Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балҡый ҡала Кама буйында
Балҡый ҡала Кама буйында
Рәсми булмаһа ла, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәге өсөн ысын мәғәнәһендә сәнәғәт, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни үҙәк тип танылған Нефтекама үҙенең 51-се тыуған көнөн билдәләне.


Дауыл арҡаһында бер аҙнаға кисектерелгән тантананың ҡалаға нигеҙ һалған нефтселәрҙең һөнәри байрамы менән бер ҡатарҙан үткәрелеүе, әлбиттә, бик тә әһәмиәтле булды. Ял һәм мәҙәниәт паркында йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләгән хакимиәт башлығы Рәшит Дәүләтов үҙенең сығышын юҡҡа ғына Арлан нефть ятҡылығын асыусыларҙы оло ихтирам менән исемләп атауҙан башламағандыр. Шәрифйән Сәхәповтың быраулаусылар бригадаһы, Кама буйҙарында “ҡара алтын” сығарыуға тәүгеләрҙән тотонған “Октябрьскнефть” идаралығы баш инженеры Әнүәр Байков етәкләгән нефтселәр, “Башнефтепромстрой” тресының Павел Криворотов ҡулы аҫтында ҡаланың тәүге нигеҙ таштарын һалған төҙөүселәр Нефтекама тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Балҡый ҡала Кама буйындаТөрлө милләтле һәм хеҙмәт һөйөүсән 136 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалала бөгөн тулы мәғәнәле тормош ҡайнай. Тыуым буйынса ул – республикала алдынғылар рәтендә. Ете айҙа 1350 сабый донъяға килгән, был үткән йылдағы ошо осор менән сағыштырғанда 138-гә күберәк. Һуңғы осорҙа ғына өр-яңы дүрт балалар баҡсаһының сафҡа инеүе, тағы ла өсәүһенең үҙгәртеп ҡороуҙан һуң эш башлауы — йәш быуын тураһында хәстәрлек күреүҙең асыҡ миҫалы.
Төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән Нефтекама Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы билдәле. Нефть һәм газ сығарыуҙан тыш, машиналар эшләү һәм энергетика, еңел сәнәғәт һәм эшкәртеү тармаҡтарының ике тиҫтәгә яҡын предприятиеһы араһынан “НефАЗ” йәмғиәте, Ҡарман ГРЭС-ы, “Искож” берекмәһе, Әмзә урман, Нефтекама икмәк һәм “Кама беконы” ит комбинаттары, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер коллективтар йылдың-йылы тотороҡло эшләй. 200-ҙән ашыу ойошманың тырышлығы менән ҡалала торлаҡ төҙөп сафҡа индереү күләме республикалағы уртаса күрһәткестән юғары булып, йыл һайын 90 мең квадрат метрҙан артып китә. Ошо көндәрҙә “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль предприя­тиеһы файҙаланыуға тапшырған 63 фатирлы яңы социаль йорт – был йүнәлештең бары тик бер ыңғай өлгөһө.
Ҡаланың почетлы граждандары менән бер рәттән Густов, Куршев һәм Муллаяновтарҙың нефтселәр, Тимерғазиндарҙың машина эшләүсе, Кулешовтарҙың төҙөүсе, Хужиндарҙың табиптар һәм Ижбулдиндарҙың педагогтар династиялары йәш быуынға матур үрнәк булып тора.
Ике йыл рәттән “Братина” кубогын яулаған “Торос” хоккей командаһы, ауыр атлетикала өс тапҡыр донъя чемпионы булған Диана Әхмәтова, бобслей буйынса донъя беренселегенең көмөш призеры һәм Сочи Олимпиадаһында ҡатнашҡан Илвир Хужин, “Виктория” эстрада һәм бал бейеүҙәре ансамбле – ҡаланың ғорурлығы.
Юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр йыл һайын арта барып, Нефтекама халҡының тырыш һәм эшсән булыуын ныҡлы дәлилләй. Уларҙың бер төркөмөнә юғары дәүләт наградалары тапшырып, республика етәкселеге исеменән яҡташтарын Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне. Төрлө тармаҡ алдынғылары, уҡыусылар һәм спортсылар ҡала етәкселегенең маҡтау ҡағыҙҙарына һәм бүләктәренә лайыҡ булды.
Көндөң һалҡынсараҡ булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ байрамға дәррәү килде. Төрлө күргәҙмәләр, милли спорт уйындары, йыр-бейеү бәйгеләре күптәрҙе йәлеп итте.
Ял паркының оло сәхнәһендә көноҙоно концерт менән сығыш яһаған урындағы ижади коллективтарҙы һәм һәүәҫкәрҙәрҙе киске сәғәттәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов менән популяр йырсы Ришат Төхвәтуллин һәм йәш башҡарыусылар алмаштырҙы. Яратҡан йыр-моңдарын тыңлап, рух күтәренкелеге кисергән халыҡты тағы ла шатландырып, төндә ҡала күген байрам фейерверкы балҡытты.
Тантаналарҙы паркка сығып ҡарарға мөмкинлегең булмаһа, өйҙә “зәңгәр экран”дан күҙәтергә була ине: “Ufanet” йәмғиәте, нефтекамаларға үҙенсәлекле бүләк әҙерләп, байрам барышын тулыһынса тура эфирҙа күрһәтте.




Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә