Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сауҙа беҙгә ят түгел
Әбүбәкер Усмановтың “Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуы” китабында (Өфө, 1982) яҙылыуынса, ХVII быуатта уҡ башҡорттар һәр төрлө тауар менән уңышлы сауҙа иткән. Баҙарҙа башҡорт аттарына ихтыяж айырыуса ҙур булған, ти ғалим. Был хаҡта шундай миҫал да килтерә: 1661 йылдың 15 мартында сауҙа эше менән шөғөлләнеүсе Мәскәү кешеһе Ф. Антонов Тула заводсыһы П. Марселистан үтескә 100 һумлыҡ тимер-томор ала һәм уның өсөн “Өфөлә яҡшы аттар һәм нәҫел бейәләре һатып алырға, уларҙы шул уҡ йылда, ер ҡороғас, йәйге юл менән Мәскәүгә оҙатырға” һүҙ бирә.
Үрҙә аталған китапҡа нигеҙләнеп, ата-бабаларыбыҙға сауҙа эшенең ят булмағанлығын раҫлауҙы дауам итәбеҙ. ХVII быуаттағы документтар башҡорттарҙың урыҫтар һәм башҡа халыҡтар менән тығыҙ сауҙа мөнәсәбәттәре урынлаштырғанын раҫлай. 1633 йылда Ҡазан һарайынан Д. Милославскийға бирелгән грамотала былай тип әйтелә: “Өфө волосынан Ишембай иптәштәре менән, йәнә икенсе волостан йөҙ башы Т. Байытиков иптәштәре менән Төмән һәм Өфө ҡалалары араһындағы ялан ерҙә йәшәй, уларға көҙ Төмән һәм Туринскиҙан урыҫ һәм татар кешеләре, Ҡазан һәм Өфө татарҙары, сирмештәр алыш-биреш өсөн килә һәм йәнлек тиреһе һатып ала”.
1680 йылда Гәйнә волосы башҡорттарының Соликамскиҙа ҡомалаҡ, балауыҙ, иген һәм “һәр төрлө мал-тыуар” менән сауҙа итеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Шул уҡ башҡорттар “ҡондоҙ, һуҫар, төлкө һәм башҡа төрлө йәнлек аулаған һәм үҙҙәре үк уларҙың тиреһен һата торған булған”. 1696 йылғы сығанаҡтарҙа башҡорттарҙың Верхотур өйәҙендәге Эрбет йәрминкәһендә сауҙа итеүе билдәләнә.
Башҡорттарҙың сауҙала ҡатнашыуы ХVIII быуатта айырыуса йәнләнә. Дөрөҫ, был эштә мал-тыуары ишле, бал, балауыҙ һаҡламдары һәм башҡа аҙыҡ-түлеге күп булған феодалдар күберәк уңышҡа өлгәшә. Башҡорттар йәнлек тиреһе, бер ни тиклем һунар ҡоштары менән дә сауҙа итә. Алыш-биреш итеүҙә йәмғиәттең ябай ағзалары ла ҡатнаша.
Башҡорттарҙың, бигерәк тә төбәктең көнсығыш өлөшөндәге халыҡтың, төп байлығы аттар була. Тарихсы П. Рычковтың раҫлауынса, Крәҫтиәндәр һуғышы алдынан “улар араһында өс йөҙҙән алып дүрт йөҙ башҡа тиклем бейә аҫраусылар байтаҡ булған”. Исәт провинцияһының Күбәләк волосы старшинаһы Байым тархан кеүек байҙар биш меңдән алып алты мең башҡа тиклем йылҡы тотҡан.
Тыныс ваҡытта, каратель отрядтары ҡоторонмағанда һәм бәлә-ҡаза килмәгәндә, аттар һаны ярайһы уҡ тиҙ артҡан. Ырымбур губерна канцелярияһының башҡорт аттары тураһындағы рәсми белдереүендә былай тип әйтелгән: “Уларҙы, ерҙәре иркен булғанлыҡтан, күпләп тоталар, шуға күрә күп кенә башҡорттарҙа меңәр баш һәм унан да күберәк бейә аҫрала”.
Башҡорт юрғалары Рәсәй баҙарында юғары баһаланған: бүтәндәрҙең йылҡы малы 6 һумдан алып 10 һумға тиклем торһа, уларҙыҡын 30 һумдан 50 һумға тиклем, хатта унан да ҡиммәтерәк хаҡҡа алғандар. Башҡортостандың малсылыҡ өсөн уңайлы төбәктәрендә йәшәүселәр һыйыр малы, туң май, тире, эшкәртелгән йомшаҡ күн һәм башҡаһы менән дә сауҙа иткән.
Урман башҡорттарының хужалығында солоҡсолоҡ мөһим урын алып торған. П. Рычковтың яҙыуынса, “улар бал ҡортонан бик ҙур килем ала һәм был эштә шул тиклем оҫтарған, ҡорт эйәләшкән бер нисә мең ағасы булған кешеләр күп”.
Өфө ҡалаһының гербына көмөш яландан сабып барыусы һуҫар юҡҡа ғына төшөрөлмәгән: ул бында ошондай йәнлектәрҙең күп булыуын раҫлай, тип билдәләгән элекке йылъяҙмасылар. Башҡорттар һатҡан ҡондоҙ тиреһе юғары баһаланған, уларға ихтыяж Урта Азия халыҡтары араһында айырыуса ҙур булған. Бүре, төлкө һәм башҡа йәнлектәрҙе аулауға өйрәтелгән бөркөттәрҙе Ырымбурҙа 5 һумдан 10 һумға тиклем һәм унан да юғарыраҡ хаҡҡа һатҡандар, йәғни бер ат хаҡына.
Өфө Башҡортостанда иң ҙур сауҙа һәм тауар алмашыу үҙәге булып торған, бында урыҫ кешеләре лә, Урта Азия һәм Ҡазан сауҙагәрҙәре лә килгән. Башҡорттар үҙҙәре Ырымбур, Троицк, Мәкәрйә һәм Эрберт йәрминкәләренә йөрөгән; аттарын Өфөгә, Бөгөлмәгә, Боғоросланға, Минзәләгә һәм башҡа ҡалаларға алып барып һатҡан. Шуны билдәләргә кәрәк: Стәрлетамаҡ ҡалаһы Башҡортостанда фәҡәт сәнәғәт һәм сауҙаның үҫеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Ырымбур баҙарында башҡорт игененең ҙур ғына урын алып торғанын түбәндәге мәғлүмәт асыҡ күрһәтә: 1742 йылда уҡ әле ата-бабаларыбыҙ бында килтереп 8190 бот яҙғы иген орлоғо, шул иҫәптән 1440 бот бойҙай һатҡан. 1758 йылдың 29 ғинуарында Ҡазан даруғаһының Һарайлы Мең волосы башҡорто Мәрәһим Ғәббәсовтың Ырымбур губерна канцелярияһы менән ошо баҙарға “таҙа, күгәрмәгән, һис бер еҫе сыҡмаған, ҡом һәм көл ҡушылмаған, япма аҫтында киптерелгән, еүеш килеш һуғып алынмаған, кешегә ашарға яраҡлы, һәйбәт итеп тарттырылған 300 сирек (2700 бот) арыш онон септә ҡапсыҡтарҙа килтереп тапшырыу” тураһында килешеү төҙөгәне мәғлүм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә