Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡырым сәләмәтлек үҙәге буласаҡ
Ҡырым сәләмәтлек үҙәге буласаҡ
Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Дәүләт Думаһының күсмә ултырышы Ҡырымда үткәрелде. Унда республиканы йәһәтерәк аяҡҡа баҫтырыу, Рәсәй менән берләштереү мәсьәләләре ҡаралды. Ошо маҡсатҡа 681 миллиард һум аҡса бүленеүе тураһында ла хәбәрҙар булдыҡ. Һаулыҡ һаҡлауға ғына ла 2020 йылға тиклем 67 миллиард һум аҡса бүленде.



Рәсәй Хөкүмәте Ҡырымды шифаханалар, һауыҡтырыу һәм ял үҙәге булараҡ күрергә теләй, уның тиҙҙән табышлы эшлә­йәсәгенә иҫәп тота. Севас­топол­дә халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осрағы Рәсәй­ҙәгенән — 17, ә яман шеш сир­ҙә­ренән 33 процентҡа юға­рыраҡ. Табиптарға ҡытлыҡ ҙур, ә хеҙмәт хаҡы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестең 44 процентын тәшкил итә. Маҡсат бер: 2018 йылға тиклем Ҡы­рымдағы медицинаны бөгөнгө көрсөк хәленән сығарыу.
Беҙ егерме йыл буйы үҙләш­тергәнде ҡырымдарға ярты йыл эсендә тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйыла. Медицина терминын ҡулланып әйткәндә, “тормош анамнезы” яҡшы, шуға ла булдыҡлы депутаттарҙы һай­лауҙың ни тиклем мөһимлеге көн үҙәгендә тора.
Әсәлек һәм балалыҡты һаҡ­лау буйынса Башҡортос­танда ҙур тәжрибә туплаған белгес, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Ҡырымда тәүге тапҡыр түгел. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау етәкселеге менән әңгәмәлә ул бына һигеҙ йыл элек ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжә­ғәт­намәһендә яңғыраған: “Ә хәҙер мөхәббәт хаҡында һөйлә­шәйек”, — тигән ҡанатлы һүҙ­ҙәрен иҫкә төшөрҙө. Ошо ли­ри­ка нигеҙендә һаулыҡ һаҡ­лауҙағы етди реформалар, демографик сәйәсәтте һәм рәсәйҙәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре торған­лығы бөгөн һәр кемгә билдәле.
– Һеҙҙә ошондай уҡ тәрән үҙгәрештәр тормошҡа ашыры­лырға тейеш. Һүҙҙә түгел, ә етди финанс ағымы ярҙамында медицина тармағы камиллаш­тырыласаҡ, — тип белдерҙе Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Ул шулай уҡ 2016 йылда индере­ләсәк хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһындағы килешеү­ҙең яңы формаһы тураһында аңлатма бирҙе. Хеҙмәт хаҡы белгестәрҙең нимәгә һәләтле булыуынан сығып билдәләнә­сәк. Мәҫәлән, көн дә операция яһаған ике хирургты алайыҡ. Береһе аппендиксты ғына алып ташлаһа, икенсеһенә ҡатмарлы операциялар яһарға тура килә. Тимәк, хеҙмәт хаҡының дәрт­лән­дереү өлөшө иҫәбенә уларҙың эшенә түләү ҙә төрлөсә буласаҡ.
Депутат шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең социаль мәсьә­ләләрен хәл итеүгә туҡталды. Илдә ғәйәт ҙур реформа үткәрелеүенә ҡарамаҫ­тан, былтыр Рәсәй халҡының 50 проценты медицина ярҙамынан ҡәнәғәт булмаған. Нигеҙҙә, ул кадрҙарҙың етешмәүенә бәй­лән­гән.
Киләһе йылдың 1 ғинуа­ры­нан әсәлек капиталын Ҡырымда ла ала башлаясаҡтар. Оҙаҡламай һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ағыласаҡ өр-яңы медицина ҡорамалдары эшһеҙ тормаһын өсөн хәҙерҙән белгестәрҙе әҙерләү зарурлығы бар. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзалары Керчь, Симферополь, Севастополь, Саки ҡалаларында медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, фекер алышты. Сәлиә Мырҙабаева федераль кимәлдә улар өсөн ташламалы ипотека буйынса программаның булмауын билдәләп, был тәңгәлдә эш алып барасаҡтары хаҡында белдерҙе.
Бурыс ғәйәт ҙур. Респуб­ликаның ырамлы аҙымдар ме­нән көрсөктән сығып, дотацияға мохтаж төбәктән көслө, табышлы һауыҡтырыу үҙәгенә әүерелеүенән һәр кем отасаҡ ҡына. Бының өсөн бары ихтыяр көсө, һәр һумды бәрәкәтле тотоноу, ойоштороу һәләте талап ителә.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә