Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дөрләп янһын ғаилә усағы
Дөрләп янһын ғаилә усағы
Аллаһы Тәғәлә кешегә ауырлыҡтарҙы күтәрә алған тиклем бирә. Ниндәйҙер һынау ебәрә икән, тимәк, һин уны үтә алаһың. Бының өсөн был кешегә көс тә, аҡыл да, сабырлыҡ та бирелә.

Аш-һыу оҫталарының “Атай һәр яҡ­тан маһир” тигән III асыҡ конкурсы Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан “Лукоморье” ял паркында булды. “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ярҙамында “Әсә йөрәге” әсәләр советы төбәк йә­мәғәт ойошмаһы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙә­ге менән берлектә ойошторолған бәйгелә биш ғаилә күмерҙә иттән һәм балыҡтан аш-һыу әҙерләү буйынса көс һынашты.
Үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, атай-әсәйҙәр, балалар өсөн ҡы­ҙыҡлы ярыштар башланды. Тәүге һы­нау әсәйҙәр өсөн булды: йәш саҡ­­та­рын иҫкә төшөрөп, йылғанан көйәнтәләп һыу ташыны улар. Кем тиҙерәк һәм кемдең биҙрәләре тулыраҡ була – шул еңеүсе! Ауыл ерендә йәшәгән әсәйҙәр менән бер рәттән, ҡала­ны­ҡылар ҙа һынауҙы уңыш­лы үтте. Был ваҡыт эсендә атайҙар ут яғып, беше­ренеү өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләне. Өҫ­тән ямғыр ҡойоп тороуға ҡарамаҫтан, усаҡтар дөрләп янды. Әйтерһең дә, улар ошо ғаиләләрҙә тантана иткән берҙәмлекте, татыулыҡты, көстө кәү­ҙәләндерҙе.
Артабан балалар төрлө йәшелсә-емештән композициялар эшләне. Улар араһында Ерәнкәй исемле бы­ҙау ҙа, күгәрсен дә, күбәләк тә, хатта һыу эйәһе лә булды. Бына майҙанға атайҙар сыҡты. Картуф әрсеү ябай ғына эш тимә, ҡабығын йоҡа һәм мөмкин тиклем оҙонораҡ итергә кә­рәк. Был бәйгелә ғаилә башлыҡ­тары һынатманы, хәйер, әрмеләге тәжрибә лә ярҙам иткәндер.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы арыт­тырмаҫ, уларға өҫтәл әҙерләргә ва­ҡыт бирер өсөн ярыштар музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы. Йәш, өмөтлө ҡурайсы Илмир Ҡоҙабаев “Лу­коморье” буйын ҡурай моңона сор­наһа, Сәйҙә Ильясова, Айгөл Ибраһимова, Ләйсән Йәнбирҙина, Со­фия Арутюнян байрам ҡунаҡтарын матур йырҙары менән ҡыуандырҙы. Гөлдәр Ибраһимованың “Һыуһылыу” бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдыр­мағандыр: ҡыҙҙың, оҙон толомдарын һүтеп, ямғыр тамсылары аҫтында талғын ғына йөҙөүе беҙҙе һыу аҫты батшалығына алып төштө лә сихри матурлыҡҡа күмде.
Жюри ағзалары ла баһа биреп ке­нә ултырманы, үҙҙәре лә ярыштарҙа ҡатнашты. “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, конкурс директоры Гөлшат Ибраһимова, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, И. Дунаевский исемендәге Мәҙәни программалар фондының арт-директоры Артур Нәзиуллин, И. Харисова исе­мен­дәге “Мәрхәмәтлек” хәйриә фон­ды директоры Нәзир Хафизов, “До­мовенок” ғаилә кафелары селтәре директоры Римма Еникеева, “Лукоморье” ял паркының производство етәксеһе Дмитрий Чижидов аш-һыуға бәйле викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай итеп, ерҙә дөгө яр­ма­һының 15 меңдән ашыу сорты бар­лығын белдек.
Ниһайәт, атайҙар бешергән ризыҡ­ҡа баһа бирергә лә ваҡыт етте. Кү­ңелле музыка, бейеп торған ямғыр аҫтында әҙерләнгән ашамлыҡтар ара­һында нимә генә юҡ: ҡарағат соусына мансылған ит, ыҫланған балыҡ, йә­йен һәм һөмбаш итенән шашлыҡ, маринадланған кальмар, фаршлан­ған помидор, креветкалар... Бына ҡайҙа йыйылған икән аш-һыу оҫта­лары!
Ә шулай ҙа, бәйге булғас, еңеүсе­һен дә билдәләргә кәрәк. Өфө ҡала­һынан Бабиндар ғаиләһе тамашасы һөйөүен яулаһа, уларҙың яҡташтары – “Ут-ҡош” командаһы булараҡ сы­ғыш яһаған Никифоровтар өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бәләбәй ҡала­һынан килгән, үҙҙәрен “Күбәләктәр” тип таныштырған Кәримовтар икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Өфөләр быйыл айырыуса әүҙем булды: “Диңгеҙ юл­баҫарҙары” – үҙенсәлекле, сағыу Чер­ниговтар ғаиләһе – хаҡлы рәүеш­тә беренсе урынды алды. Ә инде Белорет яғынан килгән Ғәлиәх­мә­то­втарға етеүсе булманы – өсөнсө тапҡыр үткәрелгән конкурстың абсолют еңеү­сеһе булдылар. Афарин! Һәр ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр һәм “Техно” магазинының бүләк сертификаттары тапшырылды.
Байрамда, йырҙа йырланғанса, “зәңгәр вертолетта тылсымсы осоп килеп”, һәр кемгә туңдырма, емеш-еләк таратты. Татлы бүләккә балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыуанды. Әйткәндәй, көн дауамында теләгән һәр кеше ҡайнар сәй, былау, шашлыҡ менән һыйланды.
Ғаиләлә һаулығы буйынса мөм­кин­леге сикләнгән бала тәрбиәләү – атай-әсәй өсөн оло һынау. Әммә улар бирешмәҫкә, тормошто дауам итергә, улай ғына ла түгел, яҙмыштарына риза булып йәшәргә көс таба. Тик ҡайһы саҡта өлкәндәр, йышыраҡ ғаилә башлыҡтары, бындай ауыр­лыҡтан ҡотолорға теләп, яҡындарын ташлап китә. Күҙгә күренмәһә лә, йөрәк ярып сыҡҡан бала күңелдән китмәй – сабыйын ҡалдырғандар ғүмер буйы ғазапланып йәшәйҙер ул. Әлеге конкурс ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, бындай балалар тәрбиә­ләгән атай-әсәйгә әхлаҡи ярҙам күр­һәтеү, уларҙы үҙ-ара таныштырыу, берләштереү маҡсатында ойошторолдо. Сарала ҡатнашҡан ғаиләләр­ҙең татыулығына, батырлығына, үҙ-ара дуҫ булыуына ҡарап, башҡалар ҙа өлгө алыр тип ышанғы килә.


Автор: Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә