Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кем хаҡлы?
Һаумыһығыҙ! Ике йылға яҡын инде бер уй башымда ҡайнай. Ҡайнап ҡына ҡалмай, барлыҡ хис-тойғомдо, йәшәү көсөмдө һура. Ул серҙе апай-еңгәйҙәр менән генә уртаҡлашып, ниндәйҙер кәңәш алып булалыр. Башҡа кешегә һөйләргә оялам. Булған проблемаларымды күңелемдә һаҡлап, бәлки, яңылыш та эшләйемдер, әммә шунһыҙ булмай. Кешегә – бер төрлө, ә үҙем икенсе булып күренеү ялҡытты.


22 йәштәмен, кейәүҙә түгелмен, башҡорт районынанмын. Өфө ҡа­лаһында бер егет менән таныштым. Интернет селтәрендәге “Вконтакте” сайтында. Йөҙгә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан түгел, алдынғы ҡа­рашлы күренде фотоһынан. Байтаҡ ваҡыт хыялыйҙарса хат-хәбәр яҙы­ша торғас, бер мәл был миңә осра­шырға тәҡдим итте. Һөйләшелгән көн килеп еткәнсе төрлө хыялдар, уйҙар донъяһында йәшәнем.
Ҡышҡы кистә матур бер паркта осраштыҡ. Егет миңә тәү күреүҙән үк оҡшаны, бигерәк тә – уның матур, ҡалын тауышы. Кафеға инеп ул­тырҙыҡ, бер-беребеҙҙә булған еңел­сә тартыныуҙы еңергә ты­рыштыҡ. Һуңынан ул мине оҙатып ҡуйҙы. Интернетта, смс-хәбәр яҙышыуыбыҙ туҡтаманы. Уның “баллы-кәнфитле” һүҙҙәренән мин тамам иренем, үҙ мөхәббәтемде осраттым тип уйланым. Әммә ҡабаланғанмын шул...
Артабан аҙна һайын тигәндәй осрашып, инде телефондан ихлас аралашып, дуҫтар булып та киттек. Һүҙгә бик әүәҫ, ым-ишараһы артистарҙыҡылай етеҙ ине. Бер-ике тапҡыр бүләк тә тотоп килде. Минең йөҙөмдән, ғашиҡтарҙа ғына булғандай, шат йылмайыу китмәне. Коллегаларым да, яҡындарым да быны бик тиҙ һиҙҙе.
Шулай, мейене томалаған илерткес мөхәббәт усағында янғанда, араларыбыҙ яйлап һыуына башланы. Егетем бер ни ҙә бул­мағандай, шул уҡ килеш ҡалһа ла, мин үҙемдә, эске кисерештәремдә үҙгәреш һиҙә башланым. Осрашыуҙарҙы элеккесә һағынып көтмәнем, сөнки уның эргәһендә үҙемде кәм, тиң түгел итеп тоя инем. Аралашҡанда күңелде төшө­рөрҙәй ауыр һүҙҙәр, мыҫҡыллауҙар ҡыҫтыра башланы. Тәүҙә быға әллә ни иғтибар бирмәҫкә тырыштым, үтер тип уйланым. Ләкин хата­ланғанмын. Торған һайын әсерәк “комплименттар” яуҙыра егет. Хатта бер көн был миңә тышҡы ҡиәфәтемә киҫәтеү яһаны... Имеш, ни эшләп һинең ул ерең улай түгел, был ерең былай... Мин ҡаршы һүҙ әйтеп, үҙемдең фекер-яуабымды иҫбатлап тороуҙың кәрәген тапманым. Шым ғына “йоттом” да, күңелемә ни тиклем ҡыйын булһа ла, мах бирмәнем. Кәүҙәм уның эргәһендә барһа ла, уйҙарым менән бик алыҫҡа киткәйнем инде...
Ул көндө лә оҙатып ҡуйҙы. Әммә был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булды. Ҡәҙимгесә хушлашһаҡ та, башҡа бер ҡасан да мин уны ысын ир-ат, ышаныслы, мине яҡлаусы зат тип әйтә алмаясағымды аңланым. Минең өсөн ул донъялағы иң көсһөҙ, иң “мәмәй” егет булып ҡалды. Осрашыуыбыҙҙың һуңғыһы икәнлеген уға аңғартманым, тик бер нисә көнлөк тынлыҡтан һуң ғына һуңғы хат-хәбәремде яҙып һалдым. Ул барыһын да аңлағандыр, үҙе өсөн кәрәкле һабаҡ алғандыр, тип уйлайым. Иң аптыратҡаны шул: маҡтанып әйтмәйем, әммә миңә был егеткә тиклем берәү ҙә тышҡы ҡиәфәтемә йә булмаһа холоҡ-фи­ғелемә ҡағылышлы шелтә, киҫәтеү яһағаны юҡ ине. Мәктәп, район күләмендә үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яуланым заманында.
Был ваҡиғанан һуң нимә тип уйларға белмәнем: кемебеҙ хаталанды ла кемебеҙ хаҡлы ине?! Ошо хәлдән һуң үҙ-үҙемә бикләнә башланым, кешеләргә, йәғни егеттәргә, ҡарашым үҙгәрҙе. Әгәр ҙә ул егеткә “ҡурсаҡ” кәрәк икән, ни өсөн ябай, ҡәҙимге тормошта йәшәгән, тәүге урынға рухи байлыҡ, сафлыҡ сифаттарын ҡуйған ҡыҙҙарҙың башын әйләндерә?! Ниндәй хаҡы бар уның кеше ҡиәфәтен тәнҡитләргә? Әйтер инем, әгәр үҙе журналдан төшкән модель булһа, ә үҙе лә бит ябай башҡорт егете.
Ошондай осраҡта өйҙә­геләрҙән әллә ни кәңәш тә һорап булмай. Апай-инәйҙәр, еңгәйҙәр, һеҙҙән кә­ңәш-нәсихәт көтәм. Минең урында үҙегеҙҙе нисек тотор инегеҙ? Юлдарыбыҙ айырылһа ла, күңелдә ниндәйҙер йөй тороп ҡалды. Мәкер-алдаҡһыҙ йөрәген асҡан кешенең тышҡы ҡиәфәте өсөн генә рәнйетелеп ултырыуы – әллә хәҙер ҡәҙимге күренешме икән?!


Автор: ЗИЛӘ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә