Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һоҡланырлыҡ ҡаҙаныштар байтаҡ
Һоҡланырлыҡ  ҡаҙаныштар байтаҡ
Бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла бергә. Шул уҡ ваҡытта эше лә ырамлы була уның. Уҙған йома һәм шәмбе көндәрендә Ишембай ҡалаһында уҙған ваҡиғаларҙың шаһиты булғас, күптәр нәҡ шундай һығымтаға килгәндер.


«Үҫеш бар!»

Мәғлүм булыуынса, Ишембайҙа урынлашҡан кадет мәктәбе уҙған уҡыу йылын яңы статуста ҡаршыланы: хәҙер ул Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы тип атала. Быйылдан Чечня һуғышында һәләк булған яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың исемен дә йөрөтә.
Исем есемгә тап килергә тейеш. Был йәһәттән белем усағы һынатмай: уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәре буйынса уңыштар етерлек. Әле кадет корпусында республиканан һәм сит төбәктәрҙән йыйылған 320 тирәһе бала белем ала, 40-тан ашыу педагог эшләй. Уҡыусылар сифатлы ғилем туплай, физик йәһәттән сыныҡтырыла, ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы торорға өйрәнә.
2017 йылға тиклем бында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, кадеттар өсөн яңы ятаҡ һәм башҡа биналар төҙөлөргә, сафтан сыҡҡандарына ремонт яһалырға тейеш. Уҙған йомала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, илдең транспорт министры Максим Соколов һәм Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов эш барышы менән танышты. Әйткәндәй, теүәл бер йыл элек Михаил Викторович менән Рөстәм Зәки улы кадеттарҙы Белем көнө уңайынан ҡотларға килгәйне. Шуға уларға уҡыу йортондағы үҙгәрештәрҙе барлауы ауыр булманы.
– Үҫеш бар, – тип билдәләне Михаил Бабич. – Һәр яҡлап әҙерлекле быуын тәрбиәләү өсөн шарттар киңәйә бара.
Рөстәм Хәмитов иһә уҡыу-уҡытыу эшен даими камиллаштырыу, төҙөлөшкә үтә яуаплы ҡарау мөһимлеген билдәләне.
Ҡунаҡтар кадеттар менән аралашты, уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеге менән танышып, хеҙмәткә ыңғай баһа бирҙе.
Әлбиттә, федераль кимәлдәге корпусты тейешле кимәлгә еткереү өсөн атҡараһы бурыс бихисап. Әммә шуны ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин: һәр яҡлап иғтибар булғанда, белем усағы үҫештән туҡталмаҫ.

Киләсәгебеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа

Илһөйәрлектең, алға ынтылыштың нигеҙендә, әлбиттә, сәләмәтлек ята. Йәш быуындың һаулығын хәстәрләү йәһәтенән Ишембайҙа күп эш атҡарыла. Мәҫәлән, ошо уҡ көндө ҡалала “Балаңды спортҡа алып кил” тигән проект тормошҡа ашырылды.
“Нефтсе” стадионы Олимпия уйындары майҙанын хәтерләтте: йүгерәләр, сатраш уйнайҙар, гер күтәрәләр, йөҙөргә өйрәнәләр, гимнастика яһайҙар, волейбол һуғалар… Ғөмүмән, ҡалала эшләп килгән клубтарҙа, секцияларҙа тәрбиәләнеүселәр үҙ һөнәрен күрһәтергә ашыҡты, уларға ҡарап, түңәрәктәргә яңы балалар яҙылды.
– Хыялыбыҙ тормошҡа ашты, – тине яңы проекттың авторы Руфина Мөьминова, шатлығын йәшермәйенсә. – Йәш быуын сәләмәт тормош яҡлы, тимәк, киләсәгебеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа. Проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән өсөн Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә, республика етәкселегенә һәм район хакимиәтенә рәхмәтем сикһеҙ.
Әлбиттә, һәр кем чемпион була алмаҫ, әммә шуныһы мөһим: спорт менән шөғөлләнгәндәр был тормошта юғалып ҡалмай, ауырлыҡтарға бирешмәй.

Милләттәр татыулығы өлгөһө

Йәш ишембайҙар йома йүгереп-һикереп кинәнһә, шәмбе рәхәтләнеп бейене һәм йырланы. Атап әйткәндә, уларҙың сығыштары Ҡала көнөнөң иң сағыу биҙәге булды.
Был байрамда ишембайҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин һәм башҡа етәкселәр тәбрикләне.
– Ишембайҙар һәр яҡлап өлгө күрһәтә. Беҙҙә бихисап милләт бер туғандай татыу йәшәй, электән килгән изге йолаларҙы дауам итә, – тип билдәләне Марат Хөсәйен улы үҙ сығышында.
Әйткәндәй, Ишембай киләһе йыл 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы ҡаланы матурлау, байрам сараларын уҙғарыу йәһәтенән бихисап эш планлаштырылған.
– Юбилей сараһын да әлеге байрамдай күркәм итеп билдәләргә яҙһын, – тип изге теләктәрен еткерҙе Салауат Сәғитов.
Ҡотлауҙар тамамланыуға, сәхнә түрен Ишембайҙың почетлы граждандары биләне. Әйткәндәй, уларҙың сафына эшмәкәрлеге менән ҡала тарихын тулыландырған йәнә өс шәхес – Риф Мифтахов, Тәлғәт Сәғитов һәм Олег Абих – өҫтәлде. Абруйлы шәхестәрҙән һуң сәхнәгә нәҡ ошо көндө никахҡа ингән, береһенән-береһе матур йәш парҙар күтәрелде. “Ишембайҙың киләсәге бар!” тигән оран яңғыратты кеүек улар.
Артабан ҡала халҡы йыр-моңға бай сағыу тамаша ҡараны.

Исемеңде тарихҡа йәнә яҙҙыҡ, Вәлиди!

Шулай ҙа сараларҙың иң әһәмиәтлеһе Рәсәй федерализмына нигеҙ ташы һалған шәхес, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл асыу булғандыр.
Исеме оҙаҡ йылдарҙан һуң иленә әйләнеп ҡайтҡан оло шәхесте данлау йәһәтенән республикала бихисап эш башҡарылды: уҡыу йорттарына, урамдарға уның исеме бирелде, музейҙар асылды, фильмдар төшөрөлдө… Хәҙер инде Әхмәтзәки Вәлиди скверында арҙаҡлы милләттәшебеҙгә һәйкәл дә ҡуйылды. Ул Ишембайҙың Көньяҡ биҫтәһен биҙәп тора.
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.



Район: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә