Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҫаллыҡ еңмәҫ, туғанлыҡ еңер
Редакциянан шылтыратыу булғас, тәүге теләгем — үтенескә битараф ҡалыу ине. Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәшкә теләктәшлек көнө билдәләнһә лә, боҙоҡлоҡ, хаслыҡ тураһындағы уйҙы үҙен ғади кеше тип иҫәпләгән кем хәтерендә тотһон инде? Әҙәм балаһы яҡты донъяға яҡшылыҡ гены менән, хәленән килгәнсә ниҙелер булдырыу, ижад өсөн тыуа. Аяуһыҙ тормош, хаяһыҙ шарттар кешенең психикаһын һындыра, булмышын үҙгәртә.


Террорсылыҡ... Тешеңде һынды­рыр­лыҡ был һүҙҙең беҙҙең телдә алмашы булмауы ғәжәп тә түгел, сөнки уҫал уй, кемгәлер үс тотоу — баш­ҡорт асылы өсөн ят сифат. Һәр хәлдә, сәйәси мөхиткә ылыға баш­лағансы һәм мөлкәт бүлешеү мәсьә­ләһе өҫтөнлөк алғансы шулай бул­ған. Ләкин, мәғлүмдер, кисәге ҡояшҡа йылынып, уҙған ҡыштың ҡарын һағынып йәшәү мөмкин түгел. Әгәр кешелек алдына террорсылыҡ тигән имәнес күренеш килеп баҫҡан икән, теләйһеңме, юҡмы, ул күре­нештең тәбиғәтен аңларға, сығанаҡ­тарын асыҡларға һәм сир-сырхауҙар менән мөғәмәлә кеүек, уны дауалау, юҡ итеү әмәлен табырға кәрәк.
Ә нимә һуң ул — террор, тер­рорсылыҡ? Ҡорораҡ яңғыраһа ла, ҡамустың аңлатмаһын килтерәйек. Латинса “terror” ҡурҡыу, ҡот алыныу тип тәржемә ителә. Йәғни сәйәси дошмандарҙы, конкуренттарҙы ҡур­ҡытыу, боҫтороу, билдәле бер фи­ғел­гә әүҙереү маҡсатында көс ҡул­ланып эҙәрлек­ләү, емереү, аманат итеп алыу, үлте­реү һәм башҡалар. Йәнә лә шәхси һәм күмәк террор тура­һында ла әйтәйек. Күмәк тер­рорға, мә­ҫәлән, Испанияны күп йылдар яфалаған ЭТА-ны, “Ирландия баш кү­тә­реүселәр ­армия­һын”, Филип­пин­дағы “Әбү-Сә­йәф”, бәғзе ғәрәп дәү­ләттәрендәге баш бирмәҫ “Мосолман ту­ғандар”, “Әл-Ҡәйед” һымаҡ ойошмалар инә. Бынан тыш, дәүләт тер­рор­сылығы ла бар. Ул репрессив диктаторлыҡ һәм тоталитар ре­жимдарға хас. Октябрь инҡилабы­на тиклемге Рәсәй империяһы ла, Советтар Союзы ла, яңыртылған Рәсәй ҙә террорҙан азат булманы һәм әле лә азат түгел. Рәсәй батшалары һәм уларҙың ярандарының ғүмеренә ҡаныҡҡан Иван Каляев, Егор Сазонов, Софья Перовская, Андрей Желябов, Александр Ульянов һәм башҡалар күп йылдар азатлыҡ өсөн көрәш батыр­ҙары булып йөрөнө. Әйткәндәй, Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә ҡайһы бер урамдар әле булһа улар­ҙың исемен­дә. Рәсәй импе­рия­һының Министр­ҙар Советы рәйесе Петр Аркадьевич Столыпин террорсы ҡулы­нан һәләк булған. Әгәр рефор­ма­торҙы Хоҙай аралаһа, Рә­сәй тарихтың ҡайһы юлынан китер ине икән?
Хәйер, террорға бәйле бәғзе ва­ҡи­ға тотош глобаль боролошҡа ла килтереүе ихтимал. Ошо йәһәттән 1914 йылды, Босния республикаһы­ның баш ҡалаһы Сараевоны, Австро-Венгрияның эрцгерцогы Франц-Фердинандты һәм серб студенты Гаврила Принципты хәтергә төшөрөү ҙә етә. Бер үлтереште сә­бәп итеп, Беренсе донъя һуғышы асылған, һөҙөмтәлә өс империя тар­ҡалған, ун миллион кеше һәләк бул­ған, 30 миллионы йәрәхәт алған. Тимәк, террорсылыҡҡа ғәҙәти енәйә­ти күренеш тип ҡарау хата булыр ине. Элегерәк тә һәм хәҙер айырыу­са, террорсылыҡ ҡеүәтле сә­йәси ҡоралға, хатта дәүләттәр менән идара итеү ҡоралына әүерелде.
ХХ быуаттың 70 — 90-сы йылдарында халыҡ-ара террорсылыҡ таралыу алды. Алмандағы һәм Ита­лия­лағы “Ҡыҙыл бригадалар”ҙы ғына хәтерләгеҙ. Италия премьер-министры Альдо Мороны урлау һәм ахыр сиктә үлтереү — ошо “брига­дирҙар” эше. Террорсылар Испания һәм Грузия парламенттарына бәреп инде. Шуныһы, күп кенә дәүләттәр­ҙәге террорсылыҡ ойошмаларын беҙ, үҙебеҙҙең илдә хакимлыҡ иткән идеологияға ҡулайлаштырырға тырышып, революцион хәрәкәт тип ҡаматлай килдек. Бындай сәйәсәт — бер беҙҙең генә гонаһ түгел. Хәҙер бөтә донъяны ҡалтыратҡан “Әл-Ҡәйед” һәм уны рухландырған да, матди йәһәттән дәртләндергән дә Усама бин Ладен — Америка Ҡушма Штаттары, Үҙәк разведкалау идара­лығы тәрбиәләнеүселәре. Бин Ла­ден­ды, зитҡа тейә торғас, аме­ри­кандар үҙҙәре үк теге донъяға оҙата алды шикелле. Шикләнеүемдең сәбәбе шунда: “йыландың башы үлһә лә, теше үлмәй тигәндәй, “Әл-Ҡәйед” — тереләрҙән дә терерәк һәм уның ғәмәлдәрендә остазының ҡулы һи­ҙелә.
Өр-яңы тарихта террор һәм уның ҡорбандары тураһында һүҙҙе артабан ла сурытһаҡ, гәзит сәхифәһе ет­мәҫ ине. Террорҙың һуңғы тиҫтә йылдарҙа көсәйә барыуында донъя­ла хакимлыҡ, тәбиғи байлыҡ өсөн көрәштең киҫкенләшеүе сағылыш таба. Террорсылыҡты хатта, иғлан ителмәгән булһа ла, Өсөнсө донъя һуғышының бер күренеше, тип тә атайҙар. Америка, Евразия, Африка ҡитғаларында террорсылыҡтан зы­ян күрмәгән бер генә дәүләт тә юҡ­тыр. Унан һуң, террорсылыҡ ойош­ма­ларының эш-ғәмәлдәренә кем һәм ниндәй сәйәси күҙлектән сығып баһа бирә бит әле. Израиль өсөн, ми­ҫалға, “Хамас” һәм “Хизбулла” хәрә­кәттәре – дошмансыл, террорсылыҡ ойош­ма­лары иҫәбендә, ә ғәрәптәр уларҙы милли азатлыҡ өсөн кө­рә­шеүсе тип йөрөтә. Ошондай хәрә­кәттәр ғәрәп донъяһында барған ҡатмарлы процестарға көслө йо­ғонто яһай. Быны Сүриә Ғәрәп Рес­публикаһындағы граждандар һу­ғы­шы, Ираҡтағы “Ислам дәүләте” тип атал­ған фетнәселәргә ҡаршы ҡан ҡойғос көрәш тә иҫбатлай. Шуныһы йән әрнеткес: әҙәм балаһы һәр нәмәгә лә күнегә ала, тигән хәҡиҡәтте раҫла­ған­дай, беҙҙә террорсылыҡ кү­ре­не­шенә лә психологик иммунитет хасил бу­л­ды, ахыры. Гәзиттәр, телевидение бәлә-ҡаза тураһында хәбәр килтер­һә лә, ул тетрәндермәй, сөнки күп­тәребеҙ, үҙенә көпләнеп, “малым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда” ҡағиҙә­һе менән йәшәй. Ә террор өсөн дәүләттәр ҙә, сәйәси айырымлыҡтар ҙа, мөлкәти хәл дә, дин һәм ина­ныуҙар ҙа юҡ. Ул — интернациональ күренеш. 1972 йыл­дың сентябрендә, Мюнхен Олим­пиадаһы ваҡытында, Фәләстан террорсылары Израиль спортсыларын һәләк итте. 2001 йыл­дың 11 сентябрендә “Әл-Ҡәйед” ис­лам террорсылыҡ селтәре менән бәйле 19 кеше, дүрт граждан самолетын баҫып алып, Нью-Йорктағы Бөтә донъя сауҙа үҙәгенең төньяҡ һәм көньяҡ башняларын төкөттө. (Миңә 1995 йылдың февралендә бер башняның 107-се ҡатына күтә­релеү насип булғайны). Әлеге башнялар емерелде, өс меңгә яҡын кеше һәләк булды. Ә үҙ илебеҙҙәге Беслан, “Норд-Ост” фажиғәләре һуң? Ғөмү­мән, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында һәм 2000 йылдар башында Рәсәй террорсылыҡтан иҫәң­герәп йәшәне. Ә тарихҡа инеп, донъя буйлап һанай китһәң, Амери­калағы Мартин Лютер Кинг, ағалы-ҡустылы Джон менән Роберт Кен­неди, Һин­достан премьер-министры Индира Ганди һәм уны алмаштырған Раджив Ганди... Мартирология исемле­генән дауам итергә лә итергә.
Һүҙ сурытылыбыраҡ китһә лә, шуны өҫтәү фарыздыр: хәҙерге тер­рор­сылыҡты Ислам менән бәйләр­гә тырышыу бар. Был дөрөҫ түгел. Мө­хәммәт пәйғәмбәрҙең әйткәнендә ҡатын-ҡыҙға, балаларға, ярҙамһыҙ ҡарттарға, ғәриптәргә зыян күрһәтеү ҡәтғи тыйыла. Әгәр Ислам динле дәүләттәрҙә бәрелештәр килеп сыға икән, улар этник нигеҙҙә генә булы­уы мөмкин. Террорсылыҡты ауыҙ­лыҡлар, еңер көс әлегә юҡ, тип тә раҫ­лайҙар. Донъялар буталған, ­ҡапма-ҡаршы тороу ифрат киҫкен­ләшкән саҡта, бәлки, шулайҙыр. Лә­кин, һуңғы нәүбәттә, яуызлыҡ өҫтә ҡалырға тейеш түгел, сөнки “уҫал уҫаллыҡ итер — уҫаллығы башына етер” тигән һүҙ ҙә бар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872