Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәтрүшкә тауҙар шатлығы бүләк итә
Мәтрүшкә тауҙар шатлығы бүләк итә
Супермаркеттарҙа «орегано» тип һатылған тәмләткес үләндең тап беҙҙең мәтрүшкә икәнлеге тураһында белә инегеҙме? «Орегано» грек теленән «тауҙар шатлығы» тип тәржемә ителә. Уны сәскә ата башлағанда йыйыу зарур. Сарҙаҡ йә лапаҫ аҫты кеүек яҡшы елләтелгән, ҡояш тура төшмәгән ерҙә киптерелә. Мейес йә газ духовкаһы ҡулланылһа, йылылыҡ 30-40 градустан ашмаҫҡа тейеш, юғиһә файҙалы матдәләре тарҡала башлай. Ҡоро үҫемлектәрҙе бөтөн көйөнсә быяла банкаларҙа һаҡлайҙар ҙа кәрәгенсә ваҡлап алалар. Ваҡланған килеш һаҡлаһаң, эфир майҙары күберәк тәләф була.
Сифат хаҡына мәшәҡәттән ҡурҡмаған кешеләр йәшел япраҡтарҙы һыуытҡыста туңдырып һаҡлай. Тик быныһының әллә ни кәрәге лә юҡтыр.

Мәтрүшкәнең сихәте тураһындағы беренсе яҙма беҙҙең эраға тиклемге I быуатҡа тура килә. Боронғо грек табибы Диоскоридос «Дауа үҫемлектәре» тигән китабында телгә ала уны. Мәтрүшкә – етмеш төрлө ауырыуға дауа, тип әйтелә башҡорт мәҡәлендә. Дарыуҙар булмаған осорҙа һыуыҡ тейеүҙән дауаланыуҙың төп сараһы бит ул. Һәм юҡҡа түгел икән.
АҠШ ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, мәтрүшкәләге карвакрол тигән матдә айырым төр микроб менән паразиттарға ҡаршы көрәштә антибиотиктарға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк. Шул иҫәптән дарыуҙар менән йүнләп баҫып булмаған һары стафилококты ла дөмөктөрә, ти. Карвакролдан башҡа ла файҙалы өлөштәре күп: эфир майҙары, розмарин һәм аскорбин кислоталары, дубиль матдәләр, тимол, цимол, флавоноидтар, терпендар һ.б.
Ҡаҡырыҡ сығарыу, тир һәм бәүел ҡыуыу, шешенеүҙәрҙе тотҡарлау, иммунитетты көсәйтеү, дезинфекция, тынысландырыу, ашҡаҙан-эсәк системаһын көйләү, нервы нығытыу һәләттәренә эйә. Ҡысыныуға ҡаршы ла килешә. Шулай булғас, ҡайын ботаҡтары араһына мәтрүшкә ҡушып мунса миндеге бәйләүҙең мәғәнәһе бар. Тағы ла бер үҙенсәлеге: ирҙәргә енси тотанаҡһыҙлыҡҡа баш булырға ярҙамлаша икән, ә ҡатын-ҡыҙға енси сәләмәтлек өсөн бигерәк тә яҡшы, ти. Тик бәлиғ булмағандарға уны саманан тыш күп эсеү кәңәш ителмәй. Ғөмүмән, һәр нәмәлә, шул иҫәптән мәтрүшкә эскәндә лә саманы үтергә ярамай.
Мәтрүшкәне славяндар борондан им-том өсөн дә ҡулланған. Ҡайһы бер урыҫ ауылдарында һаман ғәмәлдә ул. Мәҫәлән, туҡтамай илаған бәпесте тынысландырыу өсөн әсә кеше күлдәк итәгенең осон шыйыҡ ҡына әҙерләнгән мәтрүшкә төнәтмәһенә мансый ҙа баланың битен һөртә. Башҡа кешеләргә был процедураны үткәреү ниңәлер ҡәтғи рәүештә тыйылған. Бәпестең әсәһенән тыш, өләсәһенә генә рөхсәт ителә. Тик ул күлдәк түгел, алъяпҡыс итәген мансырға тейеш булған.
Диҡҡәт менән уҡығыҙ: мәтрүшкә эсеү йөклө ҡатындарға ҡәтғи тыйыла! Гипертония, йөрәк-ҡан тамыры, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән яфаланыусыларға ла һағыраҡ тотонорға кәңәш ителә.

Илфат ЯНБАЕВ.






Дегәнәккә – дан!

Мәтрүшкә тауҙар шатлығы бүләк итәҠыҙым дерматиттан йонсоно. Уны төрлө дауаханаға күп йөрөттөк. Ниндәй генә май-дарыу ҡулланып ҡараһаҡ та, ярҙам итмәне. Танышымдың кәңәше менән ошо ысулды ҡулландым: ит турағыстан йәш дегәнәкте үткәреп, һутын ҡыҙымдың яраларына һөртөп сыҡтым. Ике аҙна тигәндә, тәне таҙара башланы. Бына шундай арзан, әммә һөҙөмтәле сара!
Ә. СОЛТАНБАЕВА.





Алоэ менән бал – шәп дауа

Мәтрүшкә тауҙар шатлығы бүләк итәАлоэ гөлө менән дауалана башлар алдынан уға ике аҙна һыу һипмәҫкә кәрәк. Ҡырҡылған япраҡтарҙы ҡағыҙға төрөп, ике аҙнаға һыуытҡысҡа һалып ҡуйығыҙ. Шунан ҡайнар һыу менән сайҡатып алғас, яҡшылап иҙегеҙ. 1:3 нисбәтендә һыу ҡушып, һалҡын урында һаҡлағыҙ.

Иммунитетты нығытам тиһәң...

15 мл алоэ һутына 250 грамм бал, 350 грамм ҡыҙыл шарап ҡушып, 4–5 көн бүлмә температураһында тоторға. Берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
Йәки 100 мл алоэ һутына 500 грамм ваҡланған әстрхан сәтләүеге, 300 грамм бал ҡушып ҡулланырға мөмкин.

Артритты дауалау өсөн

Алоэ, бал һәм спиртты ҡушып, ҡатнаш­маны марля киҫәгенә һеңдерегеҙ. Һыҙлаған урынға ябып, полиэтилен ҡапсыҡ менән ҡаплап, өҫтөнән ҡат-ҡат шәл урағыҙ.

Гастрит яфалаһа

100-әр грамм алоэ менән балды ҡушып болғағыҙ. Көнөнә ике тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ҡулланырға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә