Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күмәк ҡулға эш түҙмәй
Күмәк ҡулға эш түҙмәй
Республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов 3 сентябрҙә сираттағы эш сәфәре менән Яңауыл һәм Краснокама райондарының дауылдан зыян күргән ауылдарында булды. Бында афәт эҙемтәләрен бөтөрөү эше йылдам бара.

Емерелгән һәм өлөшләтә зыян күргән йорттарҙы тергеҙеү менән танышыуҙы Рөстәм Зәки улы Яңауыл районының Конигово ауылынан башланы. Ул бында ҡазаға тарығандар менән аралашты, халыҡтың һорауҙарына аныҡ яуап бирҙе. Ауыл фажиғәнән һуң ҡалған сүп-сарҙан тотошлай таҙартылған, ҡолаған бағаналар алмаштырылып, электр энергияһы бирелгән. Әле өй ҡыйыҡтарын йүнәтеү, талап ителгәндәренекен тулыһынса яңынан ябыу, кәртә-ҡураны рәтләү бара. Зыян күргән йорттарҙы төҙөкләндереүҙә биш тиҫтәнән ашыу төҙөүсе шөғөлләнә. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов белдереүенсә, аҙна аҙағына тиклем тергеҙергә яраҡлы торлаҡ буйынса эш теүәлләнәсәк. Ә инде ныҡ зыянланған бер нисә йорт урынына яңыларын һалыу дауам итәсәк.
Рөстәм Хәмитов, көҙгө ямғырҙар башланғансы, ҡыйыҡ ябыуҙы мотлаҡ тамамлау кәрәклеген айырым билдәләне.
Республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ауыл урамы уртаһында халыҡты ҡабул итеүҙе ойошторған “Росреестр” күсмә офисының эше менән танышты. Ойошманың Яңауыл бүлексәһе етәксеһе Айгөл Мостафина аңлатыуынса, халыҡтан алынған 15 ғариза буйынса мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.
Дауыл эҙемтәһендә өйө ҡыйыҡһыҙ ҡалған Тайфа Семенова менән аралашҡанда, Рөстәм Зәки улы, “ҡышҡа тиклем яңы йорт төҙөп бирәсәкбеҙ”, тип хеҙмәт ветеранын ныҡ шатландырҙы. Хужабикә үҙ сиратында, биш мең һум компенсация алыуын, бушлай аҙыҡ-түлек биреүҙәрен телгә алып, ауыл, район һәм республика етәкселегенә ауылдаштары исеменән оло рәхмәт белдерҙе.
Яңауыл ҡалаһының Көнсығыш биҫтәһендә емерек­лектәр тулыһынса таҙартылған, ҡазаға тарыған 148 шәхси йорттоң 25-е йүнәтелгән. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғомановтың һүҙҙәренсә, был — төҙөкләндереү эштәрен дөрөҫ ойоштороу һөҙөмтәһе. “Күмәк ҡулға эш түҙмәй” тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Зыяндың күләменә һәм дәрәжәһенә ҡарап, тер­геҙелергә тейеш торлаҡ өс төргә бүленгән һәм уларға 14 предприятие беркетелгән. Һәр кем оло яуаплылыҡ тойоп эшләй.
Биҫтәлә бәләгә тарығандарға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү штабын ҡарағас, Рөстәм Хәмитов халыҡҡа төрлө мәсьәлә буйынса белгес кәңәше биреүҙе артабан әүҙемләштереү кәрәклеген әйтте.
Краснокама районының Ҡарый ауылында республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы торлаҡ йорттарҙы тергеҙеү һәм йүнәтеү барышын ҡараны, халыҡ менән һөйләште. Ғәрәсәттән бындағылар нығыраҡ зыян күргән: 32 йорт тулыһынса емерелгән, 71-е етди зарарланған. Уларҙың хужаларына яуап итеп һәм төҙөүселәргә төбәп, Рөстәм Хәмитов: “Өйҙө төҙәтергәме, әллә яңынан һалырғамы тигән икеләнеү булғанда, бары тик яңы йорт күтәреү тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш”, — тип айырып билдәләне.
Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү штабында республика Хөкүмәте ағзалары, муниципаль власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, төҙөлөш ойошмалары һәм социаль хеҙмәттәр етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үткәрелде.




Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Яңауыл һәм Краснокама райондары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә