Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған ергә ни етә
Тыуған ергә ни етә
Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа, ниҙәр генә күрһәтмәй. Ҡайһылары тыуған ерендә ғүмер итһә, бәғзеләре бәхет эҙләп, илдең төрлө төбәктәренә юллана. Ситтә йәшәгәндәрҙең ғәзиз төйәгенә һөйөүе, халҡына хөрмәте көслөрәк була тип уйлайым, сөнки мин үҙем дә ваҡытында Силәбе тарафтарында уҡыным, эшләнем. Хәйер, һүҙ минең хаҡта түгел, ә ауылдашым Нәфис Мөлөков тураһында. Ул Салауат районының Ҡалмаҡол ауылында (хәҙер Мөрсәлим ҡасабаһы) тыуған, урта белем алып, хәрби хеҙмәткә барып ҡайтҡас, Силәбе ҡалаһына уҡырға киткән. Егерме йылдан ашыу шунда эшләй, әммә тыуған яҡтар барыбер үҙенә тарта.


Бөтәһенә лә мәғлүм: Силәбе өлкәһе ерҙәренең байтағы — тарихи Башҡортостан биләмәһе, унда бөгөн дә 200 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Үкенескә ҡаршы, милләттәштәребеҙгә туған телдә уҡыу, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн артыҡ шарттар юҡ. Был хәл республикабыҙҙан ситтә йәшәгән бөтә башҡорттарға ла ҡағыла. Артабан да шулай дауам итһә, тамырҙарыбыҙ ҡоромаҫмы, ниндәй милләт кешеһенә әйләнерҙәр икән? Нәфис тә ошо хәлдәрҙе йөрәге аша кисереп, балаларын туған телдән айырмау маҡсатында кире Башҡортостанға ҡайтырға була ла инде. Егерме йылдан ашыу сит мөхиттә йәшәһә лә, башҡорт телен онотоу ғына түгел, ә саф, таҙа итеп һөйләшә лә.
Башта Мөрсәлим ҡасабаһына ҡайтып төпләнә. Илдәге төрлө үҙгәрештәргә бирешмәй үҙ эшен башларға була — район үҙәгенән алыҫ түгел автомобилдәргә газ яғыулығын ҡойоу станцияһын аса. Тырышлығы, ныҡышмаллығы арҡаһында М-5 трассаһында (Ишембай ауылы янында) тағы бер заправка төҙөй. Кредитҡа аҡса алып, райондың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан 20-гә яҡын ауыл халҡының да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә: Малаяҙ — Мәсәғүт юлында, Арҡауылға боролған ерҙә станциялар сафҡа инә.
Тыуған ергә ни етәБөгөн заправкалар уңышлы ғына эшләй, киләсәктә йүнсел улар янында туҡталҡа, ҡәһүәхана, ҡунаҡхана асырға хыяллана. Ә бит ошоғаса яҡташтары бензин юллап 50-60 саҡрым юл үтергә мәжбүр ине. Оҙаҡламай Үрге Ҡыйғы, Мәсәғүт ауылдары халҡы ла яғыулыҡ тип йыраҡ йөрөмәйәсәк. Нәфис Нәғим улы әйтеүенсә, Ҡыйғы, Дыуан райондарының хакимиәт башлыҡтары башланғысты хуплап, төрлө яҡтан ярҙам итә. Шулай булырға тейеш тә, сөнки й=нсел я3ташыбы7 яңы эш урындары булдыра, ҡаҙнаға һалым түләй, халыҡтың һорауын ҡәнәғәтләндерә. Бынан тыш, Нәфис Нәғим улы Нәсибаш ауылындағы балалар йортон ярҙамынан өҙмәй, район үҙәгендәге мәсетте ремонтлауға ҙур өлөш индерә. Башҡортостанға ҡайтып, республикаһына хеҙмәт итеүенә кинәнеп бөтә алмай. Балалары ла рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә.
Мәҡәләм аша ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт итәм: “сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тип ата-бабабыҙ бушҡа ғына әйтмәгән. Ситтә ожмах эҙләп йөрөмәгеҙ, ҡайтығыҙ. Тырыш булһағыҙ эше лә, ашы ла табыла. Бының икенсе яғы ла бар бит әле: күрше өлкәләргә китеп, уларҙың ҡаҙнаһын байыҡтырһаң да, телеңде, мәҙәниәтеңде һаҡларлыҡ саралар булмағас, яттар араһында ни эшләп йөрөмәк кәрәк? Мәҡәләнең геройы ла ошоларҙы күҙ уңында тотоп, тыуған төбәгенә кире ҡайтҡан да инде. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтмәксемен: эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яҡлау тураһында ҡанундар күп, әммә төрлө кимәлдәге власть органдарындағы ҡайһы бер етәкселәр һүҙ һөйләүҙән ары китмәй. Аныҡ эшкә лә күсһәләр, төрлө яҡтан ярҙам да итһәләр, күпкә еңелерәк булыр ине. Юҡһа, аяҡ салыусылар ҙа етерлек.
Нәфис Нәғим улы, ысынлап та, күптәргә өлгө. Ауылда эш юҡ тигәндәргә ышанмайым. Арба, сана эшләһәң дә, кәрзин үрһәң дә, мейес һалһаң да, йөҙ төрлө дарыу үләне йыйып, һатһаң да — килем. Беҙҙең шарттарҙа умартасылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнеп була. Ә Нәфис Нәғим улына артабан да уңыштар теләйем.


Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА. Район: Силәбе өлкәһе — Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә