Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ мәнфәғәтендә
“Ер аҫты тураһындағы Башҡорт­остан Республикаһы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законы ошо Кодекстың айырым положениеларын федераль ҡану­ниәт­тәге үҙгәрештәр менән яраштырыуға йүнәлтелә.

Федераль закондарға тау эштәрен үҫтереү пландарын һәм һыҙмаларын әҙерләү, төҙөү, ҡарау һәм яраштырыу тәртибен, шулай уҡ ер аҫтын фай­ҙаланыу хоҡуғы туҡтатылған осраҡта түләүҙе кире ҡайтарыу шарттарын, Рәсәй төбәктәрендә тау эштәре алып барылған биләмә сиктәрен асыҡлаған документтарҙы тултырыу вәкәләте бирелгән башҡарма власть органдарын билдәләгән яңылыҡтар индерелде. Ошоға бәйле республика ҡануниәтендә лә байтаҡ үҙгәрештәр күҙәтелә.

l “Башҡортостан Республикаһы тер­­­риторияһында пассажирҙар автомобиль транспортында халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы республика Законының 6-сы һәм 13-сө статьяларына үҙгәреш индерелде.
Был яңылыҡ халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендәге республика башҡарма власть органы вәкә­ләттәре һәм социаль ярҙам саралары тормошҡа ашырылған пассажирҙар транспортындағы муниципаль-ара мар­шруттар буйынса даими ташыуҙың нигеҙҙәрен билдәләүҙе күҙ уңында тота.

l “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Законына индерелгән үҙгәрештәр уның айырым положениеларын федераль ҡануниәт­тәге яңылыҡтар менән яраштырыуға бәйле.
“Дәүләт һәм муниципаль ихтыяж­дар­ҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендәге контракт системаһы тураһында”ғы 44-се Федераль законға ярашлы, республика законындағы Башҡортостанды территориаль планлаштырыу схемаһын әҙерләү тәртибен билдәләгән 5-се статьяға һәм башҡарма власть органдары ҡарары нигеҙендә территорияларҙы планлаштырыу документтарын әҙерләү тәртибенә асыҡлыҡ биргән 18-се статьяға үҙгәреш индерелә.

l “Ерҙәрҙе мелиорациялау тура­һын­­да”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 23-сө статьяһы мелиорация системаларының һәм айырым урын­лашҡан гидротехник ҡоролмаларҙың проект документацияһына дәүләт йәки дәүләткә ҡарамаған экспертиза үткәреү мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан Рәсәй Ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы хәлгә килтерелә. “Хужалыҡ-ара мелиорация системалары” тигән термин Закондың төп төшөнсәләренән алына. Бюджет ҡа­нуниәтендәге үҙгәрештәргә ярашлы, “Башҡортостан Республикаһының дәү­ләт программалары” тигән термин индерелә.

l “Башҡортостан Республикаһында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү тураһын­да”ғы республика Законындағы яңы­лыҡ­тар Рәсәй Федерацияһының Һыу кодексына һыу объекттарын файҙа­ланыу һәм һаҡлау өлкәһендәге мөнәсә­бәттәрҙе хоҡуҡи көйләүҙе ка­­мил­­лаш­ты- рыу йәһәтенән үҙгәрештәр индереүгә бәйле.
Атап әйткәндә, Рәсәй субъекттарын­дағы власть органдарының ошо өлкә­ләге төбәк дәүләт күҙәтеүен тормошҡа ашырған вазифалы кешеләр исемлеген билдәләү вәкәләте ғәмәлдән сығарыла. Ошоға бәйле республика Законындағы Башҡортостандың һыу мөнәсәбәттәре өлкәһендәге дәүләт власы орган­дары­ның вәкәләттәрен асыҡлаған 2-се статья­ға һәм һыу объекттарын файҙа­ланыу һәм һаҡлау өлкәһендәге дәүләт күҙәтеүе мәсьәләләрен көйләгән 9-сы статьяға үҙгәреш индерелә.

l “Башҡортостан Республикаһында һунарсылыҡ һәм һунар ресурстарын һаҡлау тураһында”ғы Закондың 8-се статьяһына үҙгәреш индерелде. Ул дө­йөм һунарсылыҡ ерҙәрендә һунар иткән кешеләр араһында аусылыҡҡа рөхсәт ҡағыҙҙарын бүлеү тәртибен билдәләй.

l Айырым положениеларын камиллаштырыу маҡсатында “Башҡортостан Республикаһында халыҡтың мәш­ғүллегенә булышлыҡ итеү тура­һында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индерелде.
Законда граждандарҙың айырым категорияларына һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса дәүләт власы органдарының вәкәләттәре асыҡ­лана. Документ власть органда­рының күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән эшһеҙ ата-әсәләргә хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу хоҡуғын үҙ эсенә алған норма менән тулыландырыла.

l “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тура­һында”ғы республика Законына инде­релгән үҙгәрештәр федераль ҡа­ну­ниәт­тәге яңылыҡтарға бәйле.
Атап әйткәндә, инвалидтарға белем биреү хаҡындағы нормалар яңы редакцияла бирелә, уҡытыу эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған ойошмаларҙа һәм өйҙә инвалид балаларҙы төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡытыу тураһындағы, шулай уҡ инва­лидтарҙы эшкә алыу өсөн квоталарҙы асыҡлаған положениелар индерелә.

(Закондарҙы ентекле өйрәнергә теләгәндәр гәзиттең сайтына мөрәжәғәт итә ала).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә