Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙең ынтылыштар бер үк
Беҙҙең ынтылыштар бер үк
Алдағы һанда хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегацияһы Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә булды.

Ике республика башлыҡта­ры Рөстәм Хәмитов менән Ал­масбәк Атамбаев, Ҡыр­ғыҙ­стан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев төбәктәр араһын­дағы хеҙмәттәш­леккә ҡағы­лыш­лы мәсьәләләр­ҙе тикшерҙе. Атап әйткәндә, мәҙәни һәм иҡтисади бәйләнештәр өлкә­һен­дә эш итеү хаҡында һүҙ барҙы.
– Мәҙәни-гуманитар йүнә­леш­те үҫтерергә мөмкинлек бар. Төбәктәрҙәге әүҙем диаспора был йәһәттән байтаҡ башлан­ғыстар, идеялар тәҡ­дим итә ала. Шуға күрә ошо тармаҡтағы бәй­ләнеште үҫтерергә иҫәп тотабыҙ, – тине Джоомарт Оторбаев. – Башҡортостандағы минераль ашламалар, нефть эшкәртеү предприятиеларының ҡеүәтен иҫәпкә алып, республикағыҙ ме­нән тура бәйләнештәрҙе тәрә­нәйтеү яҡлыбыҙ. Ҡырғыҙстандың Таможня союзына инеүе һөҙөм­тәһендә мөмкинлектәребеҙ ярай­һы уҡ киңәйә. Берҙәм иҡтисади киңлек барлыҡҡа киләсәк, та­уар­ҙарға һәм хеҙмәттәргә һалым һалынмаясаҡ. Беҙҙә етештереү­ҙең үҙҡиммәте Таможня союзын­дағы башҡа илдәр менән са­ғыш­тырғанда байтаҡҡа түбән, ә ба­ҙар­ға сығыу шарттары бер үк. Шулай уҡ туризм, мәҙәниәт кеүек өлкәләрҙе лә ҡарарға була.
– Эшҡыуарҙарыбыҙ һеҙҙә бу­лып ҡайтҡандан һуң ауыл хужа­лығы һәм машиналар эшләү өл­кәләрендәге бәйлә­неште үҫ­тереү мөмкинлеге хаҡында хәбәр иткәйне, – тине Рөстәм Хәми­тов. – Ошо йәһәттән берлектәге эште баш­ларға мөмкин, тип уйлайым.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Ҡырғыҙс­тан­дың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағ­залары менән осрашты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәләрен Башҡортостан ме­нән таныштырыу сара­һы уҙғарылды.
– Республикалар ғына түгел, шулай уҡ менталитетыбыҙ, эш­ләргә, сауҙа итер­гә, индустрияны күтәрергә ынтылышы­быҙ оҡшаш. Нисек килешһәк, артабан шулай эшләйәсәкбеҙ, – тине үҙенең сы­ғышында Сауҙа-сәнәғәт палата­һы президенты Марат Шар­шекеев.
Әйтергә кәрәк, был – Баш­ҡортостан делегацияһының Ҡыр­ғыҙстанға тәүге рәс­ми сәфәре. Рөстәм Хәмитов билдә­ләүенсә, республи­ка­быҙ Ҡырғыҙстан­дағы эшҡы­уар­лыҡ берләшмәһе ме­нән хеҙмәттәшлекте яйға һалыр­ға ниәтләй.
– Беҙ иҡтисади мөнәсәбәт­тәр­ҙе үҫте­рергә тейешбеҙ. Ҡыр­ғыҙстандың Премь­ер-министры менән үҙ-ара хеҙ­мәт­тәш­лектең бөтә йүнәлештәрен бил­дәлә­йә­сәк берлектәге эш төркөмөн ойош­то­роу мәсьәләһен тик­шер­ҙек. Был төркөм ошо өлкәлә эш итәсәк кешеләрҙе асыҡларға тейеш. План төҙөп, уны тор­мош­ҡа ашырырға кәрәк, – тине Баш­ҡортостан етәксеһе.

***
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстандың Чолпон-Ата ҡалаһында Ысыҡкүл ярын­да үткәрелгән I Бөтә донъя күсмә ха­лыҡтар уйындарын асыу тантана­һында ҡатнашты.
Уйындар тәүгә үткәрелә. Биш көн дауамында Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Азербайжан, Монголия, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Көньяҡ Корея һәм Рәсәйҙең 10 төбәге спортсылары туғыҙ милли спорт төрө буйынса ярыша. Рәсәйҙең йыйылма командаһы­на Башҡортостандан ете спортсы инде. Улар милли көрәштә көс һынаша.
– Сара миңә бик оҡшай, барыһы ла юғары кимәлдә ойош­то­ролған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Минеңсә, бындай уйындарҙы Башҡортостанда үткәреү ҙә яҡшы булмаҡсы. Тамырҙары уртаҡ бул­ған күсмә халыҡтар йыйылып, осрашып, милли спорт төрҙә­рендә ярышһын ине. Бик ҡыҙыҡлы һәм дөрөҫ идея.

***
Артабан Дүшәнбе ҡалаһында Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Премьер-министры Ко­хир Рәсүлзада менән осрашты, тип хә­бәр иттеләр төбәк башлығының мат­бу­ғат хеҙмәтенән.
Премьер-министр билдәләүенсә, Тажикстан менән Башҡортостан араһын­да хеҙмәттәшлек, берлектәге предприятиелар асыу өсөн мөмкинлектәр ярайһы уҡ ҙур. Был уртаҡ файҙа килтерәсәк. Ул шулай уҡ киләһе йыл Өфөлә уҙғары­ласаҡ ШОС саммитын рес­публиканың юғары кимәлдә ойошторорона өмөт бел­дерҙе, Тажик­стандың генераль консулын йылы ҡабул иткән өсөн Баш­ҡортостан етәкселегенә рәхмәт әйтте.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан деле­га­цияһының Тажикстанға сәфәре бер ни­сә маҡсатта ойошторолоуын билдә­ләне.
– Беренсенән, ШОС илдәрен ҡабул итеү йәһәтенән эшегеҙҙе кү­ҙәтергә кә­рәк. Өйрәнәһе нәмәләр байтаҡ. Һеҙҙә барыһы ла яҡшы ойошторолған. Коллегаларым ҡунаҡтарҙың ҡайҙа урынлаштырылыуын, уларҙы нисек ҡаршы­лау­ҙарын, саммиттың ҡайҙа үтәсәген теркәп бара. Беҙҙең өсөн был – яҡшы тәжрибә. Икенсенән, иҡти­са­ди өлкәләге мөнә­сә­бәттәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ. Берлек­тәге предприятиелар асыу теләге бар. Әле Тажикстан менән Башҡортостан бизнесы араһындағы әйләнеш 65 миллион доллар тәшкил итә. Был күп түгел. Ошо юҫыҡтағы эшмәкәрлекте әүҙем­ләш­тереү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк,— тине республика етәксеһе.



Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә