Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дан туртаһының әҫәре лә юҡ
Башҡортостан — батырҙар төйәге. Ватаныбыҙ хаҡына яуға күтәрелгәндә ата-бабаларыбыҙ ҡурҡыу белмәгән һәм үҙҙәрен аямай һуғышҡан. Биш быуат Урыҫ дәүләте составында йәшәү дәүерендә уларҙың ҡаһарманлығы әле булһа тулыһынса асыҡланып һәм һүрәтләнеп бөтмәгән.
Бөйөк Ватан һуғышы осорона килгәндә, унда Башҡортостандан бөтәһе 700 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Араларында 14,7 мең ҡатын-ҡыҙ бар ине. Улар ҙа дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәште, орден һәм миҙалдарға лайыҡ булып ҡайтҡандары күп булды.
Бәләбәйҙән Роза Булат ҡыҙы Әхтәмова, мәҫәлән, Дан ордены кавалеры. Батырҙарҙың да батыры Наталья Александровна Ковшова менән Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртлановаға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.
Әлеге яҙмамда ошо юғары исемде йөрөткән өс ир-азамат тураһында бәйән итмәксемен. Улар Башҡортостанда тыуып үҫкән, республикабыҙ һәм халҡыбыҙ данын күтәргән ҡаһармандар. Александр Степанович Пикунов, Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов һәм Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов хаҡында һүҙем. Матбуғатта һуңғы ваҡытта ошо ғәййәр ил улдары тураһында һирәк телгә алына.
Тажетдин Ғиләжетдинов Борай районының Оло Баҙраҡ ауылында тыуып үҫкән. Һуғыштан ҡайтҡас, шунда ғүмер кисерә. Юғары белем алып, уҡытыусы, мәктәп директоры, район мәғариф бүлеге мөдире, район партия комитеты секретары вазифаларында эшләне. Уҙаман һуғыш йылдарын әле лә ҙур ғорурлыҡ менән хәтерләй.
...Һуғышҡа ул 18 йәшендә киткән. Гурьев ҡоро ер ғәскәрҙәре училищеһын тамамлағас, 216-сы уҡсылар дивизияһы составындағы 665-се полк артиллерияһы взводы командиры була. Яҡташыбыҙ өлөшөнә 1944 йылдың яҙында Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыу ҙа төшә. Красноперекопск районындағы Тархан ауылы өсөн ҡан ҡойғос алыштар 7-9 апрелгә тура килә. Т. Ғиләжетдинов утсылары дошмандың өс дзотын, ике ауыр миномет батареяһын, танкка ҡаршы өс пушкаһын ҡыйрата. Батырлыҡты һанап сығыуы ғына анһат. Тажетдин Баһауетдин улы үҙен артиллерия оҫтаһы итеп таныта, уның взводындағы егеттәр ҙә һынатмай. Снарядтың осоу траекторияһын аныҡ өйрәнеү юғары математиканы яҡшы белеүгә, тойомлауға бәйле.
Артиллерия взводы ошо уҡ йылдың 9 майында Севастополь ҡалаһында немецтарға ҡаршы һөжүм ваҡытында тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Дошмандың ике танкы, ике штурмлау орудиеһы сафтан сығарыла, беҙҙең пехотаға алға барыу юлы асыла. Ләкин шуныһы үкенесле: яугирҙәр ҡырылып бөтә, Т. Ғиләжетдинов һалдатһыҙ командир булып ҡала. Хәйер, ул да ауыр яралана, ошо хәлендә дошмандың тағы бер танкын сафтан сығарып өлгөрә.
Ҡотдос Латипов Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғансы уҡытыусы булып эшләгән. Свердловск ҡалаһында хәрби осоусылар мәктәбен тамамлағас, 1941 йылдың декабрендә фронтҡа китә. 12-се гвардия штурмлаусы авиация дивизияһы составында алышҡа 1943 йылдың 11 июлендә ҡушыла. Штурмлаусы-осоусы булараҡ 23 хәрби осош яһай. Наградлау ҡағыҙында лейтенант Латиповтың ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ һауа яугире булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. 20 июлдә дошмандың Озерское аэродромына һөжүм иткәндә яуҙаштары менән бер юлы биш самолетты сафтан сығара. 18 августа Ново-Березовка районында барған һауа һуғышында беҙҙең төркөмдө 12 немец самолеты уратып ала. Ҡ. Латипов, төркөм башлығы булараҡ, был алышта айырыуса ныҡышмаллыҡ күрһәтә. Дошмандың ете һөжүме кире ҡағыла, ә Ҡотдос Ҡәниф улы уға туранан-тура һөжүм иткән “ФВ-190” самолетын ҡолата. “ИЛ-2” штурмовигында 134 һуғышсан осошта ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта дошмандың 22 танкын, 40 автомашинаһын, биш самолетын, ике тимер юл эшелонын, 450 һалдатын юҡ итә. Ошо дәүер эсендә тәжрибәле командир булып өлгөрә, хәрби хеҙмәткә йәне-тәне менән бирелә һәм хәрби академияла белем ала, полковник дәрәжәһенә күтәрелә. Авиация полкында командирҙың сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, дивизияла сәйәсәт бүлеге начальнигы вазифаларында хеҙмәт итә.
Ҡаһарман яугир күптән түгел республика Хәрби дан музейында булды. “Витязи крылатые” һәм “Может ли голубь стать ястребом” китаптарын күреп шатланды. Уларҙы уҡып сығыуымды белгәс, маҡтап та ҡуйҙы һәм йәштәргә тәҡдим итеүемде үтенде. Әйтергә кәрәк, Ҡотдос Латипов — ҡәләм оҫтаһы, һуғыш ваҡиғаларын, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күңелгә һеңдерерлек итеп һүрәтләй белә.
Үкенескә ҡаршы, Александр Пикунов күптән түгел генә донъя ҡуйҙы, арабыҙҙан мәңгелеккә китте. Һуңғы юлға ҙур хөрмәт күрһәтеп оҙаттыҡ. Ул Өфө районының Князево ауылында тыуып үҫкән, Өфөлә йәшәне. Фронтҡа киткәндә 17 йәшлек училище курсанты була. “Т-34” танкында һәм танк взводында командир була, 1945 йылдың май айында Берлинды яулау һуғыштарында ҡатнаша, немецтарҙың урамдағы нығытмаларын емерә. Яҡташыбыҙ 91-се танк бригадаһы составында алыша, Берлиндағы Шарлоттенбург тимер юл станцияһына беренсе булып бәреп инәләр. Берлин урамдарындағы һуғышта уның взводы бер нисә танк һәм үҙйөрөшлө ҡоролма, өс зенит орудиеһы, ике бронетранспортерҙы юҡ итә. Ҡаты бәрелештәрҙә контузия ала. Һуғыштан һуң Өфөгә ҡайтып, Эске эштәр министрлығында хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем хеҙмәт итә.
А. Пикуновта яҙыусылыҡ ҡомары уяна. Утлы йәшлеген һүрәтләгән китаптары күп тарала. “Кирпичики победы” исемлеһе донъя күргәс, бер төргәген музейға алып килде. Беҙ күркәм исем туйы ойошторҙоҡ. Яугирҙең бүләк китаптарын йәштәр теләп алды.
Бер саҡ музей залдарын тамаша ҡылғанда, Александр Степанович һуғыштың аҙағын кәүҙәләндергән Рейхстагка Ғази Заһитовтың байраҡ ҡаҙау һүрәтенә оҙаҡ ҡарап торҙо. Рейхстаг стенаһына яҙылған ҡултамғалар менән ҡыҙыҡһынды. Бер аҙ уйланып торғас, ипләп кенә: “Беләһегеҙме, беҙ һуғышты Триумфаль арка янында тамамланыҡ. Үкенәм, Рейхстагка тамға һала алманым. Әле һалһам, килешерме икән?” — тип әйтеп ҡуйҙы. Ниңә килешмәһен?! Беҙ шунда уҡ аҡбур килтерҙек һәм баһадир яҡташыбыҙ Рейхстаг һүрәте төшөрөлгән стенаға фамилияһын яҙып ҡуйҙы.
Ни бары өс Герой. Береһе — тыуған ауылында, икенсеһе — Мәскәүҙә, өсөнсөһө Өфөлә йәшәй ине. Улар менән музейға килеүселәр йыш ҡыҙыҡһына.
Советтар Союзы Геройҙары һаны буйынса Башҡортостан алдынғы урындарҙың береһендә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан ғына ҡалыша. Еңеү паркында һәм республика Хәрби дан музейының күргәҙмәләр залында 278 батырҙың исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уларҙың йәнәшәһендә — Дан орденының тулы кавалерҙары исемлеге, бөтөнөһө 40 кеше. Был мәғлүмәтте 37 йәки 35 тип яҙыусылар осрай. Хаталарға юл ҡуйылмаһа ине.
Улар өсәү ине. Өс таған булып батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ үрнәген, Ватанға тоғролоҡ, һөйөү хистәрен һаҡлап, йәштәргә матур өлгө күрһәтә. Һәр береһен яҡындан белгән тәҡдирҙә әйтә алам: барыһы ла тыйнаҡ, тотанаҡлы, кешеләргә ҡарата ихтирамлы була белде. Үҙҙәрендә дан туртаһының тамсыһы ла сағылманы. Һуғыш ваҡиғалары тураһында һөйләй башлаһалар ҙа, үҙҙәрен ситтә ҡалдырып, яуҙаштары хаҡында бәйән итеүҙе өҫтөн күрәләр. Ҡотдос менән Тажетдин ағайҙарҙың тормош тәмен, ҡәҙерен белеп, мөмкин булғанса (Хоҙай рәхмәте!) оҙағыраҡ йәшәргә тырышып ятыуҙары. Тажетдин ағай күп йылдар инвалид коляскаһында, үҙаллы хәрәкәттән мәхрүм. Әммә күңел төшөнкөлөгөнөң ни икәнен белмәй, шаян телләнеп: “Госпиталдә хирург аяғымдағы ваҡланған һөйәктәрҙе эҙләй, соҡой. Түҙәм, тештәремде шыҡырҙатып ҡыҫып түҙәм. Табип: “Бала тыуҙырғанда бынан әллә нисә тапҡыр нығыраҡ ауыртыныу була, беҙ түҙәбеҙ”, — ти. “Мин дә түҙер инем”, тим”, — ти һәм ауырыу аяҡтарына ҡул тейҙереп: “Донъя матур, иркен, тик өйҙән генә сығып булмай”, — тип уфтанып ҡуя.
Тажетдин ағай ауылда йәшәй, үҫмерҙәр араһында булғылай. Һәр береһенең әйтер һүҙҙәре бар. Өлкәндәр тыныслана беләме ни?! Аҡһаҡалдарҙың йәштәргә генә түгел, өлкәндәргә лә әйтер һүҙҙәре күп, тик тыңлай һәм аңлай бел генә. Мәшһүр геройҙарыбыҙҙың барлығына шатланайыҡ, йәшлектә ҡылған ҡаһарманлыҡтары өсөн ғорурланайыҡ.
Фәрит ВАХИТОВ,
Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 134

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 485

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 222

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 929

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 696

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 273

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 593

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 354

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537