Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Именлегебеҙ уяу булыуға бәйле
Һәр һөнәри байрамда тармаҡтың йыл дауамында башҡарған эшенә йомғаҡ яһала. Таможня хеҙмәткәрҙәре өсөн дә шулай. Былтырҙан улар яңы шарттарҙа эшләй башланы. Был Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан сиктәрендә таможня постарын алыуға бәйле. Ғөмүмән, әлеге мәлдә Рәсәйҙә таможня закондарын камиллаштырыу бара. Яңы Таможня кодексы үҙ көсөнә ингәнсе үк Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре бөтә терминалдарҙың да өҙөклөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн ҙур көс һалды.
Былтыр барлыҡ постар аша 25705 декларацияланған тауар үткәрелгән. 2010 йыл менән сағыштырғанда, экспорт 5,5 процентҡа кәмегән, ә импорт 20 процент самаһына үҫкән.
Тышҡы сауҙа әйләнеше 3 миллиард 733,6 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 3 миллиард долларҙан ашыуы — экспортҡа, 707,85 миллион доллары импортҡа тура килә. Республиканың тауар етештереүселәре һәм предприятиелары 102 сит ил менән сауҙа иткән. Экспорт йәһәтенән Ҡытай, Голландия, АҠШ, Һиндостан, Финляндия, Төркиә, Украина ышаныслы сауҙа партнерҙары тип табылған. “Газпром нефтехим Салауат”, “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”, “Өфөнефтехим”, “Синтез-каучук”, “Күмертау авиация етештереү предприятиеһы”, “Белорет металлургия комбинаты”, “Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы”, “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре сит илдәргә даими тауар ебәргән.
Импорттың үҫеше машиналар эшләү буйынса продукцияны күпләп индереүгә бәйле. Бынан тыш, химия сәнәғәте, металл һәм унан эшләнгән әйберҙәр, туҡыу тауарҙары, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ республикала ихтыяж менән файҙаланған. Шулай ҙа быйыл аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы тауарҙары импортының күләме 10 процентҡа кәмегән.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан таможняһы федераль бюджетҡа 9 миллиард 893,686 миллион һум аҡса күсергән.
Оператив хеҙмәткәрҙәр тарафынан 508 оператив-эҙләү сараһы үткәрелгән, һөҙөмтәлә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 946 эш асылған. Йыл дауамында 408 202 берәмек рөхсәтһеҙ тауар индереү осрағы теркәлгән. Мәҙәни мираҫ булараҡ һигеҙ әйбер тартып алынған, 1,5 килограмм наркотик матдә табылған. “Өфө” халыҡ-ара аэропортының хеҙмәтенән файҙаланыусы пассажирҙар артҡан — улар 340 мең кешене тәшкил иткән. 2 300 һауа судноһына таможня контроле үткәрелгән.
Ошо арауыҡ эсендә таможня хеҙмәткәрҙәре 673 административ хоҡуҡ боҙоу теркәгән, 45 енәйәт эше асҡан. Енәйәт эштәренең күбеһе халыҡ-ара почта хеҙмәте аша наркотик матдәләр ебәреүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хоҡуҡ боҙоуҙар йылдан-йыл күбәйә. Әлеге мәлдә 1,5 килограмм наркотик матдә тартып алынған һәм 15 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һауа аша килгән пассажирҙар араһында илебеҙгә һалҡын ҡорал алып инергә теләүселәр ҙә бар икән.
Рөхсәтһеҙ тауар индереүгә килгәндә, уның иң яңғырауыҡлыһына туҡталып үтке килә. Стәрлетамаҡтағы таможня посына урындағы шәхси предприятиеларҙың береһенән 2 812 пластмасса ҡурсаҡты теркәү өсөн таможня декларацияһы бирелгән. Унда уйынсыҡтарҙың йырлауы билдәләнгән. Тауарҙың хаҡы 11 300 АҠШ доллары тәшкил иткән. Декларация бирер алдынан таможня хеҙмәткәрҙәре тауарҙы тикшерергә тейеш. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер ҡурсаҡтарҙың “Һөйлә әле, Ҡарһылыу, ҡайҙа булдың?” йырын йырлауы асыҡланған. Композитор Геннадий Гладков менән шағир Юрий Энтиндың был йыры авторлыҡ хоҡуҡтарына ярашлы яҡлана һәм интеллектуаль милек объекты булып һанала. Закон боҙоуға юл ҡуймаҫ өсөн таможня хеҙмәткәрҙәренә 2812 ҡурсаҡты ла тыңларға кәрәк булған! Уйынсыҡтарҙың 435-е әлеге йырҙы башҡара икән. Был партия коммерсанттан тартып алынған һәм юҡ ителгән.
Башҡортостан таможняһы мәрхәмәтлек менән әүҙем шөғөлләнә. Республиканың алты балалар учреждениеһына 100 мең һумдан ашыу хаҡҡа тауар тапшырылған. Бер балалар йорто шефлыҡҡа алынған. Йыл башынан бер нисә тапҡыр Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына 158 мең һумлыҡ тауар бирелгән. Яңыраҡ Үзбәкстан кешеһенән декларацияланмаған өсөн тартып алынған 400-ҙән ашыу тәсбих тә Диниә назаратына тапшырылған.
Әйткәндәй, аэропортта ошоға оҡшаш тағы бер хәл булған – дини йолалар башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән 122 947 мең һумлыҡ әйбер тартып алынған. Аҙаҡ Башҡортостандың Юғары суды ҡарарына ярашлы был әйберҙәрҙе дәүләт ҡаҙнаһына күсереү рөхсәт ителгән. Таможня хеҙмәткәрҙәре уларҙы Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына тапшырыуҙы дөрөҫ тип тапҡан. Улар мәҙрәсә, мәсеттәргә таратылған.
Лилиә НУРЕТДИНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә