Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йорт төҙөгән уҡытыусы
Йорт төҙөгән уҡытыусы
Ул башланғыс мәктәбе генә булған Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған. 5-6 саҡрымда ятҡан Ҡаҙаҡҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, бер йыл Яңы Байрамғол ете йыллыҡ мәктәбендә эшләй. 1955 – 1960 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Унан да ҡыҙыл диплом тотоп сығып, Белорет педучилищеһына эшкә ҡайта. Ике йылдан Мәскәүҙәге Милли мәктәптәр институтының аспирантураһында белем эстәй.

1965 йылда БДУ-ла профессор Жәлил Кейекбаев етәкселегендәге кафедрала ассистент булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Беренсе йылда уҡ уны факультет партбюроһының секретары итеп һайлайҙар. Икенсе йылда университет профкомы рәйесенең урынбаҫары булып китә.
Шул заманда университет, авиация һәм нефть институттары өсөн 124 фатирлы йорт төҙөлә башлай, тик хужалыҡ итеү юлы менән (урыҫ телендә “хозспособ” тиҙәр), йәғни төҙөлөш материалдарын да, транспортты ла, башҡа кәрәк-яраҡты ла үҙең эҙләйһең, иң мөһиме – йортто уҡытыусылар үҙҙәре, үҙ ҡулдары менән төҙөргә мәжбүр була. Бындай эштәрҙе ойоштороу, әлбиттә, профком рәйесе урынбаҫарына төшә. Ике йылдан һуң ағайыбыҙҙы профком рәйесе итеп үрләтәләр.
– Өс йылғы ялым ошо төҙөлөштә үтте. Үҙемә лә, фатирлы булырға тырышҡан башҡа йәшерәк уҡытыусыларға ла ташсы ла, балта оҫтаһы ла, быяла ҡуйыусы ла булып эшләргә тура килде, – тип иҫләй Әхмәр ағай.
Йорт төҙөлгәс, университетҡа 37 фатир бүленә. Төрлө алмаштырыуҙар юлы менән 111 ғаилә, шул иҫәптән үҙе лә, яңы фатир ала. Бындай хәл университет тормошонда бер ҡасан да булмаған.
Профком эшенән киткәс, ярты йыл да үтмәй, бер көн ректор саҡыртып ала ла декан булып эшләргә тәҡдим итә. Әммә Әхмәр ағай ҡырҡа баш тарта, өс йыл профкомда эшләп, һаулығының ҡаҡшауына, ғилми эшенең артта ҡалыуына һылтана. Ләкин бер нисә көндән уны партком ултырышына саҡыралар һәм декан булып эшләргә тәҡдим яһайҙар, коммунист булараҡ, уның ҡушҡан эштән баш тартырға хаҡы юҡлығын нығытып әйтәләр. Әхмәр ағай партком ағзаларын бер аҙ тыңлап ултыра ла былай тип өндәшә:
– Мин үҙемде декан булып эшләргә әҙер түгелмен тип һанайым. Шуның өсөн уның урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итһәгеҙ, риза булыр инем.
Шунда уҡ ректор:
– Ысынлап та, Аҙнабаев дөрөҫ әйтә бит. Әйҙә ул бер-ике йыл урынбаҫар булып алһын, эштең асылын тәрәнерәк өйрәнһен, шунан һуң декан итеп ҡуйырбыҙ, – тигәс, бөтәһе риза була.
Әммә ярты йыл самаһы үткәс, бер көн университет советында декан Радий Карабановтың докторантураға ебәреү хаҡындағы ғаризаһын ҡарайҙар, ә бушаясаҡ вазифаны башҡарыуҙы Аҙнабаевҡа тапшырырға тигән ҡарар ҡабул итәләр. Был эштә ике йылға яҡын эшләгәс, бер көн Әхмәр ағайҙы Өлкә комитеттың беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа саҡырталар. Танышып, һаулыҡ һорашҡас, Шакиров былай ти:
– Беҙ һине фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдиренең урынбаҫары итеп ҡуйырға булдыҡ. Һиңә мәктәптәр төҙөлөшөн тапшырырға уйлайбыҙ. Мәскәү йыл да белем усаҡтары төҙөү өсөн күп кенә аҡса бирә, ә беҙ шул аҡсаны тулыһынса файҙаланмай, байтағын кире ҡайтарабыҙ, оят бит!
– Мин бит төҙөүсе түгел, педагог ҡына, – тип яуаплай Әхмәр ағай.
– Юҡ, һин “хозспособ” менән йорт төҙөүҙә ҡатнашҡанһың, был эштең асылын беләһең тигән һүҙ. Ә мәктәптәр подряд юлы менән төҙөлә. Бында барыһы ла – төҙөүсеһе лә, төҙөлөш материалдары ла, техникаһы ла бар, тик контроль ғына етешмәй. Бына шул эште башҡарасаҡһың һәм планға ингән мәктәптәрҙе ваҡытында төҙөп бөтөрөүҙе тәьмин итәсәкһең! – тип ҡаты ғына тауыш менән һүҙен бөтөрә Миҙхәт Шакиров.
Шулай итеп, Әхмәр Аҙнабаев 1971 йылдың 10 ноябрендә Өлкә комитетта эшкә тотона. Насар башламағандыр инде, 1976 йылдың ғинуар айында ошо бүлектең мөдире итеп үрләтелә. Был эштә ул мәктәптәрҙең һәм башҡа уҡыу йорттарының матди базаһын нығытыуға күп көс һала. Мәктәптәр төҙөү буйынса штаб начальнигының урынбаҫары вазифаһын башҡарып, бил­дәләнгән планды арттырып үтәүгә өлгәшә.
Һуңғы һигеҙ-ун йылда республика ВЦСПС-тың һәм РСФСР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағын яулап килде. Әхмәр Аҙнабаев йәш етәкселәрҙе үҫтереү менән дә әүҙем шөғөлләнде. Уның тәҡдиме менән Р. Ғимаев, В. Сәхәүетдинов, М. Аҙнабаев, Р. Әлмөхәмәтов кеүек ректорҙар (директорҙар), бик күп проректорҙар, партком секретарҙары үҫеп сыҡты һәм уңышлы эшләне. Әйтәйек, Р. Ғимаев университеттың ректоры булып эшләй башлағанда, ул асылда элекке педагогия институты хәлендә ине, унда университеттарҙа була торған һөнәр, бер яңы йүнәлеш тә асылмағайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул элекке институтты ысын мәғәнәһендә университетҡа әйләндерҙе: ҙур ғалимдар етәкселегендәге көслө фәнни мәктәптәр барлыҡҡа килде, яңы факультеттар, һөнәрҙәр, тармаҡтар, йүнәлештәр, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлау советтары асылды. Һөҙөмтәлә фән докторҙарының һәм профессорҙарҙың һаны йөҙҙән ашып китте.
Р. Әлмөхәмәтов Стәрлетамаҡ педагогия институтын Рәсәйҙә иң көслөләрҙең береһенә әйләндерҙе: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер нисә уҡыу корпусын, ятаҡтар һәм уҡытыусылар өсөн 80 фатирлы йорт төҙөп өлгөрҙө, яңы факультеттар асты, фән кандидаттарының һәм докторҙарының һанын арттырҙы.
Әхмәр Аҙнабаев, Өлкә комитеттың етәкселеге алмашынғас, пединсти­тутҡа эшкә ебәрелә: бында ул профессор һәм ун ике йылдан ашыу фән эштәре буйынса проректор булып эшләй. Уның тырышлығы менән төп фәндәр буйынса аспирантура, докторантура, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы асыла, юғары квалификациялы уҡытыусыларҙың һаны ҡырҡа арта, көслө фәнни мәктәптәр, яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы, институттың һуңғы йылдарҙағы уңыштарын иҫәпкә алып, уны университетҡа әйләндерә.
Билдәле йәшкә етеү менән, Әхмәр ағай үҙ теләге менән проректор вазифаһын ҡалдыра һәм кафедра мөдире булып эшләп ала, сөнки был вазифаға йәш буйынса сикләү юҡ. Хәҙерге көндә ул – кафедра профессоры.
Әхмәр ағай Аҙнабаевтың күп ваҡытын партия һәм башҡа административ эштәр алһа ла, ул фән өлкәһендә лә артта ҡалманы: бер нисә монография, юғары уҡыу йорттары, педучилищелар өсөн дәреслектәр яҙыуҙа ҡатнашты. 1990 йылда уның етенсе кластар өсөн яҙылған эше республика конкурсында еңеп сығып, һуңынан төп уҡыу әсбабы булып китте. Һуңғы йылдарҙа Әхмәр ағай студенттарға бик кәрәк булған дәреслектәрҙе яҙып нәшер итте: 2002 йылда «Башҡорт теленең грамматикаһы», 2006 йылда «Сопостовительная грамматика русского и башкирского языков» (проф. Р.Х. Хәйруллина менән берлектә) һәм махсус курс өсөн «Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр», 2007 йылда «Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы», 2011 йылда «Төрки телдәрҙең сағыштырмаса грамматикаһы» исемле дәреслектәре донъя күрҙе. Әлеге көндә «Башҡорт диалектизмдарының тарихи нигеҙе (этимологияһы)» тигән ҡулъяҙмаһы баҫмаға әҙерләнә (авторҙаштары – Р.З. Шәкүров, Р.Т. Аҡбулатова).
Ә. Аҙнабаев төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты: факультеттың партбюро секретары, университет профкомының рәйесе урынбаҫары, һуңынан рәйесе, партия Өлкә комитеты ағзаһы, республика юғары Советының ике саҡырылыш депутаты (1986 – 1990 йылдар) итеп һайланды. Ул Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм ике миҙал менән бүләкләнде, уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы юғары профессиональ белеменең хеҙмәткәре» тигән исемдәр бирелде, Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты булды.

Әхмәт ДӘҮЛӘТҠОЛОВ,
БДПУ профессоры, философия фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21