, ҡойолоп төштөм. Ул ҡулындағы ҡағыҙына ниҙер сыймаҡланы ла боролоп та ҡарамай ғына миңә һуҙҙы. Янынан 10-15 метр ситкә киткәс кенә документыма күҙ һалдым. Унда “бирҙе” тигән һүҙ сатай-ботай яҙылып, имза ҡуйылғайны.
Ур-ра! Мин һынауҙы бирҙем! Мин машина йөрөтә алам! Әммә ихласлап ҡыуанырға хәлем ҡалмағайны. Ике ай автомәктәптә уҡыу бөтә көсөмдө һурып, нервыларымды байтаҡ ҡаҡшатҡайны.
...Иртәгәһенә үк танытма барып алдым. Әммә рулгә ултырырға йөрьәт итмәйерәк торам әле. Урамда машина хәрәкәте уғата көслө, һәләкәттәр ҙә йышайҙы. Автомобиль йөрөтөү хоҡуғына эйә булыу ғына мин-минлеккә, һауаланыуға сәбәп түгел. Үлсәүҙең бер яғында ҡәҙерле танытмаң ятһа, икенсеһендә – һинең ихтыярыңдан һаулығы, ғүмере торған юл хәрәкәтенең башҡа ҡатнашыусылары. Ошоно гел иҫтә тоторға яҙһын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 670

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 442

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531