Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Республикала иң яҡшыһы
Республикала иң яҡшыһы
Һуңғы ваҡытта Хәйбулла районында сәләмәт тормошто пропагандалау, физик тәрбиә биреү һәм төрлө йүнәлештәге спорттың йылдам үҫеше күҙәтелә. Спорт яратыусылар өсөн һәр миҙгел матур: ҡыш рәхәтләнеп саңғыла йөрөү, сана шыуыу, конькиҙа уҙышыу, хоккей уйнау өсөн уңайлы булһа, йәйен улар футбол, волейбол, йөҙөү, еңел атлетика, йүгереү менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы: был өлкәләге ҡаҙаныштар һөҙөмтәһе буйынса район республикала дүртенсе урынға күтәрелгән.


Муниципаль район хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Ринат Килдебай улы Мортаев иһә уҙған йыл йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” номинацияһында еңеү яуланы.
— Районда спорт һөйөүселәр һаны йылдан-йыл арта, бигерәк тә мәктәптәрҙә был йүнәлештә эш яҡшы ойошторолған, – тине ул. – Бөгөн беҙҙә спорттың 25 төрө әүҙем үҫтерелә. Һәр мәктәптә спорт залы бар, төрлө секция, түңәрәктәр эшләй. Һуңғы ваҡытта хоккейға иғтибар артты, быйыл районда биш хоккей майҙансығы булдырылды. Тренерҙар һәм, уйын тәжрибәһе етешмәүгә ҡарамаҫтан, хоккейсыларыбыҙ Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондарында көстәрен һынап ҡараны, киләһе миҙгелгә дәртләнеп, сәмләнеп әҙерләнә. Быйылғыһы тотошлайы менән Сочиҙағы XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына бағышланды. Район хакимиәте һәм төрлө бағыусылар ярҙамында спортсыларыбыҙҙы республика буйынса ғына түгел, ә сит өлкә, төбәк-ара ярыштарға алып сығабыҙ. Иң мөһиме – беҙҙекеләр һәр саҡ еңеү менән ҡайта. Еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионы Наташа Данилова, Башҡортостан чемпионы Эмиль Юламанов, Илгиз Күсәков менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Шулай уҡ төбәктә урыҫ лаптаһы һәм милли көрәштең ныҡлы урын алыуын билдәләргә кәрәк. Йыл һайын Хәйбулланың бил бирмәҫ батырҙары республика бәйгеһендә абсолют чемпион титулын яулай. Танылған көрәш­селәр Ғәззәли Үтәшев, Венер Исҡужин исемендәге ярыштар даими үтеп тора.
Бигерәк тә Аҡъярҙың 1-се, Бүребайҙың 2-се, Подольск, Өфө мәктәбе спорт һөйөү­селәре төрлө ярыштарҙа гел призлы урын ала. Шулай уҡ волейбол буйынса ветерандар командаһы, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә районы командаһы менән ярышып, еңеүсе исемен яулаған. Хәйбулла спортсылары шулай уҡ күрше ырымбурҙар менән дә көс һынаша. Ғөмүмән, районда был йүнәлештә эштәр көйлө бара.


Автор: Х. ИГЕБАЕВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә