Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт балаһы ине
Тәбиғәт балаһы ине
Кеше ғүмере – күҙ асып йомғансы үткән бер мәл, атылған йондоҙ кеүек кенә. Ләкин балҡышы сикһеҙ ғаләмдәге ҡараңғылыҡта, билдәһеҙлектә юғалмаған, кешеләр күңелендә илаһи нур булып ҡалған йондоҙҙар бар. Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл улдарының береһе, ҡыҫҡа, әммә ифрат йөкмәткеле ғүмерен ғәҙеллектең тантана итеүенә арнаған остазыбыз Ратмир Вәкил улы Аҙнабаевтың яҙмыш балҡышы йөҙҙәрсә йөрәкте яҡтыртҡан йондоҙҙо хәтерләтә.


Бәләкәйҙән һәр ҡайҙа беренсе була ул: ауыл малайҙары менән кемуҙарҙан йүгерешкәндә лә, уҡыуҙа ла. Мәктәпте уңышлы тамамлаған егет Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында белем алғанда һоҡлан­ғыс һөҙөмтәләр күрһәтә. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән башҡорт егете шунда уҡ студенттар араһында ла, уҡытыусыларҙа ла ҙур ихтирам ҡаҙана. Яҡшы өлгәшеү менән генә сикләнмәйенсә, иптәштәрен дә ҡайғыр­тып, уларҙың мәнфәғәтен хәстәрләгән Аҙнабаевты йылдың-йылы курс ста­ростаһы итеп һайлайҙар. Хоҙай Тәғәлә тарафынан зиһен киңлеге, ҡыйыулыҡ, миһырбанлы аҡыл, тел асҡысы бирел­гән егеттең йәшләй башҡаларҙы әйҙәү ҡөҙрәтенә эйә булыуына һис аптырарға түгел.
1978 йылда уҡыуын тамамлап, ҡу­лына диплом алған йәш белгес Иглин районы прокуратураһында тәфтишсе булып эш башлай. Тиҙҙән шул уҡ районда халыҡ судьяһы, унан халыҡ суды рәйесе итеп һайлана. Хаҡлыҡты бар нәмәнән өҫтөн ҡуйып, тәрән белемен ғәмәлдә уңышлы файҙаланған, аҡыл­лы етәксе булараҡ танылған Ратмир Вәкил улын бейегерәк үрҙәр көтөүе лә тәбиғи: 1985 йылдан эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы вазифаһында дауам итә. Ә 2001 йылдан республика Юғары суды рәйесенең урынбаҫары итеп тәғәйенләнә – енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһын етәкләй. Юғары квалификациялы судья Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы исемдәренә лайыҡ була. Хеҙмәт юлын­дағы мөһим осорҙарҙы ошолай һаран һанап сығыу ғына был күп яҡлы шәхестең ҡабатланмаҫ булмышын бер нисек тә асмай, әлбиттә.
Иҫән сағында уҡ легендаға әйләнгән Ратмир Вәкил улы ниндәй булып хәте­ре­беҙҙә ҡалған икән? Күңеле юғары булған кеүек, ул күрер күҙгә лә бик күркәм ине. Мыҡты буйлы, көмөшһыу сәсле, асыҡ, үткер ҡарашлы, аҡ йө­ҙөндәге һәр һыҙаты тулы ышаныс уята торғайны – хеҙмәттәштәрендә генә түгел, хөкөм эскәмйәһендә ултырыу­сыла ла, дәғүәселә лә, ғөмүмән, уның менән осрашҡан һәр кемдә. Халыҡ араһында, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә, власть әһелдәрендә уның берҙәй оло абруй ҡаҙаныуының сере нимәлә? Остазыбыҙ шәхесенең тәрәнлегендә, тиер инек беҙ. Был уның ғәйәт киң фекерләүендә, ғәжәйеп шәфҡәтлелек менән һуғарылған рух ныҡлығында, һәр ғәмәлен, ҡарарын йөрәге аша үт­кәреүендә сағыла торғай­ны. Яҙыҡ һуҡ­маҡҡа төшкән кешенең күңеленә инеп, шуға килтергән сәбәп­тәрҙе аңларға тырышыр, уның яҙмы­шын ил яҙмышы, заман, йәмғиәттең шул дәүерҙәге тормошо менән бәйләп ҡарар ине. Мәҫә­лән, ферманан ике тоҡ фураж сәл­дергәндә тотолоп, дәүләт милкен урлауҙа ғәйепләнгән малсы, ҡура­һын­да ас малы баҡырып тормаһа, яртышар йыл аҡсаһыҙ эшләмәһә, бурлыҡ юлына баҫыр инеме, юҡмы? Үҫтергән малының ите менән һөтөнән башҡа табышы булмаған биш балалы атай ни кимәлдә ғәйепле, тип фекер йөрөтөр ине.
Шул уҡ ваҡытта Аҙнабаев аңлы рәүештә кеше йәнен ҡыйғандарға һәм күрәләтә мутлыҡ ҡылып, халыҡтың хәләл аҡсаһын үҙләштергәндәргә ҡаты булды. Белә тороп, имандарын онотоп, енәйәт ҡылғандарҙы аңлау ҙа, аҡлау ҙа мөмкин түгел тип һананы. “Аҙнабаев былай тиер ине”, “Аҙнабаев өйрәткән­сә” – байтаҡ судьяларҙың йылдар уҙғас та остаздарының тәжрибәһенә таяныуы, ғәҙеллеккә кешеләр күңелендәге ышанысты аҡлауҙы тәғлимәт итеүе күп нәмә хаҡында һөйләй.
Башҡортостан Республикаһы Юға­ры суды рәйесе урынбаҫары Рафат Юлдашевтың күңелендә лә уның ха­ҡында иң яҡты хәтирәләр һаҡлана.
– Республикабыҙҙа суд системаһы­ның үҫеүендә, камиллашыуында Аҙ­набаев индергән өлөш баһалап бөт­көһөҙ. Ратмир Вәкил улы барыбыҙ өсөн дә иң юғары кимәлдәге профессионализм, выжданлылыҡ, эске әҙәп өлгөһө ине, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Рафат Хәбир улы. – Кадрҙар әҙерләүҙе үҙенең мөһим бурысы һанап, иртәгәһе көндө ҡайғыртты. Бөгөнгөләй хәте­ремдә: семинарҙарҙа, йыйылыштарҙа ҡағыҙға бер ҡарамайынса, ябай, аныҡ итеп ҡатмарлы нәмәләр хаҡында бәйән итә торғайны. Ялҡынлы һүҙ оҫтаһы ине ул – арбарлыҡ, йөрәктә ҡалырлыҡ һөйләй белде. Был ҙур шәхестең ябайлығына әлегәсә таң ҡалам. Етәкселек итеү, йүнәлеш биреү менән генә сикләнмәне, йырып сыға алмаҫтай тойолған ауыр эштәргә үҙе тотона торғайны. Ул ҡолас йәйеп ифрат күп эшләне, иртүк килде, барыһынан һуң ҡайтып китте. Иртәләрен хеҙмәт машинаһына ултырмайынса, йәйәүләп йөрөнө.
Күңелемдә уйылып ҡалған бер хә­тирә. Салауат районында судья булып эшләп йөрөгән сағым. Өфөгә бер көн таңдан килеп еткәнмен. Юғары суд бинаһы асылыуға байтаҡ ваҡыт бар, ҡарауылсы үтергә рөхсәт итмәй. Шул ваҡыт Ратмир Вәкил улы килеп инде лә, бик яҡын кешеһеләй күреп, йылы итеп ҡуш ҡуллап күрешеп, үҙенә алып инеп китте. Ихласлап хәл һорашып, сәй тәҡдим итте. Ә мин уның менән шул мәлдә ныҡлап таныш та түгел инем! Аҙнабаевтың кешелеклелегенә ҡат-ҡат һоҡланған бер мин генә булмаған­мындыр. Үтә лә яуаплы, ауыр бурысты башҡарған һөнәр эйәләренең көсөн көнкүреш алырға тейеш түгел тип, ул ҡул аҫтында эшләгән бик күптәрҙең донъяуи мәсьәләләрен көйләргә ярҙам итә торғайны...
Талантлы кеше бар яҡлап талантлы булалыр – ул йөрәк түренән сыҡҡан моңло тауышы менән йыр һуҙғанда донъябыҙҙы онотоп тыңланыҡ. Мауы­ғыуҙары ла үҙенсәлекле ине уның – мәҫәлән, һыу аҫты һунары менән ул заманда бик һирәктәр шөғөлләнә ине.
Ауыл зыялылары – уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәһе Ратмир Вәкил улын тәбиғәт балаһы итеп тәрбиәләгән: ул, тиҫтәләрсә йылдар ҡалала йәшәһә лә, асылда ер кешеһе булып ҡалды, ауылға тартылды. Туған телен, тарих­ты сикһеҙ яратты, ҡәҙерләне. Энциклопедик белемен хеҙмәтендә тос ҡул­лана белде. Кәрәк саҡта ултырыш­тарҙы башҡортса алып барыуы халыҡ­санлығынан ине.
Ғәҙеллек, яҡтылыҡ һаҡсыһы булма­һа, ул, моғайын, мәшһүр дипломат йә илсе вазифаһын һайлар ине. Бик ҡатмарлы, баш етмәҫлек, йыш ҡына хәл иткес ваҡиғаларҙы көйләү, кеше мөнәсәбәттәрен яйлау буйынса Аҙна­баевҡа тиңдәр бар инеме икән? Ғүмер буйы ҡараңғылыҡта йөрөгән кешеләрҙә лә нур күргәнгәме, дошмандары булманы. Туралығы, ҡыйыулығы өсөн өнә­мәгәндәр ҙә уны ихтирам итте. Ми­һырбанлы, киң күңеле оло хыянат­ты ла кисерә белде. Үҙе иһә ғүмер буйы асылына, һөнәренә, яҡындарына, дуҫтарына, йәшлегендә бер һайлаған йәренә тоғро ҡалды.
...Остазыбыҙҙың ҡыҫҡа ғүмерле булыуы йөрәкте өтә – хаҡлы ялға сыҡ­ҡандан һуң ике йылдан ул беҙҙең менән мәңгелеккә хушлашты. Тандыр йылыһы йәнде наҙлар августа уға 67 йәш тулған булыр ине. Үҙ яҙмышы, эше, тотошо миҫалында һөнәри үҫе­ше­беҙгә, иң яҡшы сифаттарыбыҙҙы асыуға булышлыҡ иткән, изгелекте яман­лыҡтан фиҙакәр яҡларға өйрәткән уҡытыусыбыҙ әле лә беҙҙең арала – уның менән эшләүҙе бәхет һанап һағыныусылар янында кеүек. Кеше хаҡында хәтер һүнмәй һаҡлана икән, тимәк, уның рухы, яҡтылыҡ һирпеп, күңелдәрҙә йәшәй.

Бер төркөм хеҙмәттәше.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873