Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Октябрь”ҙең данлыҡлы ҡыҙы
“Октябрь”ҙең данлыҡлы ҡыҙы
1967 йыл. Район мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы алдынғыларының кәңәшмәһе бара. Шул саҡ трибунаға ыҡсым ғына кәүҙәле апай етеҙ аҙымдар менән күтәрелде лә шығырым тулы залға ҡарап башҡорт телендә сатнатып һөйләй ҙә башланы.


— Мин быйылғы юбилей йылында үҙемә беркетелгән һәр һыйырҙан кә­мендә өсәр мең килограмдан ашыу һөт һауып алырға ҡарар иттем һәм ра­йондың башҡа һауынсыларының да минең башланғысыма ҡушылыуҙа­рын үтенәм.
Был сая, һәр ваҡыт уңыш яулап өйрәнгән, районда ғына түгел, республикала билдәле Октябр­ҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз һауынсыһы Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы Фәй­зул­лина ине.
...Әле 15 йәше лә тулмаған үҫмер ҡыҙ ғаиләләге ҡустыларын туйындырыу, уҡытыу өсөн Түбә руднигына ҡара­ған Үрге Иҙрис ауылындағы эз­биз ян­дырыу карьерына эшкә урынлаша. Хеҙмәттә сынығыуҙы тап ошон­да ала ул. Ауыр осор, эшсе ҡул­дар етешмәй. Кескәй, әммә эшкә тилбер ҡыҙға ир-егет менән бер рәттән, ҡулына кәйлә тотоп, эзбиз яндырыу өсөн таш сыға­рырға ла тура килә. Бында тиҫтә йылдан ашыу тир түгә ул. Әммә эзбиз карьеры ябылыу сәбәпле, уға был эште ҡалдырырға тура килә.
Ошо йылдарҙа Түбәнге Иҙристә һөт­сө­лөк-тауар фермаһы ойошторо­ла. Гәү­һәр, һис тә икеләнеп тор­майын­са, шунда һауынсы булып урын­ла­ша. Та­ныш булмаған эшкә ҡыйыуһыҙ ғына тотонған ҡыҙға тәж­рибәле һауынсылар Асия Абдуллина менән Асия Таңғата­рова ярҙамға килә. Ваҡыт үтеү менән уларҙың кә­ңәше һәм ярҙамы арҡаһын­да йәш һауынсы уңыш серҙәрен үҙләш­терә башлай. Күп тә үтмәй, уға ун дүрт һауын һыйырын беркетеп ҡуялар. Ны­ҡышмал, тырыш ҡыҙ яңы һөнәренә етеҙ ылығып китә.
Ул саҡтағы ферма мөдире Әнүәр Мө­хәмәтҡужиндың һәр малсыға ҡара­та иғтибарлы һәм талапсан булыуы эшкә ҙур йоғонто яһай. Ошо дәүерҙә колхоз­дың өлкән зоотехнигы булып эшләгән Мәрйәм Дәүләтшина ла малсылыҡ тармағын алға ебәреүгә көсөн дә, белемен дә йәлләмәне.
Көн артынан – көн, йыл артынан йыл уҙа. Гәүһәр апай 1959 йылда, үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан 2895 килограмм һөт һауып, колхозда бе­рен­се урынға сыға. Был уның тәүге хеҙмәт еңеүе була. 1962 йылда күр­һәткесте 3085 килограмға еткереп, колхозда ғына түгел, район кимәлендә беренсе урынды ала. Уға “Башҡортостандың иң яҡшы һауынсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ошо йылдарҙа ферма йәш һауын­сылар, быҙау ҡараусылар менән тулылана башлай. Коллективтың уңышы йылдан-йыл күбәйгәс, малсыларҙың эш күрһәткестәрен өйрәнеү, тәжрибә ур­таҡ­лашыу маҡсатында, район хужалыҡ­тарынан делегациялар ағыла башлай. Ферма районда беренселәрҙән булып “Коммунистик хеҙмәт бригадаһы” исемен яулау өсөн көрәшкә күтәрелә. Уның менән тәжри­бәле һауынсы Гәүһәр Фәй­зуллина етәк­селек итә. Бер йылдан һуң маҡ­таулы исем яулана: бригаданың һәр ағзаһына түшкә тағып йөрөтә торған билдә тапшырыла.
Йәштәрҙең кәңәшсеһенә әүерелгән тәжрибәле һауынсы 1965 йылда һәр һыйырҙан 3179 килограмм һөт һауып алып, районда үҙенсәлекле рекорд ҡуя.
Эшкә мөкиббән бирелгән тырыш һа­уын­сының хеҙмәте илебеҙ тарафынан лайыҡлы баһаланды. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1966 йылда Гәүһәр Садиҡ ҡы­ҙы Фәйзулли­наға район һауынсылары араһында беренселәрҙән булып Социалистик Хеҙ­мәт Геройы исеме бирелде. Уға “Алтын Йондоҙ” миҙалы һәм Ленин ордены тапшырылды.
Ябай ауыл ҡыҙының был юғары исемгә лайыҡ булыуы — хайран ҡа­лырлыҡ күренеш. Әммә Гәүһәр апай ошондай бейек үрҙәрҙе яулауға ҡа­ра­маҫтан, һәр саҡтағыса үҙ эшенә ҡа­рата талапсан, намыҫлы булды, баш­ҡаларға ҡарата тәкәбберлек күрһәтмәне, йәш­тәрҙе үҙ артынан эйәртеп, һәр кешегә ярҙам итергә тырышты. Колхозының киләсәге өсөн ал-ял белмәй фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте, уның эш графигы таңғы биштән киске ун икегә тиклем һуҙылыр ине. Төшкө ике-өс сә­ғәт­лек ялды иҫәпкә алмағанда, ҡалған ваҡытын фермала, һыйырҙары янында, үткәрҙе.
1967 йылда арҙаҡлы шәхесте Рәсәй Юғары Советына депутат итеп һайлап, уға тағы оло ышаныс күрһәтелде.
Дан өҫтөнә дан өҫтәп, Баймаҡ ҡы­ҙына 1974 йылда дәүләтебеҙҙең иң юғары наградаһы – икенсегә Ленин ордены тапшырылды.
1975 йылда Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы колхозсыларҙың Бөтә Рәсәй съезына делегат итеп һайлана, съезд Советы­ның ағзаһы булып китә. Бынан тыш, ул күп тапҡыр район, ауыл Советы депутаты, КПСС-тың Баймаҡ район комитеты ағзаһы булып торҙо. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуына ҡара­маҫтан, үҙенең төп эше – һауынсы икәнен иҫенән сығарманы. Хатта Мәс­кәүҙән сессиянан йәки берәй рәсми осрашыуҙан ҡайтып килешләй өйөнә лә инмәй тәүҙә фермаға – һыйырҙары янына – һуғылыу уның өсөн ғәҙәти хәл булды. Ул бар булмышы, йәшәү рәүеше менән колхозының, тыуған төйәгенең илһөйәре ине.
Ауылдаштары, район йәмәғәтселеге Герой йәшәгән Үрге Иҙрис ауылының иң күркәм урамдарының береһенә, Баймаҡ ҡалаһындағы бер урамға уның исемен бирҙе, Үрге Иҙрис мәктәбендә һауынсы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡта­таш ҡуйылған. Район етәкселеге алдынғы һауынсыға “Социалистик Хеҙ­мәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллина исемен­дәге приз” булдырҙы. Ул йыл һайын еңеүсегә тапшырылып килә.
Йылдар үтә, кешеләр был донъянан мәңгелеккә китә. Әммә уларҙың эше, фиҙакәрлеге онотолорға тейеш түгел. Киләһе быуын да ошоно иҫендә тотһон ине.

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны.


Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә