Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер тырыштарҙы ярата
Ер тырыштарҙы ярата
Әллә нисек быйылғы йәй: йә туҡтамай ямғыр яуа, йә ҡапыл аяҙытып ебәреп, ҡояш ҡыҙҙыра, һыуытып та ала. Шуға күрә Әбйәлил игенселәре һәр матур көндөң минутын да сарыф итмәй баҫыуҙа тир түгә.

Уҙған йылдың ғәрәсәтен хәтерләп, бөгөнгөгә шөкөр итеп эшләгән баҫыу эшсәндәренең күңеле көр. Бесән дә уңған, арыш та етерлек, бойҙайы ла баш ҡалҡыта. Тик бер аҙна-ун көн самаһы һауа торошо ғына аяҙ торһон.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов әйтеүенсә, төбәктә мал аҙы­ғы әҙерләү һәм ужым арышын сабыу эше бөгөн ҡыҙыу бара. Бөтәһе 4 мең 500 гектарҙа арыш сәселгән, шуның 500 гектары насар ҡышлаған. Әммә ул баҫыуҙа ятып ҡалмаясаҡ, хужа­лыҡтарҙа сенаж һәм бесән булараҡ файҙаланыласаҡ. Ҡалған майҙанда уңыш юғары.
– Белеүегеҙсә, үткән йылдағы йәйге ташҡын арҡаһында күпселек хужалыҡ­тар орлоҡһоҙ ҡалды. Республика Хө­кү­мәте субсидия бүлде, шул аҡсаға Стәр­летамаҡ, Илеш, Дәүләкән, Көйөргәҙе райондарынан яҡшы сортлы орлоҡ һатып алдыҡ, – тип һөйләне Ғәлим Наил улы. – Шуныһы ҡыуаныслы: яңы орлоҡ беҙҙең ерҙе үҙ итте. Юғары уңышҡа өмөт итәбеҙ. Әйткәндәй, иртә сәскән иген культураларының күрһәт­кесе яҡшы. Тик, йылылыҡ етмәү сәбәп­ле, кукуруз уңышы ғына хөртөрәк. Уны сенаж технологияһы буйынса силосҡа һаласаҡбыҙ. Көндәр аяҙ тороп, тиҙ арала ужым арышын йыйып алһаҡ, күп йыллыҡ үләндәрҙе икенсе тапҡыр сабыуға төшәбеҙ. Бөгөн 16 мең тонна бесән, 32 мең тонна сенаж әҙерләнгән, был – бер баш малға 14,4 центнер тигән һүҙ. План буйынса һәр шартлы малға 21 центнер аҙыҡ берә­меге әҙерләү бурысы ҡуйылған. Уны үтәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Кусимов исемендәге ауыл хужалығы кооперативында мал аҙығы әҙерләү тамамланыуға табан бара. Хужалыҡ етәксеһе Әхәт Мортазиндың һүҙҙә­ренсә, бесәндең муллығы күп йыллыҡ үлән, айырыуса люцерна сәсеүгә етди иғтибар биреүҙән тора. Шулай уҡ кәзә үләне, йылҡы борсағы уңышы ла насарҙан түгел. Етәксе бесән әҙерләүҙә әүҙем эшләгән механизаторҙар Радик Билалов, Фуат Хәйбуллин, Рәүеф Ти­мерйәнов, Наил Хәйбуллин, Мансур Мөхәмәтов һәм Әсғәт Әхмәтовтарҙың тырыш хеҙмәтен билдәләне.
Кооператив районда тик малсылыҡ буйынса ғына табыш алған хужалыҡ булараҡ иҫәпләнә, бөтә килеме – һөт һатыуҙан. Йәмғеһе 700 баштан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә.
Ғөмүмән, ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл әле. Әммә, арыштың хаҡы түбән булыуы, игенгә әлегә тиклем хаҡтың артмауы ла борсоуға һала. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ күҙәтелә, эш хаҡы түләү буйынса ла проблемалар юҡ түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, ерҙе яратҡан ауыл кешеһе күңелен һалып эшләй.




Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә