Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әүҙем шәхестәр – донъя тотҡаһы
Әүҙем шәхестәр – донъя тотҡаһы
Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәйлә Ҡәрипова – үҙенсәлекле шәхес. Уның менән танышҡандан һуң: “Их, һөйләшергә ваҡыт булманы. Ҡасан тағы бер күрешеп булыр икән”, – тип үкенеп ҡуйғайным. Бер мәл редакцияға Рәйлә апай үҙе килеп инде. Ҡыуанысымдың сиге булманы.


Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында урта мәк­тәпте тамамлағас, Ташкент ҡалаһының педагогия институтына юл ала ул. Биология факультетын һай­лай, әммә киләсәктә үҙен уҡытыусы итеп күрмәй. “Уҡый башлағас та, был һөнәрҙең минеке түгел икәнен аңланым”, – ти бөгөн. Оҙаҡ уйлап тормай йәш ҡыҙ, уҡыуын ҡалдырып, Туҡыу комбинатына слесарь-ремонтлаусы булып эшкә урынлаша. 17 йыл станоктарҙы көйләй ул. Был бригадала ирҙәр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була.
Үҙгәртеп ҡороуҙар еле комбинатты ла урап үтмәй – 1992 йылда уны тарҡа­та­лар. Күптәр эшһеҙ тороп ҡала. “1994 йыл­да аптырауҙың сигенә сыҡтыҡ. Ҡулымда – өс бала. Ҡайтырға теләк бар ине, ту­ғандарым, муллыҡтан ҡасырға уйлайһың­мы, тип төңөлдөрҙө. Ысынлап та, Баш­ҡорт­останда ул ваҡытта йәшәүе ауырыраҡ ине. Кәштәләр буш. Ә Үз­бәк­станда улай түгел ине”, – тип хәтерләй ул ауыр замандарҙы Рәйлә апай.
Ситтә йөрөгәс, туған тел, халыҡ ҡәҙере тағы ла нығыраҡ беленә. Ошо йылдарҙа Үзбәкстанда йәшәгән башҡорттар, бер көскә тупланырға булып, Башҡорт һәм Татар милли-мәҙәни үҙәген төҙөй. Һу­ңынан Башҡорт милли үҙәге әлеге ойошманан айырылып сығып, үҙаллы эш башлай. Был еңелдән булмаһа ла, уңыш­тар һөйөнөрлөк: “Урал” ансамблен төҙө­гәндәр, өлкән йәштәге милләттәштә­ребеҙ өсөн “Ағиҙел” клубы эшләй. Дәүләт кимә­лендәге бер сара ла уларҙың ҡат­нашлығынан тыш үтмәй. Республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин һәм Мәҙә­ниәт министрлы­ғы­нан Алһыу Сирғәлина мил­ли үҙәккә матур сәхнә костюмдары менән ярҙам иткән.
– Хәҙер беҙҙең ойошма бар сарала ла сағыулығы менән айырылып тора. Кос­тюмдар матур, сифатлы. Быға тиклем һәр ҡайһыбыҙ кейем мәсьәләһен үҙе хәс­тәрләй ине. Күптәргә камзул-күлдәк­тәр­ҙе ҡыҙым Альбина тегеп бирҙе. Хәҙер был проблема хәл ителде, – тип һөйләй Рәйлә Ҡәрипова. – Үзбәкстан тарафтарында элек 40 меңгә яҡын башҡорт йәшәй ине. Төрлө сәбәп арҡаһында күп­тәре тыуған яҡтарына ҡайтыуҙы хуп күр­ҙе. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле был республикала 30 мең башҡорт йә­шәй. Ташкентта иһә 9 мең башҡорт иҫәп­ләнә. Башҡортостан менән дуҫлыҡ ныҡ, әм­мә һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһен­дәге бәйләнештәр һүлпәнәйҙе, сөнки бын­да уҡырға килгән балаларға квота алыуы ҡы­йын­лашты. Бынан тыш, Башҡорт­остан­ға килеп төп­ләнгән студенттар, йәш­тәр менән тығыҙ бәйләнеш­тә йәшәй­беҙ, сөнки ата-әсәләренең тыу­ған ере уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай. Тер­кә­леү, йәшәү өсөн рөхсәт алыу кеүек кәр­тәләрҙе үтеү ҡайһы саҡ бик ауырға төшә.
Әүҙем, дәрт-дарманы ташып торған Рәйлә апайға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ойошманың эше менән янып йә­шәй ул. Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуй­ҙырырға хыяллана. Бынан тыш, әсәйлек, өләсәйлек мәшәҡәт­тә­ренә һөйөнөп бөтә алмай. Марат, Тимур, Әмир исемле ейән­дәрен башҡорт рухында тәрбиәләй. Бергәләп шиғыр ятлауҙы, әкиәттәр уҡыу­ҙы ейәндәре көтөп ала. Өлкәндәре хатта ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә башлаған.


Автор: Л. ҒАФАРОВА. Район: Ташкент ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә