Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ҠАРТ ҺАЛДАТ” ХӘТИРӘЛӘРЕ
“ҠАРТ ҺАЛДАТ” ХӘТИРӘЛӘРЕ
Бөгөнгө әрме ниндәй булырға тейеш?
– Подъем! – тигән тауышҡа һикереп торор урынға, һаташаммы икән әллә, тип аптырап ятам. Командирҙың:
– Барығыҙ ҙа спорт күнекмәләренә марш! – тип әйткәненән һуң ғына үҙемдең әрмелә булыуыма төшөндөм һәм, юл ыңғай кейенә-кейенә, башҡалар кеүек сығып йүгерҙем…


Урау-урау юлдар аша
Һиңә килдем,
Өфөм, тағы

Хәрби комиссар:
– Ҡустым, йә диссертацияңды яҡла, йә бурысыңды үтә, — тип әйткәс, ҡапылдан икенсе тәҡдимде һайлауым күптәр өсөн генә түгел, үҙемә лә көтөлмәгән яңылыҡ булды шикелле. Шулай итеп, университет йылдарын, ситтән тороп өҫтәмә белем алыуҙы артта ҡалдырып, бер нисә йыл кәләш ҡуйынында бәхет кисереп һәм журналист йөгөн тартып ҡарағас ҡына, “ҡарт һалдат” булып, хәрби бурысымды үтәргә юлландым.
Таңға тиклем гармун тартып, илашып-ҡосаҡлашып оҙатыуҙар булманы, әлбит­тә. Шулай ҙа, йолаһына тура килтереп, ҡатыным, сигелмәһә лә, вәғәҙә-ҡулъяу­лыҡ биреп оҙатты.
…Бына баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан саҡырылыш пунктынан ҡуҙғалдыҡ. Ҡайҙа барасағыбыҙҙы, кем сүрәтендә хеҙмәт итәсәгебеҙҙе әлегә белмәйбеҙ. Тимер юл вокзалына инмәйенсә, аэропорт яғына йүнәлгәс, ныҡ йыраҡҡа барабыҙ икән, быға тиклем ваҡыт та, мөмкинлек тә булманы, исмаһам, сит тарафтарҙы кү­реп ҡайтырмын, тип хыяллана башланым. Әммә хыялым, бәхеткә күрә, тип әйтәйемме, күккә осто: баш ҡаланан сығып, күп тә барманыҡ, Өфө гарнизонына ҡараған 6795-се частың уҡыу үҙәгенә килеп төштөк. Икенсе һүҙҙәр менән, алға китеп әйтәм, хеҙмәт юлым “өйҙә” үтте. Ни өсөндөр уҡыған саҡта биш йыл буйы Өфө үҙенә ғашиҡ итмәне, тәҡдимдәр ҙә булыуға ҡара­маҫтан, килә­сәгемде Стәрлетамаҡта күр­ҙем. Бер йыл ғүмерем йәнә баш ҡалала үтәсәгенә шулай ҙа ҡыуандым. Икенсе яҡтан, Рәсәй Эске эштәр министр­лығының эске ғәскәрҙәренә ҡараған “Булат” исемле 29-сы махсус отрядында хеҙмәт итеүҙең ҙур яуаплылыҡ икәненә тиҙ төшөндөм. Уҡыуҙар, күнекмәләр, хеҙмәт йөкләмәлә­рен үтәү аша нығына ғына барҙы был тойғо…

Нурғәлиевте күрҙем!

Өлгөлө отрядта (хәҙер нисектер) махсус һәм ярҙамсы төркөмдәр, шулай уҡ махсус полиция (ул саҡта милиция) батальоны бар ине. Мине батальонға яҙҙы­лар. Частың бурысына килгәндә, беҙ Өфө урамдарында, ҙур сараларҙа тәртип то­тоуҙа ҡатнаштыҡ, махсус төркөмдәр кү­беһенсә Чечняға йөрөнө. Үкенескә ҡар­шы, араларында ятып ҡалған егеттәр ҙә булды. Иң мөһиме шул: улар үҙ бурысын теүәл үтәне, тип ғорурланып әйтәм хеҙ­мәттәштәрем тураһында!
Хеҙмәт хаҡында һүҙ алып барғанда, һалдаттың барлыҡ кәрәк-ярағын күтәреп унар саҡрым йүгереү (бына шул мәлдә хәрби бурысты үтәргә 18 йәштә барырға кәрәклегенә тиҙ төшөндөм: спорт буйынса район беренселегендә ҡатнашҡан кисәге мәктәп уҡыусыһы түгел, ә төшкө ашҡа ла кабинеттан сыға алмаған белгес булып килдем бит әрмегә), Өфө урамдарында тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәшеү, көнө-төнө барған атыш, химик хәүефһеҙлек, халыҡ араһында сыҡҡан ыҙғышты бөтөрөү, террорсыларҙы юҡ итеү буйынса күнекмәләр хаҡында күп һөйләргә булыр ине, ләкин фекер-маҡ­сатым башҡа. Нисек булырға тейеш бөгөн әрме хеҙмәте – шул һорауға яуап тапҡы килә.
Аңлағанһығыҙҙыр, беҙ ҡала поли­ция­һы менән берлектә Өфө урамдарында патруль хеҙмәтен үтәнек, шулай уҡ “Салауат Юлаев”тың “өй уйындары” батальондан тыш үтмәй ине – “Өфө-Арена”ға меңәрләгән көйәрмәнде тентеп, сумкаларын тикшереп үткәреү беҙҙең бурыс бул­ды. Эх, белһәгеҙ икән, хәрби бурыс үтәү маҡсатында булһа ла һалдат өсөн урам буйлап йөрөүе, ҡалаға сығыуы (ә был бәхет аҙнаһына дүрт-биш тапҡыр, ҡайһы саҡта ете мәртәбә насип булды) ниндәй кинәнес бит ул, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ирек, хөрриәт!
Әлбиттә, төрлө ваҡиғалар кисерергә тура килде: ҡасҡан енәйәтселәрҙең артынан ҡыуыу, юғалған кешеләрҙе эҙләү, ғауға-һуғыш сығарған иҫеректәрҙе “ауыҙ­лыҡлау” һәм башҡалары. Әммә нимә генә тимәһендәр, халыҡтың беҙгә, полиция хеҙмәткәрҙәренә, ҡарата итәғәт­ле­леге, мәрхәмәтлелеге һоҡландырҙы. Эске ғәс­кәр һалдатына бурысын үтәргә көс бирҙе, тип әйтһәм дә, шаштырмаҫмын төҫлө. Сер түгел, үҙ хәүефһеҙлегенә тө­кө­рөп ҡарағандар ҙа юҡ түгел ине халыҡ араһында. Беҙҙән көлөргә, мыҫҡыл итер­гә маташыуҙары, етди һорауыбыҙға яуап бирмәүҙәре тамам аптырата, ситтән ҡа­рағанда ерәнес бер тойғо уята ине. Шунан һуң полиция хеҙмәтенең баһаһы, абруйы хаҡында һүҙ йөрөтөп ҡара инде.
Хеҙмәт бурысы урамда ғына йөрөт­мәне, штабта дежур ҙа булдыҡ. Шундай нарядтарҙың сираттағыһында часҡа ил Хөкүмәтенән ул саҡтағы эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев килеп төштө. Яуаплылыҡ хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, бына хис-тойғо хаҡында айырым һүҙ: “беренсе”не күреү бәхете ябай һал­дат­тың малайҙарса ҡыуаныуына кил­терҙе. Миңә 18 йәш түгел, әммә шул тиклем шатландым, һаман да аптырайым үҙемә, артабан тағы ла нығыраҡ тырышып хеҙмәт итә башланым!

“Ҡабартылған план”

Эйе, ауыр, әммә шул уҡ ваҡытта ҡы­ҙыҡлы, мажаралы ла булды әрме хеҙ­мә­те. Бәхет бер йылмайһа, йылмая, ти бит: хеҙмәттең ҡап уртаһында саҡы­рылыш пунктына кире ҡайтырға насип булды. Ай ярым ваҡыт шунда үтте. Район-ҡала­ларҙан алып килгән егеттәрҙе һаҡланыҡ, ҡайһы саҡта бер-береһенән дә.
Шул ай ярым ваҡыт ниндәйҙер ки­мәл­дә урындарҙа әрме хеҙмәтенә әҙерлек эшен, “исемлекте тултырыу” һәм “ҡа­бар­тылған план”дарҙы баһаларға мөмкинлек бирҙе һымаҡ. Әйтергә кәрәк, журналист өсөн был күктән төшкән бәхет булды.
Ниндәй генә егеттәрҙе алып килмә­неләр. Көстәре ташып торғандар ҙа булды, күҙ алдында йығылған сирлеләр ҙә осраны, берәүһе хатта иҫен юғалтып ергә ауҙы һәм башын ярҙы. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыусыларҙан тыш, күҙгә күренеп торған йөрәк сирлеләр, йыраҡтан йүнләп күрмәгәндәр, “эш”леләр, икегә өстө ҡуша белмәгәндәр һәм башҡа төрлө зәғифтәр булды, әммә урындағы хәрби комиссариаттар быларҙың барыһына ла “күҙ йомғайны”. Әйтерһең дә, уларҙың бурысы — бер нигә ҡарамай, Өфөгә алып килеп тапшырыу. Ә кире ҡайтарып ебә­рәләрме, әллә яфа сигә-сигә хеҙмәт итәме егет – уларҙың эше юҡ. Ирек­һеҙҙән ҡайҙа бында хәрби хеҙмәткә алыныусылар менән алып барылған эш, ҡайҙа бында, ғөмүмән, логика тигән һорау тыуҙы.
Әлбиттә, уларҙы ла аңларға була, планды тултырырға кәрәк бит. Һуң хәрби комиссариаттар ғәйеплеме ни тиҫтә йылға һуҙылған көрсөк арҡаһында йәш ғаиләләрҙең бала табыуҙан баш тартыуында, тыуғандары ла сирле булыуында һәм һәр икенсе егеттең юғары белем тураһында хыялланыуында?! Һо­рауҙар күп тә, яуап юҡ, ә әрме хеҙмәтенең баһаһы, һалдаттың абруйы артыу, ғө­мүмән, илһөйәрлекте күтәреү өсөн был һорауҙарға, минеңсә, мотлаҡ яуап би­рергә кәрәк!
Алдан әйтеүемсә, әлбиттә, сирлеләр генә булманы килгән егеттәр араһында. Аҡыллы һәм ҡулдарында “ут уйна­тыр­лыҡ” көслөләр ҙә бар ине. Йәш һалдат­тарҙы алырға килгән төрлө хәрби ғәс­кәр-часть вәкилдәре бигерәк тә баш­ҡорттарҙы оҡшатты. Сер түгел, аҡыллы, баҫалҡы, сыҙамлы, яуаплы, шулай уҡ физик яҡтан ныҡлы башҡорт һалдатын һәр ваҡытта һәм һәр ерҙә лә командирҙар хөрмәт итә!

Эҫе һыу һәм майҙа ҡыҙҙырылған кәтлиттәр хаҡында

Хеҙмәт итеү юлында шуға иғтибар иттем: һәр һалдат, сержант һәм офицер үҙ бурысын еренә еткереп үтәргә тырышты. Сержант менән офицер аңла­шыла инде – аҙмы-күпме эш хаҡы, тамаҡ тип йөрөйҙәр. Бына һалдаттың үҙ бурысына шул тиклем яуаплы ҡарауы тамам аптыратты, сөнки әрмегә тиклем “Һалдат эшен нисек етте – шулай башҡарырға тейеш” тигән лаҡапты йыш ишетергә тура килде. Шулай ҙа серен систем бит.
Юғары сифатлы аш-һыу, ныҡлы тәр­тип һәм таҙалыҡ отрядҡа килеп төшкәс тә иғтибарҙы йәлеп итте. Беҙҙең (йәш һалдаттың) кәйефте күтәрер өсөн генә шулай эшләйҙәрҙер, тип уйлағайным, яңылышҡанмын икән: йыл дауамында был йәһәттән бер тапҡыр ҙа часть ха­ҡында насар уйларға тура килмәне. Тәмле итеп ҡыҙҙырылған кәтлиттәр, тәм-том ашап, эҫе һыулы душта йыуынғанда башҡа частарҙа былар хаҡында хыяллана ғына торғандарҙыр. Иң иғтибарҙы арбағаны ҡаты тәртип булды – һалдат өсөн бынан да мөһимерәк төшөнсә юҡ­тыр. Бер һыҙыҡтан ғына йөрөнөк, тимә­йем, әлбиттә, азатлыҡ та булды, шул уҡ ваҡытта бер-береңде йәберләү, рәнйетеү һымаҡ күренештәр ят ине. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, “бабайлыҡ” хаҡында ишетеп кенә белдек. Әлбиттә, бар ине берҙән-бер “бабай” – ул да булһа рота командиры: бер кемгә лә баш-баштаҡ­ланыуға юл ҡуйманы! Бына ни өсөн ҡәҙерле ине был отряд һәр һалдат өсөн.
Һүҙ ҙә юҡ, бындай тәртип буш урында ҡалҡып сыҡҡан һөҙөмтә түгел. Отряд командиры Владимир Вишневскийҙың роле ҙур, тип уйлайым. Шулай уҡ рота командиры Ленар Лоҡманов, командир урынбаҫары Александр Казанцев, сержант Рөстәм Шәрипов абруйлы шәхестәр булып иҫтә ҡалды. Кем нимә генә тимә­һен, өлгөлө частар, шундай командирҙар күберәк булғанда, әрме хеҙмәтенә теләп барыусылар, һис шикһеҙ, артыр ине, минеңсә!

Ҡулъяулыҡҡа
тап төшмәне


Шарттар тигәндән, был часта хеҙмәт итеү шуныһы менән дә егеттәргә ҡиммәт булды: бар һалдаттар ҙа Башҡорт­остан­дан ине, ҡушылған заданиелар теүәл үтәлә, күрһәткестәрең яҡшы икән, телә­гәндәр өйҙәренә ҡайтып килә алды. Ә минең һымаҡ ғаиләле һалдаттар өсөн бындай ирек ҡулай булды. Арабыҙҙа хатта ике-өс балалы атайҙар ҙа бар ине (хәйер, 18 йәшлек егеттәр, ғөмүмән, булдымы икән ул?), ә сабыйҙарын күреп килһәләр, эх, егеттәрҙең түбәләре күккә тейгәнме ни! (Был йәһәттән беҙҙе, өйләнгәндәрҙе, бергә туплап, бәлки, контракт буйынса хеҙмәт итергә саҡырыу булараҡ алып барылған сәйәсәттер, тип уйлаған саҡтар ҙа юҡ түгел ине). Шәхсән үҙемә бындай бәхет йыш йылмайҙы. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, һалдатты өйөнән йәһәннәмгә тиклем алып киткән осраҡта, ул хәрби бурысына яуаплыраҡ ҡарай тигән фекер менән килешмәйем. Хеҙмәттәштәрем араһында отряд йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереүселәр булманы.
Һалдаттарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте ха­ҡында һүҙ алып барғанда, әлбиттә, һәр коллективтағы һымаҡ, беҙҙә лә һирәкләп булһа ла йүнһеҙҙәр осраны. Шуныһы ике­ләтә үкенесле ине: араларында баш­ҡорт­тар ҙа осраштырғыланы. Ә үҙ теленән оялып, ауылдан килһә лә (командирҙар үҙебеҙсә аралашһа ла), вата-емерә урыҫ­са ғына һөйләшергә маташыусылар та­мам аптыратты. Әйткәндәй, бындай үкенесле күренеш башҡа хәрби частарҙа ла күҙәтелә шикелле.
Башҡорт егеттәрен бөтөрөп ташламайым әле. Ысын мәғәнәһендә әйтәм, яу мәлендә һиңә төбәлгән дошман пуляһын үҙ кәүҙәһе менән ҡапларҙай милләттәш дуҫтар байтаҡ булды. Сибай егете Рәил Ишмөхәмәтов, Көйөргәҙенән Раян Бикмә­ев һымаҡ дуҫтар (әйткәндәй, Раян часта контракт буйынса һаман да хеҙмәт итә), ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, һис ҡасан һынатманы, дуҫлыҡҡа тап төшөр­мәне! Башҡорт тигәндән, 2012 йылдан алып 29-сы отряд генерал-майор Миң­леғәле Шайморатов исемен йөрөтә, уға һәйкәл дә асылды. Бына ошо дәлилде генә билдәләгәндә лә, был отрядта хеҙмәт итеүем менән сикһеҙ ғорурланам. Шайморатовтың даны һәр кемгә лә эләкмәй ул!
…Нимә бирҙе һуң миңә әрме? Файҙаға үттеме бер йыл ғүмерем? Был хаҡта йыш уйланам, шулай ҙа һаман да фекер осона сыға алмай яфаланам һымаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, кандидатлыҡ диссертацияһына ҡул һелтәп ҡуйғанды һәм өй һалырға тип әҙерләнгән ағастарҙың мине көтөп ала алмай, ятып серегәнен иҫәпкә алмағанда, файҙаға үтте. Әлбиттә, тормош мәктәбе булды тип әйтә алмайым, сөнки күптән 18-ҙе уҙғайным бит. Шулай ҙа һау­лығымды нығытыу, аҙмы-күпме хәрби оҫ­талыҡҡа өйрәнеү отошло булды. Бы­нан тыш, “һөнәри ауырыу” буйынса уңыш­ҡа өлгәштем: күпме геройҙарҙы астым, шә­хестәрҙе өйрәндем (асар­баҡтар ха­ҡын­да бер китап яҙырлыҡ материал туп­ла­уым тураһында әйтеп тә тораһы тү­гел). Иң мөһиме… бүрәнәләрем көтә алмаһа ла, ҡәҙерле ҡатыным мөнәсә­бәтебеҙгә тап төшөрмәне. Икенсе һүҙҙәр менән әйткән­дә, әрме никахыбыҙҙа бер баҫҡысҡа кү­тәрелергә мөмкинлек бирҙе. Был йәһәт­тән башҡорт ҡатын-ҡыҙының сабырлығы­на, итәғәтлелегенә һоҡланып туя ал­ма­йым.
Өҫтәге юлдарҙа, әлбиттә, бер яҡлы ғы­на фекер алып барылманы, урыны менән үҙ-үҙемә ҡапма-ҡаршы килгән мәлдәр ҙә булды һымаҡ (бигерәк тә әрме йәше ха­ҡында һүҙ алып барғанда), бер ҡараһаң, бөгөнгө хәрби бурыс хәле лә нәҡ шулай бит: теп-теүәл генә итеп яуап та биреп булмай, тимәк, уйланырға урын бар. Шу­ны­һы йәл: ваҡыт ҡына беҙҙең уйланғанды көтөп ятмай…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872