Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дәүләтҡолдоң дәү улы
Дәүләтҡолдоң дәү улы
“Булат Рафиҡов – бәхетле яҙмышлы әҙип. Ул халыҡ байлығын, йәғни милләтебеҙҙең күп дәүер элегерәк үткәнен, кире ҡайтарыу менән мәшғүл. Тәү ҡарамаҡҡа яҙыусының күңелендә һәм йөрәгендә гел генә оран тауыштары яңғырап, ата-бабаларыбыҙ төйәкләгән Уралда ҡылыс-һөңгөләр сыңлап, уҡтар һыҙғырып, ат тояҡтары тупылдап, күк түбәләрҙә бөркөт саңҡыған бер тәңгәлдә ҡурай иңрәүенә ҡушылған ҡыҙҙар сеңләүе алҡымдан алып тора төҫлө. Хәйер, әҙип шулар менән йәшәй шикелле. Булат Рафиҡовтың тарихи романдарын уҡып, бик күп килер быуын кешеләре фәһем һәм тәрбиә аласаҡ әле”, – тип яҙған ҡәләмдәше хаҡында Динис Бүләков. Эйе, йылдар үтеү менән Булат Рафиҡовтың ижад емештәре әһәмиәтен юғалтмай. Халҡыбыҙ йылъяҙмаһының яңы биттәрен асҡан “Ҡараһаҡал”, “Көнгәк”, “Ахырызаман көткәндә”, “Сал ҡылған”, “Эйәрләнгән ат” кеүек романдары, бихисап повесть һәм хикәйәләре уҡыусылар күңелен арбауҙы дауам итә.

Дәүләтҡолдоң дәү улыБилдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рә­сәй­ҙең “Халыҡтар дуҫлығы” ордены ка­­ва­леры Булат Рафиҡовтың тыуыуына яңы­раҡ 80 йыл тулды. Ошо уңайҙан әҙиптең тыуған төйәгендә – Мәләүез ра­йонында – бик матур саралар ойошторолдо.
Әйткәндәй, арҙаҡлы ижадсының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән тыуған яғында байтаҡ эш башҡарылған. Мәләүез ҡалаһында, Дәүләтҡол ауылында Булат Рафиҡов исемендәге урам бар. Районда 2000 йылда уның исемендәге әҙәби премия булдырылған. Корнеевка ауылы мәк­тәбе лә оло ғорурлыҡ менән яҙыусының исемен йөрөтә. Ошо уҡ белем усағы алдында Булат Заһри улының бюсы ҡу­йылған.
Оло шәхестең яҡты иҫтәлегенә арнал­ған саралар Корнеевка ауылында баш­лан­ды. Мәләүез районы хакимиәте баш­­лы­ғы урынбаҫары Геннадий Шлычков менән әҙиптең ҡыҙы Гөлназ Данилова бюсҡа сәскә һалғас, ҡунаҡтар 230 йыл­лыҡ тарихы булған Дәүләтҡол ауылына юлланды. Унда Булат Рафиҡов хөрмә­тенә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байра­мы ойошторолдо.
Дәүләтҡолдоң дәү улыЯҙыусының исемен мәңгеләштереү эшен мәләүездәр бөгөн дә дауам итә. Был көндә Дәүләтҡол ауылында Булат Рафиҡовтың тыуған йортонда иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Әле ул өйҙә әҙиптең бер туған ҡустыһы Риф Рафиҡов йәшәй. Ул ғүмере буйына ауыл хужалығында эшләп, ағаһының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ кил­тер­­мәгән, тырыш хеҙмәтенә күрә III дә­рә­жә Хеҙмәт Даны ордены, “Унынсы биш­­йыл­лыҡ ударнигы”, “Сиҙәм ерҙәрҙе кү­тәр­гән өсөн” миҙалдары менән бү­ләк­ләнгән. Бө­тә нәмә ғаиләләге тәрбиәнән килә, ти­ҙәр. Яҙыусының атаһы Заһретдин Ра­фиҡов – зыялылар нәҫеленән, Дәү­ләтҡол ауылы­ның беренсе уҡытыусыһы.
Дәүләтҡол – боронғо башҡорт ауылда­рының береһе. Тарихи мәғлү­мәттәр буйынса, уға 1783 – 1795 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Төбәк Юрматы улусы йөҙбашы Дәүләтҡол Этеймәҫовтың исемен йөрөт­кән. Был турала 1783 йылдағы документ­тарҙа телгә алына.
Бәләкәй генә булһа ла, Дәүләтҡолда әллә күпме арҙаҡлы шәхес тыуған. 1812 йылғы Беренсе Ватан һуғышы барышын­да 1-се башҡорт полкында хеҙмәт иткән Ишбулды Йыһангиров исемле яугирҙең Парижға барып етеүе, ике миҙал менән бүләкләнеүе билдәле. Яҙыусылар Булат һәм Зәйни Рафиҡовтар, ғүмере йәшләй өҙөлгән шағир Ғайса Йосопов менән дә ауылдаштары хаҡлы ғорурлана.
Ялан батырҙары булараҡ танылып, күк­рәге орден-миҙалдар менән тулған Ғил­метдин һәм Тәхәүетдин Йә­ми­лев­тәр­ҙе, Барый һәм Фәрхәтша Бик­ҡо­ловтарҙы, Рәйес һәм Риф Рафиҡовтарҙы, Тәлғәт һәм Ғабделхай Көҫәпҡоловтарҙы, Әхтәм Рах­манғоловты, Тимербулат Хәйбул­лин­ды, Зәки Рахманғоловты, Миңлеғәле Иҫән­ғо­ловты дәүләтҡолдар “беҙҙең ма­яҡ­та­­ры­быҙ” тип атай.
Булат Рафиҡовтың хөрмәтенә ар­нал­ған байрамда Дәүләтҡол халҡы ошо ауылдың тағы арҙаҡлы шәхестәрен – Башҡортостандың һәм Татарстандың ха­лыҡ артисы Гөлсөм Иҫәнғолованы һәм СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы, авиация полковнигы Зөбәйер Иҫән­ғо­ловты – күреүгә уғата шат ине. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар – Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юнир Аҙнағоловтың, филология фәндәре докторы, шағир Фәнил Күзбәковтың, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янба­еваның ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне.
– Булат Рафиҡов халыҡ күңелендә мәң­ге йәшәй, – тине Мәләүез районы ха­кимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков. – Бәләкәй генә ауылда тыуып та, ул оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Яҙыу­сы ғүмере буйына тыуған ерен, халҡын данланы. Күп яҡлы талант эйәһенең ижади емештәре хәҙер инде нисәмә быуынды тәрбиәләй.
Геннадий Александрович байрам уңа­йынан ауылдың клубына капиталь ремонт эшләнеүе хаҡында белдерҙе, шулай уҡ яңыртылған мәҙәниәт усағына район хакимиәте башлығы Малик Вахитов ин­селәгән музыкаль үҙәкте тапшырҙы. Был көндә Булат Рафиҡов исемендәге әҙә­би премия шағир Сәлмән Яҡу­повҡа бирелде. Хеҙмәт алдынғылары, ауылдың абруйлы кешеләре лә иғти­барҙан ситтә ҡалманы. Уларға маҡ­тау ҡағыҙҙары, иҫтә­лекле бүләктәр тапшырылды.
Яҙыусының ҡыҙы Гөлназ Данилова иһә барлыҡ туғандары исеменән атаһын хөрмәтләгәндәре өсөн оло рәхмәт бел­дерҙе.




Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә