Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Күсеп килгәндәрҙе лә һыйындырабыҙ”
“Күсеп килгәндәрҙе лә һыйындырабыҙ”
Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаларына урынлаштырыу мәсьәләһе республикала һуңғы йылдарҙа йылдам хәл ителә башланы. Был, нигеҙҙә, учреждениеларҙың күпләп асылыуына бәйле. Шәхси балалар баҡсаларының, ғаилә төркөмдәренең эшләүе лә ыңғай һөҙөмтә бирә. Был йәһәттән Сибай ҡалаһында хәлдәр нисегерәк? Кескәй дуҫтарыбыҙҙың барыһы ла балалар баҡсаһына урынлаша аламы? Ҡалала сират ҙурмы? Мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла? Ошо һорауҙарға яуап алыу өсөн Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Ғаяз ХӘСӘНОВҠА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:



– Әле ҡаланың 15 балалар баҡсаһында өс меңдән ашыу сабый тәрбиәләнә. Ата-әсәнең мөрәжәғәтен һәр саҡ ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Әммә шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: йыл һайын ҡалаға ауыл еренән күпләп күсеп киләләр, уларҙың балаларын урынлаштырыу мәсьәләһе бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Элегерәк ата-әсә сабыйы тейешле йәшкә еткәс кенә урын даулай башлаһа, бөгөн барыһы ла Интернет аша сиратҡа теркәлә. Йәғни сабый донъяға килгәс тә, бер нисә көн эсендә уны балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуялар.
Һуңғы йылдарҙа ҡалала “Әкиәт”, “Сулпылар”, Рамазан Өмөтбаев исемендәге лицей ҡарамағындағы “Аманат” балалар баҡсалары, Арҡайым ҡасабаһында мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн берлектәге комплекс асылды, “Тейенкәй”ҙә һәм “Тирмәкәй”ҙә 60 урынлыҡ өҫтәмә төркөм булдырылды. Был учреждениелар ҡарамағында ғаилә төркөмдәре лә уңышлы эшләп килә. Был йүнәлеш буйынса “Айгөл”, “Аманат” баҡсалары айырым иғтибарға лайыҡ. Һуңғыһында яңы төркөм ойоштороу маҡсатында шкафтар, койкалар һатып алынған. Ҡала хакимиәте менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Кескәйҙәр һаны кинәт артып, уларҙы урынлаштырыу буйынса киҫкен проблемалар килеп тыуһа, Сибай педагогия колледжы бинаһы янында балалар баҡсаһы асыу тураһында килешеү төҙөлгән.
Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа асылған барлыҡ учреждениелар заманса талаптарға яуап бирә, уларҙа бөтә шарттар ҙа булдырылған. Мәҫәлән, “Әкиәт” балалар баҡсаһында кескәйҙәр рәхәтләнеп бассейнда йөҙә, тоҙ шахтаһында һаулығын нығыта, компьютер, альпинистар, сенсор бүлмәләрендә, спорт, бейеү, музыка залдарында бар яҡлап һәләтен үҫтерә, мәктәпкә ентекле әҙерләнә.
Ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Йыл һайын үҙ-ара төрлө конкурс, ярыштарҙа ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашалар, спорт фестивале, театр конкурсы үткәреү матур йолаға әүерелгән. Быйыл кескәйҙәр ҡала уҡыусылары менән бер рәттән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, оҫталығы менән өлкән апай-ағайҙарын хайран ҡалдырҙы. Май айында ата-әсәләр, тәрбиәселәр менән бергә йылды йомғаҡлау сараһы үтә, унда башҡарылған эшкә йомғаҡ яһала, иң яҡшылар тәбрикләнә.
Мөмкинлектәре сиклән­гән­дәр­гә “Әкиәт” балалар баҡсаһында бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: I класҡа барасаҡ кескәйҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу маҡсатында “Юлдаш”, “Шифа” ял лагерҙарында, “Сибай” шифахана-профилакторийында махсус сменалар ойошторола. Уларҙа инвалид балалар өсөн айырым төркөмдәр булдырыла.
“Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһы республиканың тәжрибә майҙансығы булып тора. Малай һәм ҡыҙҙарҙа туған телгә, милли йолаларыбыҙға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында төбәктең Мәғариф министрлығы менән берлектә унда төрлө конференциялар ойошторола, тәрбиәселәр тарафынан методик ҡулланмалар әҙерләнә. Дөйөм көс менән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн федераль стандарттар булдырылды.
“Әкиәт” менән “Аленушка” “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 балалар баҡсаһы” исемлегенә инде, уларҙың етәкселәре Наталья Фәттәхова менән Сажиҙә Хоҙайбирҙина “Иң яҡшы етәксе” тигән исем алды. Яңы уҡыу йылы алдынан ҙур шатлығыбыҙ менән дә уртаҡлашҡы килә: ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә 180 урынлыҡ “Ҡурай” тип аталған өр-яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ. Әле төҙөүселәр һуңғы эштәрҙе башҡара. Яңы йыл алдынан да кескәйҙәрҙе ҙур бүләк көтә – Алтын ҡасабаһындағы балалар баҡсаһы ишектәрен асасаҡ.
Украинанан мәжбүри күсеп килгәндәрҙең өс сабыйы “Аҡһылыу” баҡсаһына урынлаштырылды. Бындай ғаиләләр өсөн өҫтәмә урындар әҙерләнә.

Кәримә УСМАНОВА яҙып алды.



Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә