Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ишеткән менән күргән бер түгел
Ишеткән менән  күргән бер түгел
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарында булды.

Салт аяҙ көнгә тура килде Рөстәм Зәки улының был төбәккә сәфәре. Шуға ла Бәләбәй районындағы “Аҡ­сарлаҡ” балалар һауыҡ­тырыу лагерында ойош­­торолған V “Мин — гражданин” йәштәр форумында ҡат­нашыусылар менән осрашыу саф һауала, асыҡ майҙанда үтте.
Әйткәндәй, эш сәфәренең тәү­ге өлөшөн респуб­ликалағы йәштәрҙең төрлө йәмәғәт ойошмалары вә­килдәре, сит өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтар эргәһендә башлап, ул һис кенә лә отолманы. Йәштәр, һәр ва­ҡыттағыса, Рөстәм Зәки улын дәррәү алҡышлап ҡар­шы алды. Егет һәм ҡыҙ­ҙарҙың социаль йүнәлешле, илһө­йәрлек тәрбиәләүгә ҡа­ғы­лышлы байтаҡ проекттары менән танышҡас, кәйефе тағы нығыраҡ күтәрелде.
Ишеткән менән  күргән бер түгелКүҙгә-күҙ ҡарашып, рәсми булмаған шарттарҙа әң­гә­мәләшеүе еңелерәк тә, бер-береңде лә тиҙерәк аңлайһың. Әлеге осрашыуҙа ла шулай булды. Тәүҙә Рөстәм Хәмитов һуңғы ва­ҡытта донъя кимәлендәге үҙгәрештәргә бәйле ваҡи­ғалар, илдәге социаль-иҡ­тисади хәл менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Егет һәм ҡыҙҙар форсаттан файҙа­ланып ҡалырға ашығып, бер-бер артлы һорауҙарын яуҙырҙы. Йәштәрҙең төбәк башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусынан илһө­йәрлекте нисек аңлауы, республиканың сит илдәр менән бәйләнеше, иҡтисад­ҡа ҡағылышлы мәсьәләләре хаҡында ишеткеһе, килә­сәктә йәштәрҙе ниндәй итеп күрергә теләүен дә белгеһе килде. Эштән буш ваҡытын нисек уҙғарыуы менән дә ҡыҙыҡһындылар.
Йәрмәкәйгә эш сәфәрен Рөстәм Хәмитов “Башҡорт­остан иген компанияһы” йәм­ғиәтенең эше менән та­ны­шыу­ҙан башланы. Ху­жалыҡ урып йыйыуға барлыҡ көсөн һалған, ырҙын табағына йөк тейәгән автомашиналар килә, баҫыуҙ­арҙы комбайндар иңләй. Быға Рөстәм Зәки улы үҙе күреп ышанды.
Кәйефтәре яҡшы иген­селәрҙең — келәткә уңыш инә. Арыштың гектар ҡеүәте 24 центнер булған, уны йыйыуҙы тамамлағандар. Әле ҡуҙаҡлы культуралар майҙанында ҡыҙыу мәл, гектарынан 22-шәр центнер алына. Көнөнә 300 гектар майҙанда атҡарыла көҙгө эштәр. Рөстәм Зәки улы быйыл ғына файҙаланыуға тапшырылған ике иген һаҡлағысҡа инеп, орлоҡҡа ҡалдырылған арыштың сифатына ла күҙ һалып сыҡты. Ул шулай уҡ хужалыҡта нисә кеше эшләүе, хеҙмәт хаҡы күләме менән дә ҡыҙыҡ­һынды.
Алтындай башаҡтар тир­бәлеп ултырған, комбайндар гөрләп эшләп йөрөгән баҫыуға аяҡ баҫҡас, һабанда һайрашмай түҙеп буламы ни?! Етмәһә, буяуҙары ла уңмаған комбайндар үҙҙәренә са­ҡырып торғанда! Рөстәм Зәки улы ла түҙмәне, комбайнда бер аҙ йөрөп әйләнде.
Йәрмәкәйҙәр урып йыйыу эштәрен сентябрь уртаһында тамамларға ниәтләй, әле эштәр 37 процентҡа үтәлгән.
Артабан сәфәрен дауам итеп, Рөстәм Хәмитов райондың Спартак менән Оло Зиңгәрәй ауылдары ара­һында төҙөлөп ятҡан автомобиль юлы менән танышты. Әйткәндәй, ошо маҡсатҡа 123 миллион һум аҡса бүленгән. 50 миллион һумы федераль ҡаҙнанан булһа, ҡалғаны — республика бюджетынан.
Дөйөм алғанда, Рөстәм Зәки улы осрашыуҙарҙан бай тәьҫорат алып, күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды.


Автор: М. ХАРИСОВА. Район: Бәләбәй – Йәрмәкәй райондары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә