Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк!
Урыҫ дәүләтенә ҡушылған саҡта башҡорттар батша Иван Грозныйға Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа ҡатнашырға һүҙ бирә. Башҡорт бейҙәре вәғәҙәләрендә тора. Мәҫәлән, Рәсәй 25 йыл буйы Ливон Ордены, Литва, Польша һәм Швеция менән һуғышҡан — был хәрби кампанияларҙа халҡыбыҙҙың ғәййәр улдары ла йән аямай ҡатнашҡан. Шулай уҡ 1612 йылда Мәскәүҙе поляк-литва баҫҡынсыларынан азат итеүҙә, Ҡырым һәм Азов походтарында, Петр I заманындағы Төньяҡ һуғышында ла башҡорт яугирҙәре ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Үкенескә ҡаршы, Рәсәй тарихында был турала яҙылмай.
Уҡ, һөңгө менән генә ҡоралланһа ла, ҡыйыу булған Урал бөркөттәре. Шундай меңәрләгән батырҙарҙың береһе — Алдар Иҫәнгилде. Азов күле янындағы 1696 йылғы һуғыш ике баһадирҙың алышы менән башланған. Майҙанға урыҫтар үҙ яғынан Алдар батырҙы сығарған, ә төрөктәрҙән черкес батыры сыҡҡан. Оҙаҡ дауам иткән көсөргәнешле көрәш башҡорт яугиренең еңеүе менән тамамланған.
Һанай китһәң, батырҙарыбыҙ тураһында бер нисә том китап яҙырға булыр ине. Граждандар һуғышын ғына алайыҡ. Муса Мортазин, Зәки Вәлиди, Шәһит Хоҙайбирҙин... Шуныһы күңелде өйкәй: ҡаһарман шәхестәребеҙ тураһында бер документаль фильм юҡ тип әйтерлек. Бөйөк Ватан һуғышы геройы Александр Матросовтың башҡорт егете Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов булыуын һаман инҡар итәләр. Берлинда Рейхстаг бинаһына ҡыҙыл байраҡ элеүсе Заһитов тураһында аныҡлыҡ юҡ. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығына күҙ йомоп ҡараусылар булыуы арҡаһында уға Герой исеме бирелмәгән. Ҡылыс тотоп танкка ҡаршы барыу айыуға күҫәк менән тороуға бәрәбәр. Шуға ҡарамаҫтан, генерал Шайморатов етәкселегендә ҡыйыу башҡорт егеттәре баштан-аяҡ ҡоралланған дошман алдында ҡойолоп төшмәй, батырҙарса һуғыша, үтә ауыр шарттарҙа ла ҡуйылған бурысын үтәй.
Аҙау урта мәктәбендә районда тәүгеләрҙән булып музей ойошторғайным. Шунда ҡаһарман Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған материалдар ҙа тупланды. Дивизияла ауылыбыҙҙан Абдрахман Баһауетдинов, Ғарифулла Фәтҡуллин, Мәхмүт Хисамов, Һаҙый Шиһабетдинов, Шәрифулла Ялалов хеҙмәт иткән. Һаҙый һәм Шәрифулла ағайҙар яу ҡырында һәләк була. Ҡалғандары һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, өйләнеп, балалар үҫтереп, көнө-төнө эшләп, ғүмер баҫҡысын намыҫ менән үтте.
Яугирҙәрҙең һөйләүҙәренә ҡарағанда, улар һуғышҡа әҙерлекте, күнекмәләрҙе Алкин ҡасабаһында үткән. Аслы-туҡлы йәшәгәндәр, яҡын-тирәләге ауылдарҙан туғандары ашарға килтергән.
Хәрби күнекмәләрҙә ағас макеттар файҙаланылған. Ысын һуғыш ҡоралдарын фронт һыҙығына еткәс кенә биргәндәр. Әлбиттә, оҫталыҡ, тәжрибә етешмәүе һуғыштың тәүге осоронда уҡ үҙен һиҙҙергән, әммә башҡорт атлылары ҡаушап ҡалмаған. Ғәскәрҙе әхлаҡи яҡтан тарҡатыр өсөн немецтар төрлө агитация ҡағыҙҙары таратҡан, ләкин Башҡортостан улдары Тыуған иленә хыянат итмәгән. Дошман аңламаһын өсөн күп осраҡта егеттәр үҙ-ара башҡортса һөйләшкән.
Былар менән мин ни әйтергә теләйем? Ниндәй генә һуғышты алмайыҡ, Рәсәй яғы башҡорт яугирҙәренең батырлығын баһалап етмәгән. Ҡасан да булһа ғәҙеллек тантана итерме? Был турала уйланырға урын бар. Үҙебеҙгә лә ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк.
Фанияз Садиҡов.
Архангел районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә