Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған тупһа ҡәҙерле
Тыуған тупһа ҡәҙерле Кисә генә әрменән ҡайтҡан егет, күп уйлап тормай, Себер тарафына эшкә юллана. Нәҡ шунда – Радужный ҡалаһында – осрата ла инде бәхетен: украин ҡыҙы Татьянаға бер күреүҙән ғашиҡ була Наил. Ике йәш йөрәк ғаилә ҡороп ебәрә.

Әммә Себерҙә оҙаҡ йәшәргә на­сип булмай уларға, яңы тыуған ҡыҙҙары Юляның һаулығы насарайыу сәбәпле, диңгеҙгә яҡыныраҡ – Украинаның Донецк өлкәһенә – күсенергә мәжбүр булалар. Бында ла баҙап ҡалмай йәштәр. Самой­лово ҡасабаһында бынамын итеп донъя көтә башлайҙар. Совет осоро бит: урындағы хужалыҡ яңы күсеп килгән ғаиләгә йортон да табып бирә, эш менән дә тәьмин итә. Шулай итеп, 1985 йылда Украинала төпләнә Татьяна менән Наил Зөбәйҙуллиндар. Тора-бара ғаилә лә ишәйә: өс ҡыҙға ғүмер бүләк итә улар.
Йыш булмаһа ла, тыуған төйә­генә – Ишембай районының Үрге Әрмет ауылына – ҡайтҡылай Наил. СССР тарҡалғансы кинәнеп килеп-китеп йөрөйҙәр. Әлбиттә, Украина айырылып сыҡҡас, “Әллә Рәсәйгә күсергәме?” тигән уй ҙа тыуа. Икенсе яҡтан, бер төпләнгәс, ҡубып сығып китеү, ай-һай, еңел түгел бит. Шулай ҙа, йылдар үткәс, барыбер күсенергә мәжбүр була Зөбәйҙул­линдар: бер туҡтамай барған һу­ғыштан ялҡҡас, дөрөҫөн әйткәндә, балалары менән ейән-ейәнсәрҙәре­нең ғүмере өсөн хафаланып, Татьяна менән Наил Үрге Әрметкә юл­­ланырға ҡарар итә. Әммә һуғыш барған ерҙән ысҡыныу еңел булмай шул.
– “Майҙан” үткәс тә, буталсыҡтар башланды. Тыныс тормош хаҡында онотҡайныҡ инде. Һәр кем үҙ яғына ҡайыра, ә беҙ – ябай халыҡ – шул тартыштың уртаһында ҡалған ҡор­бан. Донецк өлкәһе халҡы айырылып сығырға, үҙәктең бер туҡтауһыҙ талауынан ҡотолорға теләй ҙә бит, тик Киев майлы ҡалъяны ысҡын­дырғыһы килмәй. Референдум ар­ҡа­һында ғына ла күпме ыҙғыш сыҡты. Шул шауҡымда беҙ ҙә бәләгә тарыныҡ. Атыш тауышы йыраҡта ишетелгәндә, был үтер, тип ышана торғайныҡ. Әммә ауыл уртаһынан танктар йөрөй башла­ғас, хәлдең ахыр сиккә килеп еткә­нен тиҙ төшөндөк.
Төн уртаһында битлек кейгән ав­томатсыларҙың тентеүе, бер һүҙһеҙ кешеләрҙе алып китеүе, ауылдаш­тарҙың кире әйләнеп ҡайтмауы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.
Мин яландан иген ташыным. Үҙем менән паспорт булмаһа, бәлки, мине лә алып китерҙәр ине. Бынан тыш, йөктө осло тимер менән сәнскеләп тикшерә инеләр. Ут эсендә йәшәгәнсе тип, Рәсәйгә йүнәлергә булдыҡ. Аптырағандың көнөнән барлыҡ мөлкәтте өйгә индереп, малды бушлай тигәндәй күрше-күләнгә өләшеп, бында юлландыҡ, – тип хәтерләй тамуҡтағылай тормошон Наил ағай.
– Мариуполдә лә шул уҡ хәл. Эшкә йөрөүе ҡурҡыныс ине. Хаҡ артты, эш хаҡы кәмене – шуның менән тамамланыр, тиһәк… Үкенескә ҡаршы, атай-әсәй ҡаланы ташлап китергә теләмәйенсә тороп ҡалды. Әле ташландыҡ бер заводта йәшәйҙәр. Кисә бәйләнешкә сығырға насип булды. Йортобоҙҙо шартлатҡандар, тип хәбәр иттеләр... – тигән һағышлы һүҙҙәр менән Наил ағайҙың оло кейәүе Евгений һөйләшеүгә ҡушылды.
Наил ағай тыуған тупһаһына йәмғеһе 12 кешене (4 ғаиләне) күсереп алып ҡайтҡан: үҙе һәм ҡыҙҙарының ғаиләләрен. Берәүҙәре Стәрлетамаҡта эш һәм ваҡытлыса торлаҡ тапҡан да инде.
Алып ҡайтҡан, тип әйтеүе генә анһат.
– Үлем тырнағынан ҡотолоро­боҙға ышанмай ҙа инек. Сик аша үтер өсөн бер блокпосҡа барабыҙ – сығармайҙар (ярамай, имеш), икенсеһенә киләбеҙ – шул уҡ хәл. Хатта таныштар ҙа ярҙам итә алманы. Яҡыныраҡ барһаң, атабыҙ, тип ҡорал тоҫҡайҙар. Шулай ҙа 400 саҡрым ер үтеп, икенсе бер блокпост аша сығып киттек. Рәсәй еренә аяҡ баҫҡас ҡына, йөрәктәге шом таралғандай булды. Сикте үткәс, түбәндәге хәбәрҙе ишеттек: ҡасабанан берәүҙе лә сығармай башлағандар. Ауылдаштарҙың яҙмышы нисектер инде?.. Шулай итеп, һуңғы сиктә өлгөрөп ҡалдыҡ. Күрәһең, Хоҙай үҙе һаҡлағандыр. Башҡа төбәк, ҡала һәм райондарға барырға тәҡдим булһа ла, Үрге Әрметкә йүнәлдек. Тыуған ауы­лыңдың ҡәҙере бына ҡасан беленә икән ул, – тип күҙ йәшен һөртә Наил Рәшит улы.
Әлбиттә, районға ҡайтыу менән генә эш бөтмәй әле. Медицина күҙәтеүен үтеү, документтар юллау, йәшәү урынында теркәлеү – айырым хәл итәһе мәсьәләләр. Мәҫә­лән, ҙур ғаиләгә бер тапҡыр Ишембай ҡалаһына барып ҡайтыу өсөн генә лә юлға 2 000 һум самаһы аҡса китә. Ә нисә тапҡыр район үҙәге юлын тапарға тура киләсәк әле уларға?! Әммә, балаларҙың һаман да төндә һаташып уяныу­ҙарын иҫәпкә алмағанда, үҙҙәрен тыныс тоторға, бирешмәҫкә тырыша Зөбәйҙуллиндар. Булға­нына риза ҡылып, шөкөр итеп йәшәй улар.
Күмәк ғаиләне Наил ағайҙың әсәһе Зөләйха инәй ихлас ҡаршы алған. Украинала хәл-ваҡиғалар ҡуйырған мәлдә үк: “Улым, бәлки, ҡайтырһығыҙ”, – тип илаған әсә кеше ҡайғыһынан хатта инсульт кисергән. Бөгөн, ниһайәт, бала­ла­рының имен ҡайтып төшөүенә ҡы­уанып бөтә алмай 82 йәшлек инәй.
– Иҫән-имен генә булайыҡ, ризыҡ та, мал да табылыр, – тип тупылдатып һөйә һәр ҡайһыһының арҡа­һынан Зөләйха Камалетдин ҡыҙы. Оло кеше белмәй әйтмәҫ, баш һау булһа, ҡалғаны – ваҡ мәшәҡәт ул.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә