Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә?!
Үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә?!Ҡандра-Ҡотой ауылы төҙөклөгө һәм күркәмлеге менән һәр саҡ күңелде үҙенә тартып тора. Күп кеше бында бөтә уңайлыҡтары булған заманса иркен, яҡты йорттарҙа йәшәй.
Һуңғы осорҙа ауылдың көнсығыш яғында тағы бер яңы урам ҡалҡып сыҡты. Канада технологияһы буйынса һалынған матур йорттарҙың асҡысын үҙ ҡулдарына алған бер нисә ғаилә өй туйын үткәрергә лә өлгөргән.
— Беҙҙең районда хәҙер аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнә өҫтөнлөк бирелә, — тип һөйләй Ҡандра ауылы хакимиәте башлығы Айрат Сафиуллин. — Был йорттар “2012 йылғаса ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Төбәктәге ауыл хужалығы предприятиелары белгестәргә, йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ҡандра-Ҡотойҙа был мәсьәләне хәл итеүҙең үҙенсәлекле һәм отошло юлын таптылар: К. Фәрхетдинов исемендәге кооператив (районда иҡтисади яҡтан көслө хужалыҡтарҙан һанала), халыҡ менән кәңәшләшеп, йәштәргә эшлекле ярҙам ҡулы һуҙырға, дәүләт субсидияһын юллау, тәүге иғәнәне индереү кеүек мәшәҡәтле эштәрҙе үҙ иңенә алырға теләк белдерҙе. Төп подрядсы — “3-сө төҙөлөш фирмаһы” менән килешеүҙе лә үҙҙәре төҙөнө.
Белеүебеҙсә, федераль программаға ярашлы, йәш ғаиләләр торлаҡ хаҡының 30 процентын ғына түләй. Ҡалған 70 процентына дәүләт субсидияһы бирелә. Ләкин йәштәр өсөн ошо 30 процент күләмендәге башланғыс иғәнәне түләү ҙә ауырға төшә. Шул күҙлектән ҡарағанда, Ҡандра-Ҡотойҙа ауыл хужалығы предприятиеһының ошо эштә туранан-тура ҡатнашыуы тик хуплауға лайыҡ.
Әйтеп үтеүебеҙсә, яңы урамдағы каркас йорттар Канада технологияһы буйынса һалынған, сөнки ундағы тәбиғәт шарттары беҙҙекенә оҡшаш. Мастер Марат Ғимранов телгә алыуынса, вертикаль бурсалар араһына базальт минераль мамыҡ ҡуйып ҡалдырыла. Шуға каркас-панелле йорттар йылылыҡты яҡшы һаҡлай. Махсус бригада шундай коттедждың конструкцияһын бер аҙна эсендә йыя. Биҙәкләү эштәре менән бер йортто төҙөү ни бары ике ай ваҡытты ала.
Беҙ Ҡандра-Ҡотойҙа яңы өйҙәрендә тора башлаған, үҙҙәрен бәхетле тойған Гүзәлиә менән Рәхимйән Сәмикәевтәрҙең оло шатлығын уртаҡлаштыҡ. Уларҙың дүрт йыл элек был төбәккә Хәйбулла яҡтарынан күсеп килеүҙәре хаҡында мин ишеткәйнем инде.
— Рәхимйән — Һаҡмар-Наҙарғолдан, ә мин Аҡъюл ауылы ҡыҙы, — ти Гүзәлиә. — Сәстәребеҙҙе сәскә бәйләгәнгә яңыраҡ 10 йыл тулды. Ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ бала үҫә. Башта иптәшемдең тыуған яғында йәшәнек, ләкин ауылдағы эшһеҙлек теңкәгә тейҙе. Рәхимйән эш эҙләп ситкә китеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Уның бер үҙен ебәрергә теләмәнем. Бер туған апайым Фәүзиә Ҡандра ҡасабаһында йәшәй. Тормоштары матур ғына. Ул аҡыллы кәңәшен бирҙе, бында килегеҙ, икегеҙгә лә эш табылыр, тине. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юлын ҡасан да булһа табырға кәрәк ине. Ошондағы күмәк хужалыҡта баш бухгалтер булып эшләгән Лилиә Бикбулатова беҙгә шундай хәбәрен еткерҙе: социаль программа сиктәрендә ауылда йәштәр өсөн торлаҡ йорттар төҙөләсәк. Ҡандра-Ҡотойға эшкә килергә теләгегеҙ юҡмы, тине. Ул үҙе сығышы менән Аҡъярҙан. Ныҡлап уйлашҡандан һуң ризалаштыҡ. Был тормошта тәүәккәл булырға ла кәрәк икән. Хәҙер Ҡандра-Ҡотойға килеп төйәкләнеүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Рәхимйән үҙенең электрик һөнәре буйынса Ҡандралағы тимер юл станцияһына эшкә урынлашты.
Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Һаҙый улына, хужалыҡ рәйесе Лилиә Кәбир ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Миңә лә күңелемә ятышлы эш табылды.
Сәмикәевтәр 310 мең һум күләмендәге иғәнәне түләү өсөн банктан ссуда алған. Был осраҡта ла күмәк хужалыҡ яуаплылыҡты үҙ иңенә алып, кредит учреждениеһы менән килешеүҙе үҙе төҙөгән. Ә торлаҡ хаҡының 70 проценты хөкүмәт субсидияһы менән ҡапланған. Алынған кредитты иһә йәш ғаилә өс йыл эсендә түләп бөтөрөргә йыйына.
— Беҙ биләгән 73 квадрат метр майҙанлы йорттоң хаҡы 1 миллион һум тирәһе, — ти Рәхимйән. — Тураһын әйткәндә, үҙ торлағыңды булдырыу өсөн бынан да яҡшыраҡ шарттарҙы табып булмайҙыр. Төҙөүселәр беҙҙең йорттарҙы ике ай эсендә күтәрҙе. Башта ышанмай ҙа торҙоҡ. Бында февраль айында күсендек. Өйҙә шул тиклем йылы, хатта ҡышын йыш ҡына тәҙрәләрҙе асып ҡуйҙыҡ. “Зәңгәр яғыулыҡ”ты алдағы йыл үткәрергә тейештәр. Ә ҡоҙоҡто ихата эсендә үҙебеҙ ҡаҙҙыҡ. Иркен йортобоҙҙа хәҙер эҫе һыуы ла, йыуынырға ванна бүлмәһе лә бар. Был заманда үҙ хужалығың менән йәшәүгә ни етә?! Ҡыҙҙарыбыҙ ҡул араһына инеп килә. Фәтихә быйыл икенсе класта уҡып йөрөй. Зарифа алдағы көҙ әлифба китабын ҡулына аласаҡ. Ҡандра-Ҡотой мәктәбендә башҡорт балалары кинәнеп туған телен өйрәнә. Бәрәкәтле Туймазы ерендә үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, тип әйтергә була.
Гүзәлиәнең бер туған ҡустыһы Фәнис тә ғаиләһе менән Ҡандрала йәшәй. Ике туған апаһы ла күптән бында төйәкләнеп, күмәк хужалыҡта эшләй. Өфөлә йәшәгән һеңлеләрем йыш килеп йөрөй. Беҙҙең яңы иркен йортҡа күсенеүебеҙгә барыһы ла шатлана. Бына быйыл мунсаның эшен бөтөрәһе ине. Йәй ихатабыҙҙа ҡаҙ, өйрәк, бройлер себештәре үҫтерҙек. Хәҙер инде аҙбарҙы ҙурайтып, киләсәктә мал үрсетеү, ғөмүмән, шәхси хужалыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеү хаҡында яҡты пландар ҡорабыҙ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә