Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡырымға ҡырсыныу урынһыҙ
Уҙған аҙнала илебеҙ башлығы Владимир Путин Сочиҙа Финляндия президенты Саули Ниинисте менән осрашыу уҙғарҙы. Берлин ҡалаһында үткән Рәсәй, Германия, Украина, Франция сит ил эштәре министрҙарының осрашыуы ла иғтибар үҙәгендә булды.



Финдар Рәсәйһеҙ
үҫешә алмай


Финляндия менән Рәсәйҙе күптәнге сауҙа-иҡтисад бәйләнештәре бәйләй. Былтыр ике ил араһындағы тауар әйләнеше 15 миллиард долларҙан ашып китте. Был – ифрат юғары күрһәткес. Сағыштырып ҡарағанда, Финлян­дияның Швеция, Германия менән тауар әйләнештәре 11, 10 миллиард долларҙан ашыуҙы тәшкил итә. АҠШ, Ҡытай кеүек илдәр араһындағы күрһәткес унан да кәмерәк. Шуға ла Финляндия өсөн Рәсәй кеүек ҡеүәтле партнерҙы юғалтыу – ил иҡтисадын упҡынға этәреүгә бәрәбәр.
Билдәле булыуынса, Европа союзы һәм АҠШ санкцияларына яуап итеп, Рәсәй етәкселеге 7 августан ЕС илдәре, АҠШ, Канада, Австралиянан аҙыҡ-түлек индереүҙе ваҡытлыса туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ә Финляндия үҙендә етештерелгән барлыҡ һөт ризыҡтарының 49 процентын беҙгә һата ине. Бындай аҙыҡ тиҙ боҙолоусан, уларҙы оҙаҡ һаҡлап булмай. Шуға ла Финляндия фермерҙарының борсолоуы урынлы. Тик әлегә бер ни ҙә ҡылып булмай. Барыһына ла Украиналағы һуғыш сәбәпсе. Ошо йәһәттән Финляндия президенты Саули Ниинисте Украина менән Рәсәйҙе яраштырыуҙа аралашсы ролен үтәргә йыйына ла инде. Ул илебеҙҙең һуғыш барған ергә гуманитар ярҙам оҙатыуын хуплауын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта Украинаға хәрби булышлыҡ күр­һәтелергә тейеш түгеллеген дә билдәләне. Санкциялар иғлан ителгәндән һуң ике ил араһындағы тауар әйләнеше һигеҙ процентҡа кәмегән. Һуғыш дауам итә ҡалһа, ул тағы ла аҙаясаҡ. Һөҙөмтәлә берлектәге байтаҡ проекттың бойомға ашмай ҡалыуы ихтимал. “Был – ҙур һәләкәт”, – тине Саули Ниинисте.
Финляндия президенты менән осрашыу барышында Владимир Путин Рәсәйҙең “санкциялар һуғышы” алып барыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдерҙе. Әле илебеҙҙән Украинаға тәүге гуманитар ылау ебәрелде лә инде. Был йөктө халыҡ-ара “Ҡыҙыл тәре” йәмғиәте белгестәре оҙатып бара. Ярҙам ике илдең бер-береһенә ҡарата ышанысын арттырасаҡ, ти аналитиктар. Тик әлегә Луганск һәм Донбасс өлкәләрендә ҡыҙыу һуғыш бара, һәм Киев үҙ халҡын ҡырыуҙы, бомбаға тотоуҙы туҡтатырға йыйынмай.

Министрҙар ғына
хәл итмәҫ

Тап ошо мәсьәлә Рәсәй, Германия, Франция, Украина сит ил эштәре министрҙарының Берлин ҡалаһында үткән осрашыуында тикшерелде. Сергей Лавров, Франк-Вальтер Штайнмайер, Лоран Фабиус һәм Павел Климинкиндың һөйләшеүе барышында Украинала тыныслыҡ урынлаштырыу, ярҙам ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, тәү сиратта көс ҡулланыуҙы туҡтатыу, гуманитар булышлыҡ мәсьәләһен хәл итеү, конституция рефор­маһын башлау талап ителә. Һуңғыһы барлыҡ Украина халҡының мәнфәғәттәрен үҙ эсенә алырға тейеш. Шул саҡта ғына илдә тыныслыҡ урынлаштырып буласаҡ.
Министрҙар ҡатнашлығындағы бындай осрашыу тәүгеһе түгел: 17 апрелдә Женева ҡалаһында, 2 июлдә Берлинда ошо темаға һөйләшеү булғайны. Тик һаман да алға китеш күҙәтелмәй. Унан килеп, Украинаның сит ил эштәре министры Павел Климинкин үҙе лә “тәгәрмәскә таяҡ тыға” булһа кәрәк. Шулай булмаһа, Интернеттағы блогында Луганск һәм Донбасс өлкәләрендәге һуғышты дауам иттереү өсөн ЕС илдәре менән АҠШ-тан хәрби ярҙам һорамаҫ ине. Хәл-ваҡиғаны тәү сиратта сәйәси юл аша көйләргә тейешле кешенең бындай аҙымы бөтөнләй аптырашта ҡалдыра. Сит ил эштәре министры көслө дипломат булырға тейеш тә. Ә ул киреһенсә эш алып бара. Күрәһең, Петр Порошенконың күрһәтмәһе шундайҙыр, тип аңларға кәрәк. Украина башлығы Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын һаман да кисерә алмай һәм үс алмаҡсы итә.
Үткән аҙнала Ҡырымда Рәсәй Президенты Владимир Путин, Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев, Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин, депутаттар, Федерация Советы ағзалары республиканы артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Был эш өсөн 2020 йылға тиклем 700 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Шуға ла Петр Поро­шенконың Ҡырымды ҡайтарып алырға ҡырсыныуы урынһыҙ. Уға башта үҙ ерендә ныҡлы тәртип урынлаштыраһы бар әле. Ана бит, “Уң көстәр” лидеры, милләтсе Дмитрий Ярош илдең эске эштәр министры Аваковҡа ультиматум ҡуя. Йәнәһе лә, уның яҡлыларҙы эҙәрлекләүҙән, ҡулға алыуҙан туҡтамаһалар, Киевҡа ҡораллы поход ойоштороласаҡ. Дмитрий Яроштан шөрләйҙәр булһа кәрәк: бер нисә кешеһен азат иткәндәр. Был инде Петр Порошенконың һәм уның ҡул аҫтында эшләгән министрҙарҙың көсһөҙлөгөн күрһәтә. Ғөмүмән, Украиналағы сәйәси көрсөктөң, граждандар һуғышының әлегә осо-ҡырыйы күренмәй.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә