Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡыусылары менән ҡотло, бәхетле
Уҡыусылары менән ҡотло, бәхетле
1858 йылда Атайсал ауылынан Шәйәхмәт Сибаев 6-сы кантон башлығы итеп тә­ғәйенләнә. Хозур тәбиғәтле Күбәләк ерендә урын­лашҡан Рәхмәт күңеленә хуш килеп, уны төйәк итеп һайлай. “Сибай” йыры тап беҙҙә тыуған.

1864 йылда, кантон башлығының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ, ауыл­да тәүге урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Беренсе уҡытыусы итеп Верхнеурал ҡалаһынан дворянин Ростис­лав Герасимов тәғә­йенләнә. Айы­рым бина булмау сәбәп­ле, дәрестәрҙе төрлө кешенең өйөн­дә алып баралар.
Колхозлашыу осоро башланғас, хәлле һаналып, һөргөнгә ебәрелгән Вәис Ғаззаловтың ҙур өйөн мәктәп итәләр. Уның өс бүлмәһе дәрес үткә­реү өсөн тәғәйенләнһә, икәү­һендә ашхана ойошторола, ҡалған берәү­һендә уҡытыусылар йәшәй. Был мәктәп ауыл халҡына 1974 йылға хәтлем хеҙмәт итә.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, аслыҡ-яланғаслыҡ осоронда ла бе­лем усағы һүнмәй, унда төрлө саралар уҙғарыла, тәрбиә эше алып барыла. 1946 йылда ауылға Зәки Хәсәнов исемле уҡытыусы килә. Ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй ул, мәктәп директоры вазифаһын да башҡара. Зәки Вәлиәхмәт улынан тәүге һабаҡ алған уҡыу­сылар артабан да һынат­май, тормошта үҙ урынын таба. Араларында арҙаҡлы шәхесебеҙ Фир­ҙә­үес Хисамитдинова ла бар.
1956 йылда Рәхмәт мәктәбенә Тагилстрой (хә­ҙерге Әлмөхәмәт) ауылынан Таңсулпан Юнысова килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, 1978 йылға тиклем, эшләй ул. Оҫта бейеүе, мандолинала уйнауы менән генә танылып ҡалмай, ә уҡыусылар күңеленә йыр-моңға, бейеүгә һөйөү һала, татыу, дуҫ, берҙәм йә­шәргә өйрәтә. Таңсулпан Сәләх ҡыҙы 70 йәшен уҙ­ғанда ла дәртле сығыштары менән һабантуй­ҙарҙы, сәхнәләрҙе биҙәй. Уҡыусылары араһында танылған шәхестәребеҙҙең береһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ҡадир Мәғәфүров та бар.
1974 йылда яңы типтағы башланғыс мәктәп төҙөлә. Дүрт класта белем алған 42 бала менән уларҙың уҡытыусылары заманса бинаға шатланып күсә. Яҡты кабинеттар, иркен уйын бүлмәһе, зал ул осорҙоң балалары, педагогтары, ата-әсә өсөн ҙур бүләк була.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамам­лаған уҡыусылар 21 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Байым урта мәктәп-интернатында йәшәп белем ала. Тимер арба тағылған трактор йәш рәхмәттәрҙе шәмбе уҡыуҙан килеп ала ла йәкшәмбе көнө кире илтә. Ҡышҡы һыуыҡ, әсе ел-буран ғилем алыуға ынтылышты туҡтата алмай. Яҙлы-көҙлө иһә балалар, таң һарыһынан тороп, Байымға хәтлем ярыша-ярыша велосипедта уҡырға елдерә.
1995 йылда директор итеп Байым ауылы ҡыҙы Рәйҙә Мөхәмәтҡужина тәғәйенләнә. Ун өс уҡы­тыу­сынан торған йәш, татыу коллектив туплай ул. Бина бәләкәй булыу сәбәпле, физкультура, хеҙмәт дә­рестәре урамда йә ауыл клубында үткәрелә.
2006 йылда иһә заман талаптарына тулыһынса яуап биргән 132 урынлыҡ яңы мәктәп асылды. Хыялдарҙың тормошҡа ашыуы тип ҡабул ҡылдыҡ был ваҡиғаны. Мәктәп асылғас та, Фирҙәүес Ғил­метдин ҡыҙы Хисамитдинова уҡыу алдынғыларына үҙ стипендияһын булдырҙы. Һигеҙ йыл эсендә был баһаға 32 уҡыусы лайыҡ булды. Стипендия йәш­тәргә яңы үрҙәргә күтәрелергә көс-ҡеүәт өҫтәй. Мәҫәлән, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының юлынан киткән туғыҙ уҡыусы бөгөн республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарында белем ала.
Өҫтәүенә мәктәптең дүрт педагогы абруй­лы ғалимәнең ҡулынан премия алыу бә­хетенә өлгәште. Улар – Дилара Хөсәйенова, Венера Хөсәйенова, Роза Әхмәҙиева, Фәрзәнә Йәнсәйетова.
– Былтыр ауылыбыҙҙа тағы ла бер ҡыуа­ныслы ваҡиға булды: күптән көткән балалар баҡсаһы асылды, – ти мәктәптең яңы директоры Зөһрә Әхмәҙиева. – Егерме биш урын­ға иҫәпләнгән учреждение рәхмәттәрҙең тормошона яңы һулыш өрҙө, күңелдәргә ҙур дәрт өҫтәне.
Быйыл ауылда мәктәп асылыуға 150 йыл тулды. Рәхмәттәр иҫтәлекле датаны киң билдәләне, республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаһынан, сит төбәктәрҙән ҡунаҡтар килде. Байрамда ҡатнашыусылар иң тәүҙә ауыл менән танышып сыҡты. Тырыш, уңған шул рәхмәттәр: урамдар таҙа, һәр ихата алдында йәшел хәтфә үлән күпереп үҫә, ҡапҡалар, ҡоймалар, тәҙрә йөҙлөктәре семәрләп эш­ләнгән, сағыу төҫтәргә буялған... Ҡунаҡтар артабан Һыуһар ҡойоһо яғына юл алды, сылтырап аҡҡан шишмәнең һыуын эсеп кинәнде.
Мәктәптә иһә уҡыусылар урындағы та­рихҡа, мәҙәниәткә, йолаларға бәйле ҙур концерт ҡуйҙы. Бе­лем усағында төрлө йылдарҙа ғилем туплаған ауылдаштар, бер-бер артлы сәхнәгә сығып, остаздарына рәхмәт һүҙен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы, килә­сәк­тә лә берҙәм, татыу йәшәү, ауылдың алдағы яҙ­мы­шын күмәкләп хәстәрләү мөһимлеген билдәләне.
Ысынлап та, Рәхмәттең дә, уның мәктәбенең дә тарихы бик бай. Үткәндәрҙең ҡәҙерен белеп, быуындар сылбырын өҙмәй йәшәргә бурыслыбыҙ.
– Ауылыбыҙға ҡот биргән шәхестәрҙең эшен да­уам итәйек, – тине байрамда данлыҡлы ауыл­да­шыбыҙ Фирҙәүес Хисамитдинова. – Беҙҙең Рәхмәт күркәм холоҡло халҡы менән ҡотло һәм бәхетле.




Автор: Гүзәл ҮТӘБАЕВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә