Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа бәҙрәф бар икән?
Һай, беҙҙең Өфө! Әкиәттәге кеүек, көн үҫәһен ай үҫә! Анау һауаға олғашып торған йортто әллә биш, әллә алты айҙа төҙөнө лә ҡуйҙылар! Ҡустым ҡунаҡҡа килгәс, баш ҡалабыҙҙы күрһәтеп, маҡтанып алырға булғайным, ул:


– Ҡуйсы, Өлгөрбай ағай, Өфөгөҙҙө мәңге күрмәһәм дә бәхил, – тигәс, аптырап ҡуйҙым.
– Китсәле, ниңә улай тиһең? Элек Өфө лә Өфө тип ауыҙ һыуын ҡорота инең. Ул – беҙҙең баш ҡала. Әҙиптәр уны маҡтап әллә күпме шиғыр яҙған, әртистәр һоҡланып йырлай. Йыл һайын йөҙәрләгән егет һәм ҡыҙ хыялын тормошҡа ашырыр өсөн Өфөгә килә.
– Барыбер яратмайым уны! – тип үҙһүҙләнмәһенме ҡустым.
– Ниңә улай? – тип сәбәбен һорашҡас, былай тип һөйләне:
– Беләһеңме, ағай, бер нисә йыл элек Өфө мине мәңге оно­толмаҫлыҡ мәсхәрәгә ҡал­дырҙы. Уҡыусыларым менән яҙғы каникулда баш ҡалаға экскурсияға килдек. Төрлө иҫтәлекле урын­дарҙа булдыҡ. Кафеға инеп тамаҡ ялғап сыҡтыҡ. Әллә ят ризыҡ килешеп бөтмәне, әллә нимә булды, бер мәл эсем бора башламаһынмы! Кеше­ләрҙән, яҡын-тирәлә бәҙрәф бармы, тип һораһам, баштарын һелкеп кенә ҡуялар. Исмаһам, шул тирәлә йәшә­гән таныш-тонош та юҡ. Ахыры, икенсе уҡытыусыға балалар менән китә торорға ҡуштым да үҙем йорттар араһындағы гараждар артына йүгерҙем. Саҡ барып өлгөрҙөм. Ғәмәлемде теүәлләп сығып килһәм, алдымда полиция хеҙмәткәре йылмайып тора.
– Ни ҡылдығыҙ? – ти. – Улай ярамай! Һеҙ фәлән-фәлән статьяны боҙҙоғоҙ. Әйҙәгеҙ, полиция пунктына!
Мин хәлде аңлатып ҡарайым, ҡайҙа ул, ише­тергә лә теләмәй.
– Ҡара, етмәһә, уҡытыусы икәнһегеҙ, балалар­ҙы тәрбиәләйһе урынға, үҙегеҙ эш боҙаһығыҙ! Бында аҡланыу урынһыҙ.
Алып киттеләр ҙә ябып ҡуйҙылар. Иртәгәһенә штраф түләтеп сығарҙылар. Аҙаҡ уҡыусыларым алдында уңайһыҙланыуым… Әҙәм ыстрамы бит! Бына бөгөн дә иртәнән бирле Өфөлә йөрөйөм, берәй урында бәҙрәф булһасы. Шуны яһап ҡуйыу өсөн күп аҡса ла кәрәкмәй бит. Түрәләр үҙҙәренә икешәр, өсәр ҡатлы йорттар төҙөтөргә харап оҫта. Әллә үҙҙәре ҡиммәтле, тәҙрәләре ҡараңғыла­тыл­ған машиналарҙа ғына елдергәс, быны күрмәйме икән? Ҡыҫтала башлаһаң, бөттөң бит! Ә Өфөгә райондарҙан, ауылдарҙан көнөнә әллә күпме халыҡ килә. Кеме – дауаханаға, кеме башҡа йомош менән тигәндәй… Бәлки, полиция кеше бәләһендә ҡаҙнаға аҡса йыйырға ярҙам итәлер? Уларға ла сменаһына фәләнсә кешене тоторға, штраф һалырға тип күрһәтмә биреп сығаралар, ти бит. Ә протокол аҙ булһа, эшләмәйһең тип боғаҙҙа­рына йәбешәләр, имеш...
Ҡустымдың һүҙҙәре уйға һалды. Ысынлап та, уның үпкәһе урынлы.
Өфөбөҙҙө бөтә донъя белә, йыл һайын ҙур-ҙур саралар үтә, шунса-шунса биналар төҙөлдө, тип ураған һайын ауыҙ тултырып һөйләһәк тә, ҡала урамдарына бәләкәй генә “ҡум­та”ларҙы ултыртыу кәрәклеге башҡа ла инеп сыҡмай. Хәйер, башҡа ҡалаларҙа ла шул уҡ хәл. Ә бит илдең үҫешен, мәҙәни кимәлен йыһан техникаһы, ядро ҡора­лы ғына түгел, дөйөм бәҙрәф­тәрҙең булыуы, уларҙың таҙалығы ла бил­дәләй.
Әйткәндәй, Бөтә донъя туалет көнө барлығын да иҫкә төшөрәйек. Был турала ҡарар 2002 йылдың 19 ноябрендә Син­гапурҙа ҡабул ителгән. Үҙемә лә юлда күп йөрөргә тура килә. Мәҫә­лән, Өфөнән Ырым­бурға ҡарай сыҡһаң, оҙон юл буйына бер-ике бәҙрәф бар­мы-юҡ­мы... Шуға ла машиналарын ҡайҙа етте шунда туҡтатып, “йомошон” хәстәр­ләгән кеше бихисап.
Бынан бер нисә йыл элек Ватан һуғышының 200 йыллы­ғын билдәләнек. Байрамға сит илдәрҙән дә күп ҡунаҡ саҡы­рылды. Шул мәлдә Өфө – Белорет, Өфө – Стәрлетамаҡ юл­дарының Ҡыр­мыҫҡа­лы районы тирәһендә күҙҙең яуын алып торған тиҫтәләгән беседка төҙөлдө. Тик шул тирәлә бәҙрәф ҡуйырға ғына аҡылдары етмәне. Хәҙер был тирә күптәр өсөн хәжәтен үтәү урынына әүерелде. Бер уйлаһаң, шул бәҙрәфтәрҙе ҡуйыу өсөн әллә ниндәй сығым да кәрәкмәй. Ана, Кушнаренко юлынан үткән һәр кеше ундағы туалеттарға иғтибар итмәй ҡалмай. Район етәкселәре хәстәрлеге менән эшләнгән улар.
Бөтә донъя бәҙрәф ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, хәжәтен теләһә ҡайҙа үтәгән Африка, Азия илдәре менән йәнәш Рәсәй ҙә бар.
…Ҡунаҡ килгәс, хәлеңдән килгәнсә күңелен күрергә тырышаһың. Ҡустымды нисек кенә һый­ларға теләһәм дә, баш тартты.
– Тағы бәләгә ҡалаһым юҡ. Унан Ейәнсураға ҡайтып етергә лә кәрәк бит. Донъя хәлен белеп буламы, юлда ҡыҫтала ҡалһаң, тәүбә-тәүбә!..


Автор: Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә